Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 13:23

Мәҙәниәт усаҡтары һүнмәһен

Һәр район һәм ауыл тормошондағы мөһим саралар, нигеҙҙә, мәҙәниәт усаҡтарында үткәрелә. Өҫтәүенә, был өлкә хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты ла – урындағы мәҙәни мәсьәләләрҙе хәл итеү.

Һәр район һәм ауыл тормошондағы мөһим саралар, нигеҙҙә, мәҙәниәт усаҡтарында үткәрелә. Өҫтәүенә, был өлкә хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаты ла – урындағы мәҙәни мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Былтыр тотош ил Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләне. Ошо мөһим сара Ҡырмыҫҡалы районында ла лайыҡлы үткәрелде. Бынан тыш, 2020 йылда Ҡырмыҫҡалы районына 90 йыл тулды. Ошо мөһим саралар айҡанлы “Киләсәккә атла, районым!” район фестивале ойошторолдо.
Ҡырмыҫҡалы районының ижади коллективтары “Еңеү салюты” тип исемләнгән республика фестиваль-марафонында ла бик уңышлы сығыш яһаны. Ошо сарала ҡатнашҡан Ҡырмыҫҡалы районы I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Бынан тыш, район мәҙәниәт һарайы режиссеры Э.Ш. Лаврентьева иң яҡшы режиссер эше өсөн диплом менән бүләкләнде.
– 2020 йылдағы байрам һәм планлаштырылған саралар, коронавирус инфекцияһы пандемияһы һөҙөмтәһендә индерелгән сикләүҙәр сәбәпле, онлайн форматҡа күсерелде. Шулай итеп, “Барыбер рәхмәт әйтәбеҙ”, “Еңеү әҙәбиәте”, “Еңеү вариҫтары”, “Үлемһеҙ полк”, “Ихата менән йырлайбыҙ”, “Еңеү вальсы” кеүек ил һәм республика күләмендә үткәрелгән акцияларға ҡушылдыҡ, – тип һөйләй Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Виктория Мөхәмәҙиева.
Ҡырмыҫҡалы районы – халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы. Ҡырмыҫҡалы районының үҙәгендә лә, тыуған ауылы Шайморатовта ла (Биштәкә) батырҙың тормош юлын өйрәнеү дауам ителә. Былтыр район өсөн мөһим булған сараларҙың барыһы ла ошо генерал-майор исеме менән бәйле ине. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы беренсе тапҡыр “Генерал М.М. Шайморатов” экспозиция-күргәҙмәләр комплексын, Рәсәй Геройының тыуыуына 121 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырмыҫҡалы районына тантаналы тапшырҙы. Ошо уҡ көндө ҡырмыҫҡалылар өсөн башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуған көнөнә арналған музыка һәм әҙәбиәт кисәһе ойошторолдо.
Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт коллективтары VII Бөтә Рәсәй “Башҡортостан таланттары” балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында, “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестивалендә, Милли кейем көнөндә – йәмғеһе 140 сарала – әүҙем ҡатнашты.
Коронавирус инфекцияһы сәбәпле сикләүҙәр индерелһә лә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эште онлайн форматта алып барҙы: клубтар өсөн вокал, хореография, халыҡ ижады оҫталыҡ кластары булды, методик эш буйынса практик күнекмәләр ойошторолдо. Оло йәштәгеләр һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған саралар ҙа санитария-эпидемиология сараларын күҙәтеп үткәрелде.
Былтыр финанс йәһәтенән ауырлыҡтар теркәлһә лә, йыл әйләнәһенә райондағы мәҙәниәт ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса эш алып барылды. Район һәм республика бюджеты иҫәбенә 5272, 7 мең һумлыҡ капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәре атҡарылды. Ә район үҙәк мәҙәниәт һарайында аҙ хәрәкәтле граждандарҙы хеҙмәтләндереү шарттарын ойоштороу өсөн “Һәр кем файҙалана алырлыҡ мөхит” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу һәм урындағы бюджеттан субсидиялар иҫәбенә яҡынса 2 миллион һумлыҡ эштәр атҡарылды.
Шуныһы һөйөнөслө: “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә субсидиялар биреү конкурсында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә быйыл республиканың биш районы иҫәбендә Ҡырмыҫҡалы районына ла мәҙәниәт ойошмалары булмаған ауылдарҙы хеҙмәт­ләндереү өсөн автоклуб биреләсәк. Әлегә автоклуб эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Тимәк, районда мәҙәниәт усаҡтары тормошо йәнә йәнләнәсәк.


Ҡырмыҫҡалы районы.
Читайте нас