Был ваҡиға 12 йыл элек булды. Уйламағанда үлем өҫтөндә булған мәлемдә изге күңелле ауылдаштарым миңә ярҙам итмәһә, был хат юлдарын яҙып ултырыуым икеле. Һуң булһа ла, ҡотҡарыусыларыма рәхмәт әйтер өсөн ҡулыма ҡәләм алдым.
Һалҡын көҙ көнөндә булды был хәл. Бер танышым: “Балыҡ кәрәк, бик ашығыс”, – тип өйөмә килде. Мурҙа һалғанымды белә. Үҙе минең менән йылға буйына барырға риза булманы, “Һин бара тор, мин һине табырмын”, – тип тороп ҡалды.
Элек-электән атайым мәрхүм мурҙа һалған урында мин дә ҡара көҙгә тиклем мурҙа тотам. Йылайыр йылғаһы ярында Кәзә ташы тигән бик текә ҡая аҫтындағы шаршыла ята ул. Унда төшөп менеүе бик ҙур оҫталыҡ, физик көс талап итә. Көн дә йөрөгәс, өйрәнеп тә киткәнмен, ҡая аҫтына ауырлыҡһыҙ төшөп менәм. Был юлы, танышымдың бәхетенә, мурҙаға арыу уҡ балыҡ эләккәйне. Табышты йөкмәп, ҡаяға үрмәләйем. Өс метр тирәһе күтәрелгәс, һәр саҡ тотоноп менгән таш урынынан ҡубып сыҡты ла мин аҫҡа остом. Аръяғын хәтерләмәйем – иҫтән яҙғанмын. Аңыма килгәндә яр буйында ята инем. Таң атып килә. Тимәк, бик оҙаҡ ятҡанмын. Тәнемде ҡуҙғата алмайым. Көн һалҡын, әммә минең бөтә тәнем уттай яна. Ҡул-аяҡтар таштай ҡатҡан, тамаҡ кипкән. Бар көсөмдө йыйып, ҡамыш өҙөп алдым да ятҡан килеш ҡамыш аша һыу уртланым. Ярҙам һорап, ҡысҡырып ҡараным.
Ауыл алыҫ, ҡая аҫтынан тауыш та ишетелмәйҙер. Тау буйынан һарьгк көтөүе үтеп китте, һарыҡтарҙың күмәк баҡырыуы минең тауышҡа ҡарағанда көслөрәк яңғыраны, көтөүсе ишетмәне. Ыңғыраша-ыңғыраша кисте еткерҙем. Һарыҡ көтөүе тағы шау-гөр килеп ауыл яғына үтте. Ҡуҙғалыр әмәл юҡ, тән таралып килә. Ҡысҡырыуҙан да фәтүә юҡ. Тағы төн етте... Икенсе көн дә минең файҙаға булманы. Әллә шыуып төшөп, һыу буйлап ағып китәйемме икән, тигән уй ҙа килде башҡа. Һалҡын һыуҙа оҙаҡ барып булмаҫ, ҡул-аяҡ ҡуҙғалмай бит. Үлем менән йәшәү араһында өс көн яттым.
Теге танышым да юҡ булды. Аҙаҡ белеүемсә, ул, араҡыға әүрәп, минең турала бөтөнләй онотҡан. Өмөттө өҙмәйем, һаман тауыш биреүҙән туҡтамайым. Бәхетемә, ниһайәт, ат эҙләп йөрөгән ауылдашым Иршат ҡусты Мостафин, мине ишетеп ҡалып, эргәмә килде. Йылғанан һыу алып эсерҙе, сарсаған тәнемә бер аҙ йән ингәндәй булды. Бер үҙе генә мине был ҡая аҫтынан тау башына сығара алмаҫын аңлап, ярҙамға кеше алып килергә ауылға ашыҡты. Күп тә үтмәй, ул Мәһәҙей ҡусты Бикбулатовты, улым Илгизде алып, Вәлиулла ағай Бикбулатовтың атын егеп, минең янға килде. Күмәкләп мине йылға аша күтәреп сығарып, арбаға һалдылар ҙа өйөмә алып килделәр. Ауылдың шәфҡәт туташы ялда ине, Юлдыбайҙан “Ашығыс ярҙам” машинаһы саҡырттылар. Әмәлгә ҡалғандай, уның бензины самалы булып сыҡты, кире Юлдыбайға барып, яғыулыҡ ҡойоп килгәс, мине төндә район үҙәгенә алып киттеләр.
Дауаханала табиптар беренсе ярҙам күрһәтте, сыҡҡан быуындарымды урынына ултыртты. Умыртҡа һөйәгемдең ныҡ ауыртыуына ҡарамаҫтан, иртәгәһенә үк мине дауахананан ҡайтарып ебәрҙеләр. Ильяс Таҡалов автобусҡа ултыртып ебәреү хәстәрлеген күрҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған ауылым Мәҡсүттә күп йәшәй алманым – умыртҡа һөйәге зарарланыу сәбәпле, уң аяғым һәм уң ҡулым тартышып, яҙылмаҫ булды. Кеше көнлө булып ҡалдым. Икенсе төркөм инвалидлыҡ бирҙеләр һәм ҡарттар йортона урынлаштырҙылар. Хәҙер шунда көн күрәм. Ауыл яғына бик һирәк ҡайтырға тура килә. Бар ауылдаштарыма һәм Түбә ҡасабаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн тырышып эшләп йөрөгән интернат хеҙмәткәрҙәренә сикһеҙ рәхмәтемде еткерәм.