* Эремсек һәр ваҡыт ҡул аҫтында булһын өсөн, уны туңдырғысҡа һалырға мөмкин. Ул оҙайлы ваҡыт яҡшы хәлдә һаҡланасаҡ. Ә кире иретелгән эремсек тәмле һәм әсе булмаһын өсөн, һөт ҡойоп, ике сәғәткә һалып тороғоҙ. Аҙаҡ һығып алырға ғына ҡала.
* Плитәгә ҡайнар һөт түгелһә, ул алама еҫ сығара. Бынан ҡасыр өсөн, түгелгән һөт өҫтөнә тиҙ генә тоҙ һалығыҙ ҙа пергамент ҡағыҙ менән ҡаплап тороғоҙ. Еҫ таралмаҫ, плитәне йыуыуы ла еңелерәк булыр.
* Тауыҡ түшкәһен тулайым килеш духовкала бешергән саҡта, түш итен ҡалай табаға һалығыҙ. Эш шунда: ит түш яғында күберәк була һәм шул өлөшө менән йылыға яҡыныраҡ булһа, ул матур булып бешер.
* Яратҡан ырғағығыҙҙың (крючок) тотҡаһы боҙолдомо? Ташларға ашыҡмағыҙ. Иҫке теш щеткаһының һабын ҡырҡып алығыҙ. Ырғаҡты ҡыпһыуыр менән ҡыҫып, уны утта ҡыҙҙырығыҙ һәм щетканың һабына индереп ҡуйығыҙ. Һыуынһа, ышҡып алырға ғына ҡала.
* Бешкән йомортҡа һарыһы ваҡлана, быға юл ҡуймау өсөн бысаҡты һалҡын һыуға тығып алыу ҙа етә.
* Макаронға ҡасан һәм күпме тоҙ һалырға? Яуап ябай. Тоҙҙо һыу ҡайнар алдынан һалығыҙ, тик макарон һалғас, быны эшләргә ярамай. Бер литр һыуға 10 грамм тоҙ кәрәк (бер сәй ҡалағы).
* Майонез зыянлы, тиҙәр. Тик ҡайһы бер салаттарҙы унһыҙ яһап булмай. Был осраҡта майонезды йорт соусына алмаштырырға мөмкин. Рецебы ябай. Өс аш ҡалағы ҡаймаҡҡа бешкән ике йомортҡаның һарыһын һалып бутағыҙ. Бер сәй ҡалағы гәрсис өҫтәгеҙ. Тәме буйынса ул майонезға оҡшаш, тик әҙерәк калориялы һәм унда химия юҡ.
* Әсетеп бешерелгән ҡоймаҡ күпереп бешһен өсөн, дөрөҫ сүпрә һайлауы шарт. Ул һәр ваҡыт яңы булһын, мотлаҡ ҡараңғы урында һаҡларға кәрәк. Бындай ҡоймаҡты ҡойғанда тоҙ һәм шәкәрҙе лә сама белеп ҡулланығыҙ. Әгәр тоҙ күп булһа, ҡамыр ныҡ әсей, ә ҡоймаҡ аҡһыл төҫтә килеп сыға. Ә шәкәрҙе артығыраҡ ҡушһағыҙ, ҡоймаҡ тиҙ арала ҡатасаҡ.