Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 17:30

Мэр менән блогер велосипедта үтте

Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек барышында баш ҡаланы ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков билдәле Рәсәй блогеры, урбанист Илья Варламов менән баш ҡала буйлап йөрөнө.
Тәүҙә улар велосипедтарҙа Ағиҙел йылғаһы яры буйлап үтте, аҙаҡ Октябрь революцияһы, Ленин, Коммунистик урамдар буйлап уҙҙы. Сергей Греков блогерҙы Октябрь революцияһы урамын йәйәүлеләр өсөн үҙгәртеп ҡороу концепцияһы менән таныштырҙы.
Шулай уҡ улар “Арт-КВАДРАТ” мәҙәни үҙәгендә булды, бында архитекторҙар, урбансылар, ҡаланы планлаштырыусылар менән осрашыу булды. Велоинфраструктураны үҫтереү, мәҙәни һәм тарихи мираҫ объекттарын тергеҙеү, һаҡлау, шулай уҡ Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек барышында баш ҡаланы үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас