Ҡыш менән яҙ, әлбиттә, матур миҙгелдәр. Тик бәләкәй балалары булған кешеләр өсөн ҙур һынау мәле лә. Балалар баҡсаһына бер нисә көн йөрөгән бала тымау тейҙерә лә ҡайта. Иң тәүҙә маңҡаһы аға башлай. Тымауҙан нисек тиҙ генә ҡотолорға?
Шулай итеп, дарыухананан иң ябай физиологик иретмә (физраствор) һатып алабыҙ һәм ярты сәғәт һайын баланың танауына яртышар пипетка тамыҙабыҙ. Көнөнә бер тапҡыр ғәҙәти ҙур аскорбинка бирәбеҙ. Көнөнә өс тапҡыр берәр таблетка кальций глюконаты эсерәбеҙ. Бөттө. Башҡа нәмә кәрәкмәй.
Был – билдәле педиатр Евгений Комаровскийҙың ысулы. Зыяны юҡ. Дарыуҙар иң ябай һәм арзан. Ике көн эсендә маңҡа ағыуҙан туҡтай, өсөнсө көнөнә тымау бөтә.