Йәмғиәт
9 Апреля 2021, 13:29

Таксистар, ипле булығыҙ!

Улар ҡатнашлығында авариялар артҡан.

Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, таксистар ҡатнашлығында авариялар артҡан. Мәғлүмәттәргә ярашлы, былтыр республика юлдарында 20 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Быйыл иһә беренсе кварталда уларҙың һаны 15-кә еткән.

Ә бит йыл тамамланыуға тағы ла туғыҙ ай бар?!


Пассажирҙарҙың ғүмере улар ҡулында


Был республикала ғына түгел, ә тотош ил кимәлендә ҙур мәсьәлә булып тора. Рәсәй ЮХХДИ етәксеһе Михаил Черников Рәсәй телевидениеһына биргән әңгәмәһендә билдәләүенсә, әле ил буйынса “аңлашылмаған водитель танытмалары” менән – биш мең һәм водитель танытмаһын алдырған 700 таксист кеше ташыуҙы дауам итә. Мәҫәлән, Мәскәүҙә генә көн һайын танытмаһыҙ йөҙәрләгән водитель таксист булып эшләргә сыға. Михаил Черников белдереүенсә, был мәсьәләне хәл итеү өсөн тиҙҙән Рәсәйҙә берҙәм электрон база булдырасаҡтар, ул саҡта водителдәр кәрәкле документтарһыҙ эшләй алмаясаҡ. Такси хеҙмәте хәүефһеҙ һәм уңайлы булырға тейеш, пассажирҙарҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн тәү сиратта водитель яуаплы.


Ярай илдә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙа берҙәм һанлы платформа булдырылды, ти. Әммә, тармаҡ етәксеһе һүҙҙәренсә, был мәсьәләне икенсе ведомстволар менән урынына еткереү талап ителә, йәғни водителдәргә бирелгән справкаларҙың дөрөҫлөгөн тикшереү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән килешеү кәрәк. Медицина тикшереүен үтеү күп осраҡта исем өсөн генә булғанлығын ведомство етәксеһе үҙе лә инҡар итмәй.


Пассажирҙар ташыу өлкәһен көйләрлек ҡануниәт тә яйға һалынмаған, тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Айырыуса үҙе өсөн эшләгән яңғыҙаҡ водител­дәрҙең эшмәкәрлеге буйынса етеш­һеҙлектәр күп. Аҡса артынан ҡыуған, һәр тинен иҫәпләгән таксистар күп осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен инҡар итә, тиҙлекте арттыра, ҡаршы һыҙатҡа сыға... Шулай итеп, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән водителдәр кеше ғүмере өсөн икеләтә яуаплылыҡты иңенә алыуҙары хаҡында онота. Шулай булмаһа, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙарға юл ҡуймаҫ ине.


Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында “Hyundai” автомобилендә йөрөгән таксист юл-транспорт ваҡиғаһына осрай. Бәрелешеү һөҙөмтәһендә “Mitsubishi” автомобилендәге водителдең 11 йәшлек пассажиры тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға эләгә. “Hyundai” водителенең айыҡлығына шик тыуа, әммә ул медицина ҡарауынан баш тарта.


Өфөлә булған икенсе осраҡта “Лада Гранта” менән “Калина” автомобилдәре берелешә. Һөҙөмтәлә таксиҙа китеп барған 21 йәшлек пассажир менән “Калина” автомобилендәге 17 һәм туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар зыян күрә.


Әлеге ваҡытта еңел автомобиле булған һәр водитель таксист була ла китә, әммә күп осраҡта улар транспорттың торошона, үҙҙәренең һаулығына һәм тәжрибәһенә яуапһыҙ ҡарай. Ә бит был кире күренештәр пассажирҙарҙың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙыра. Шуға ла осраған һәр бер автомобилгә ултырып китеүҙән тыйылырға, иң тәүҙә такси водителенең һөнәри оҫталығына һәм пассажирҙар ташыуҙағы стажына иғтибар итергә кәрәк.


Әйткәндәй, йыл башынан ЮХХДИ инспекторҙары баш ҡалала таксистар тарафынан 300 самаһы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. Һәр осраҡта ла уларҙың ҡағиҙәне тупаҫ боҙоуы пассажирҙар ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған.


Һуңғы ваҡытта республика юлдарында пассажирҙар ташыған автомобилдәрҙең күпләп аварияға тарыуына бәйле, ЮХХДИ идаралығы ошо юҫыҡта юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса рейдтар уҙғара башланы. Шуларҙың береһе ошо көндәрҙә Өфө – Ырымбур юлында уҙҙы. Атап әйткәндә, Дәүләт инспекцияһынан бер нисә экипаж аэропорт юлына боролғандан һуң урынлашҡан туҡталҡала пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән автомобилдәрҙе туҡтатып, уларҙың эшмәкәрлегенең законлылығын тикшерҙе. Әйтергә кәрәк, ошо урындан халыҡ юл ыңғай машина көтә.


ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейд барышында райондарға йөрөгән таксистарҙы тикшерҙе, шулай уҡ туҡтатҡан транспортта граждандарҙы хәүефһеҙ ташыу шарттарының күҙәтелеүенә айырыуса иғтибар итте. Мәҫәлән, тәүге туҡтатҡан “Ларгус” автомобиле водителенең документтары бар ине: танытмаһы, пассажирҙар ташыуға танытмаһы. Тик транспорт төҙөклөгө буйынса инспекторҙарҙың һорауы тыуҙы, сөнки машинаның артҡы тәгәрмәстәрендә ике төрлө “һүрәтле” шиналар ҡуйылған. Водитель белдереүенсә, ул тәгәрмәстәрҙе Өфөнән сыҡҡанда алыштырырға мәжбүр булған. Был осраҡ буйынса таксисҡа административ тәртип боҙоу тураһында протокол төҙөлдө һәм штраф һалынды. Шуны ла билдәләргә кәрәк, транспортта етди техник етешһеҙлектәр асыҡланғанда, уларҙы штраф туҡталҡаһына алып китәләр.


Был көндө ЮХХДИ инспекторҙары арыуыҡ водителдәрҙе туҡтатып тикшерҙе, административ тәртип боҙоуҙар тураһында протоколдар төҙөнө, күптәргә иҫкәртеүҙәр яһалды. Тик был сараларҙан водителдәр фәһем алһа ярай ҙа ул...


Линар ЗИННУРОВ, Башҡортостан ЮХХДИ идаралығының пропагандалау төркөмөнөң мөһим бурыстар буйынса баш инспекторы:

– Әле уҙғарылған рейдтар Дәүләт инспекцияһы тарафынан ирекһеҙ көндән үткәрелгән сара ул, сөнки йыл башынан республикала пассажирҙар ташыған автомобилдәр ҡатнашлығында авариялар һаны ҡырҡа артты. Мәҫәлән, Өфөлә уҙғарылған рейдтың бер көнлөк һөҙөмтәһенә күҙ һалһаҡ, 50 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағының 15-е таксистарға ҡағылды. Төп тәртип боҙоуҙар, етешһеҙлектәр транспорт документтарының тура килмәүенә, страховкаларының булмауына, маршрутҡа медицина күҙәтеүен үтмәйенсә сығыуға, автомобилдең “такси” булғанын күрһәткән график һүрәттең булмауына, транспорттың техник яҡтан етешһеҙлектәренә бәйле. Әле ошо йүнәлештә юлдарҙа тәртип урынлаштырыу маҡсатында республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында пассажирҙар ташыған автотранспортты, таксиҙарҙы тикшереү дауам итә.
Читайте нас