Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 15:19

Ул беренсе космонавты йыһанға оҙатыуҙа ҡатнашҡан

Юрий Гагариндың тарихи осошона – 60 йыл

Мөнир Солтан улы Хәкимов 1936 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. 1960 йылда Серпухов хәрби авиация-техник училищеһын тамамлағас, Байконур космодромына хеҙмәт итергә ебәрелә. Р-7 ракетаһының беренсе баҫҡысы расчетының начальнигы була. Тәүге космонавт Юрий Гагаринды йыһанға осороуҙы әҙерләүҙә ҡатнаша. 1961 йылдың ноябрендә сәләмәтлеге буйынса запасҡа оҙатыла. 1964–1988 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Отставкалағы полковник Мөнир Хәкимов 2014 йылда тыуған ҡалаһы Өфөлә мәрхүм була. Тәүге кешенең йыһанға осоуына 60 йыл тулыу айҡанлы гәзит уҡыусылар иғтибарына Мөнир Солтан улының хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.


Хәрби хеҙмәт шулай башланды


“1960 йылда Серпухов хәрби авиация-техник училищеһын тамамлағас, мине Байконурға хеҙмәт итергә ебәрҙеләр. Тиҙҙән бик ҡыҙыҡ ваҡиғалар солғанышына барып эләктем.
Ялымды Өфөлә уҙғарғас, августа алдан әйтелгән хеҙмәт урынына юлландым. Поезда сибәр генә проводник ҡыҙҙан Тюра-Там тип аталған станцияға етергә сәғәт-сәғәт ярым ҡалмаҫ элек мине уятыуын һораным. Офицер тормошо өсөн кәрәк-яраҡ тейәлгән ҙур сумаҙанды тотоп, таңғы сәғәт 5-тә ҡыҙ әйткән урында төшөп ҡалдым. Вокзал кеүек бинаны эҙләп, тирә-яҡты байҡаһам да, бер нимә лә тапманым, хатта ғәҙәти перрон да юҡ ине. Бер тере йән эйәһе күренһәсе! Бар тирә-йүн ҡояшта янып ҡарайған икһеҙ-сикһеҙ да­ла, хатта сүллек тиергә мөмкин. Бик алыҫта кипкән әрем менән ҡамғаҡ араһынан нимәлер табып ашап йөрөгән дөйәләрҙе күрҙем. Бер сәғәт тирәһе шулай торғандан һуң тимер юл буйлап оҙон сүкеш тотоп, вагондарҙы туҡылдатып һуға-һуға килә ятҡан ҡатынды күрҙем. Был оло йәштәге ҡаҙаҡ ҡатыны тимер юлды тикшереүсе булып сыҡты. Сә­ләм­ләштек. Мин унан хәрбиҙәрҙең ҡайһы ти­рәлә йәшәүен һораным. “Ултырып тор, улым. Сәғәт 8-ҙә улар ошонда килеп тулыр”, – тине.
Ысынлап та, иртәнге һигеҙ тулғайны, автобустар күренде, уларҙан башлыса хәрби кейемдәге кешеләр төшөп, ошо мәлгә килеп туҡтаған бер нисә вагонлы тепловозға инеп тула башланы. Мин офицерҙарҙың береһе­нән полигондың үҙәк штабы ҡайҙа урынлашыуын һораным. “Ана, автобустарҙың береһенә ултыр, улар барыһы ла шунда ҡайта”, – тип яуапланы.
Тиҙҙән мин Контроль-тикшереү пунктына барып етеп, документтарымды тикшертеп, шлагбаум аша үтеп, ҡойма менән уратып алынған, һаҡланған ҡаласыҡҡа килеп индем. Был Ленинский ҡасабаһы (бөгөнгө – Байконур ҡалаһы) ине. Бындағы административ биналар, биш ҡатлы йорттар, мәктәп, балалар баҡсаһы, кинотеатр бик яҡшы итеп төҙөлгәйне. Урамдарға асфальт түшәлгән, бейек булмаған ағастар үҫә, һәр ағас янында бәләкәй генә фонтан урынлашҡан. Штабты табып, начальниктарға хеҙмәткә килеп етеүемде хәбәр итеп, офицерҙар ҡунаҡханаһына урынлаштым.

Беҙ СССР-ҙың төрлө хәрби уҡыу йорттарын тамамлаған 15–20-ләп офицер йыйылдыҡ. Тәүге көндәрҙә, тәғәйенләү көткән арала, ҡасаба менән танышырға булдым. Мин уны 40 минутта ҡарап сыҡтым. Ситтәрәк киң генә, болғансыҡ һыулы йылға аға ине, был Һырдаръя булып сыҡты. Эш ваҡытында урамда кеше бөтөнләй юҡ тиерлек. Йәйге кибеттән оҙонса ҡауын һатып алып ашаным. Хаҡы шул тиклем осһоҙ, ә тәме! Бығаса бындай тәмле ҡауынды бер тапҡыр ҙа ашағаным юҡ ине.
Ике тәүлектән штабҡа саҡырҙылар. Ул саҡта полигон начальнигы генерал-майор К.В. Герчик ине. Мине космодромдың икенсе майҙансығына тәғәйенләнеләр. Бында тотош ил күләмендә мөһим һаналған ваҡиғалар – баш конструктор Сергей Павлович Королев етәкселегендә Р-7 ракетаһында эттәр ярҙамында һынау бара ине.


Бында ракеталар һәм йыһан караптары ҡорола


Үҙем хеҙмәт итәсәк часҡа килдем. Беҙҙе, йәш офицерҙарҙы, хәрби-һынау часына йый­ҙылар, уның командиры бик яҡшы кеше – полковник Валентин Николаевич Юрин ине. Мине Р-7 ракетаһының беренсе баҫҡысы расчеты начальнигы итеп тәғәйенләнеләр.
Был осорҙағы космодром йәки беҙҙең икенсе майҙансыҡ нимәнән ғибәрәт ине? Ул Ленинский ҡасабаһынан 25 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Часть биләмәһендә штаб, офицерҙар өсөн ятаҡ, ашхана, сә­нә­ғәт­селәрҙең административ бинаһы, санчасть, ул заман өсөн иҫ киткес ҡеүәтле то­йол­ған монтаж-һынау корпусы (МИК) һәм старт позицияһы урынлашҡан. Монтаж-һы­нау корпусында автономлы һәм комплекслы һынауҙар үткәрелә, ракеталар һәм йыһан аппараттары йыйыла. Бында күргән тәүге ҡоролма мине ҡеүәте һәм матурлығы менән һоҡландырҙы. Бындай ижад емешен бөйөк оҫта, рәссам-конструктор Сергей Павлович Королев ҡына тыуҙыра алалыр, тип уйланым.
Тиҙ арала яңы техниканың ҙур, ҡатмарлы схемаларын өйрәнә башланыҡ. Мин беренсе баҫҡыс расчеты начальнигы булараҡ, икенсе, өсөнсө баҫҡыстарҙың схемаларын ҡарарға хоҡуғым юҡ, ә тегеләрҙең начальниктары минең ҡулдағы документтарға тейә алмай. Былар барыһы ла көслө сер итеп тотолдо. Ракета хаҡында тулыһынса юғары начальниктар ғына белде. Эш тураһында һөйләү ҡәтғи рәүештә тыйылды.
Офицерҙар төрлө кейем кейә: авиация, диңгеҙ флоты, артиллерия, танк ғәскәре һ.б. Дошман разведкаһы өсөн был тотош бер башватҡыс булғандыр ул. Ике айҙан һуң әҙерлек һәм уҡыу буйынса зачеттар биреп, техникала үҙаллы эшләүгә рөхсәт алдыҡ. Беҙ үҙебеҙҙе ҙур, татыу коллективтың тулы хоҡуҡлы белгестәре итеп тойҙоҡ.
Ваҡыт үтә торҙо. Бер нисә тапҡыр дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙы йыһанға оҙаттыҡ, мәҫәлән, билдәле Белка менән Стрелканы. Әйтергә кәрәк, ҡайһы бер хайуандар һынау мәлендә үлде.
С.П. Королев тарафынан ҡуйылған төп бурыс 1961 йылда тәүге кешене йыһанға осороу ине. Ошо маҡсатта техниканың ышаныслы эшләүен һәм тере организмдың йыһанда үҙен тотошон тикшереү йәһәтенән бер туҡтауһыҙ эш алып барылды. Был мәлгә буласаҡ космонавтар төркөмө һайлап алынып, улар махсус учреждениеларҙа төрлө яҡлы әҙерлек үтә ине. 1961 йылдың февралендә был егеттәрҙең космодромға килеп, ракета һәм “Восток” карабы менән танышасаҡтары тураһында әйттеләр. Төштән һуң МИК-ҡа генерал, Советтар Союзы Геройы, данлыҡлы осоусы Н.П. Каманин етәкселегендәге авиаторҙар формаһы кейгән 10–12 кешенән торған төркөм килде. Офицерҙар беҙҙең янға килеп, һорауҙар бирә башланы. Улар ракета янына барып, уны ҡулдары менән тотоп ҡараны, үҙ-ара нимәлер хаҡында һөйләште, һәр береһе эстән генә беренсе булыу тураһында хыялланғандыр, моғайын. Әлбиттә, беҙ уларҙың кемеһе Гагарин, Титов, Николаев һәм башҡалар икәнен белмәй инек.
С.П. Королев был осорҙа монтаж залына йыш инә торғайны. Үҙенең кабинетына үтеп, төрлө рангтағы белгестәр менән кәңәшмәләр уҙғара ине. Тиҙҙән техник тикшереү өсөн бөгөнгө көндә барыһына ла билдәле булған “Восток-1” йыһан карабын килтерҙеләр. Уны залға ингән ерҙә уң яҡҡа ҡуйып, бокс майҙансығындағы кеүек кәртәләнеләр. Белгестәр эшкә тотондо. Икенсеме-өсөнсөмө көндә, карап менән мәж килеү бер аҙ баҫылғас, мин уның янына барып, иғтибар менән ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡтым. Асыҡ торған люк аша кабинаһына күҙ һалдым, космонавт ултырасаҡ кәнәфиҙе, идара итеү ҡорамалдарын, ҡарау иллюминаторын күрҙем һәм ошо тар ғына ябыҡ биләмәлә осасаҡ космонавты күҙ алдыма килтерҙем. “Восток”тың ҙурлығы тышҡы диаметры буйынса ла 2,5 метрҙан артмай ине, ә ныҡлы термоһаҡлағыс кабина эсен тағы ла тарыраҡ, ҡыҫынҡыраҡ итә ине.
Бер көн мин монтаж залында дежур булдым. Төшкө ял мәле ине, эш урынында бер кем дә юҡ. Мин телефондарға яуап бирәм. Ҡапыл залға Сергей Павлович Королев килеп инде. Тороп честь бирҙем. Ул ҡул биреп күреште, ғәҙәти һорауҙар бирҙе: хәлдәр нисек, ҡайһы яҡтыҡы, хеҙмәт нисек бара? Мин уңайһыҙланыбыраҡ яуап бирҙем. Ул тағы нимәлер әйтте лә: “Ҡаушама, лейтенант!” – тип үҙ бүлмәһенә үтте.
Көндәр үтте, эш дауам итте. Контроль осороу үткәрелде. Был юлы космонавт ролендә ҡәҙимге кеше ҙурлыҡ манекен осоролдо. Белгестәр уны, үҙ-ара шаяртып, “Иван Иванович” тип атай ине. Осоп килеп төшкән урынында кешеләр ҡурҡмаһын өсөн тегенең маңлайына “манекен” тип яҙып ҡуялар. Юрий Гагаринға тиклем һынауҙарҙа бер нисә кеше үлгән тигән хәбәрҙәр һис тә дөрөҫлөккә тура килмәй.


Йыһанда – тәүге кеше!


Һәм бына, ниһайәт, көткән көн килеп етте! 10 апрелдә монтаж-һынау корпусында “Восток-1” карабын ракета менән берләш­тер­ҙеләр ҙә 11 апрель иртәһендә старт позицияһына алып сыҡтылар. Яғыулыҡ һәм окис­литель ҡойғас, старт алдынан була торған техник тикшереүҙәр үткәрелде. Бындай эштә ваҡ-төйәк булмай, барыһы ла мөһим. Был мәлдә американдар ҙа йыһанға осоу буйынса маҡсатлы эш алып бара ине. Беҙҙең бурыс – бер нимәгә ҡарамай, беренсе булыу. Ошоно барыбыҙ ҙа аңлап фиҙакәр хеҙмәт иттек.
1961 йылдың 12 апреле. Ҡояшлы матур көн. Дәүләт комиссияһы килде, улар араһында РВСН-дың Баш командующийы маршал К.С. Москаленко, генерал Н.П. Каманин, С.П. Королев һәм башҡалар бар. Автобуста Юрий Гагаринды алып килделәр. Ул Дәүләт комиссияһына осошҡа әҙерлеге тураһында белдерҙе. Уға һуңғы теләктәр әйтелде. Һәм Мәскәү ваҡыты менән 9.07-лә – старт.
Ракетаның 20 миллион ат көсөнә тиң двигателдәре ҡеүәтле геүләне һәм “Восток” карабы тәүге кешене йыһанға алып китте. Барлыҡ системалар ҙа яҡшы эшләне, билдәләнгән ваҡытта карап орбитаға сыҡты. Беҙ еңел тын алдыҡ, әммә алда Ер тирәләй әйләнеү һәм иң мөһиме – ергә төшөү бурысы тора ине.
Әкренләп космодромда тәүге тантана шауҡымы үтте һәм барыһы ла Юрий Гагариндың имен-аман әйләнеп ҡайтыуын көтә башланы. Шундай ҙур көсөргәнеш урынлашты, Гагариндың Ер тирәләй осҡан минуттары мәңгелектең үҙе кеүек булып тойолдо. Һәм бына барыһы ла яҡшы тамамланды! Йыһан карабы Ер шарын урап сыҡты, тормоз ҡорамалдары эшләне, аппарат атмосфераның тығыҙ ҡатламдарына килеп инеп, билдәле бейеклектә тормоз парашюты асылды һәм осоусы-космонавт майор Юрий Алексеевич Гагарин (әле генә ул өлкән лейтенант ине) Һарытау еренә килеп төштө. Беҙгә тиҙ арала был хаҡта билдәле булды һәм бер нисә минуттан радионан Левитан­дың көр тауышы яңғыраны! Беҙҙең шатлан­ғанды күҙ алдына ла килтерә алмаҫһығыҙ! Быны һөйләп аңлатыу мөмкин түгел!
...Бик күп йылдар үтте. Ә шул саҡтағы хис-тойғо һаман да күңелдә сағыу, кисә генә булған кеүек һаҡлана. Беҙ ул саҡта ысын мәғәнәһендә бәхетле инек. Космонавтиканың артабанғы үҫеше күрһәтеүенсә, С.П. Королев ише шәхес артабан СССР-ҙа ла, АҠШ-та ла, башҡа илдәрҙә лә булманы. Ул илебеҙҙе донъя кимәлендә танытты, хөрмәт иттерҙе.
Был ваҡиғанан һуң йыһанда йөҙҙәрсә кеше булды. 101-се, 201-се, 301-се космо­навтың исемен иҫләйһегеҙме? Юҡ. Ә Юрий Гагаринды барыһы ла белә, барыһы ла иҫләй, сөнки ул – беренсе! Уның исеме һәм һөйкөмлө йылмайыуы донъя халыҡтарының хәтеренә мәңгелеккә уйылып ҡалды...”.


Мәҡәләне әҙерләүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн Байконур космодромы ветеран­дарының төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының Өфө бүлексәһе идараһы рәйесе Николай Иванович Еськовҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Читайте нас