Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 12:46

Улар башҡаларға өлгө

Өфөлә “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһын тапшырҙылар.

Ошо көндәрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында 13 тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова исемендәге VII “Милләт йәшлеге” йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы булды.


Конкурс һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән иң яҡшы спортсылар, тренерҙар, инвалид балаһы булған йәш ғаиләләр, бағыусылар һәм киң матбуғат сараларын асыҡлау мөмкинлеген бирә. Быйыл бәйгелә ҡатнашыу өсөн йөҙҙән ашыу кеше ғариза ебәргән. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнде: “Йыл алға китеше”, “Спорт сиктәрһеҙ”, “Паралимпия спорты өмөтө”, “Еңеү сере”, “Чемпионды тәрбиәләү”, “Йөрәк саҡырыуы буйынса”, “Асыҡ ҡараш”. Номинанттар билдәле спортсылар, сәйәсмәндәр һәм шоу-бизнес йондоҙҙары ҡулынан ҡиммәтле бүләктәр һәм кубоктар алды.
Бүләкләү тантанаһында Рәсәй спорт министры урынбаҫары Одес Байсултанов, өс тапҡыр олимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Бувайсар Сайтиев, олимпия чемпионы Татьяна Лебедева, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, биш тапҡыр паралимпия чемпионы Андрей Строкин ҡатнашты.
– Пандемия арҡаһында былтыр беҙ тантананы үткәрмәнек. 2020 йылда еңгән номинанттарҙы бөгөн бүләкләйбеҙ. Был кешеләр сабыр ғына үҙ пьедесталын көттө, шуға уларға икеләтә рәхмәт, – тине сараны ойоштороусы Рима Баталова.
Йыл һайын Өфөгә премия тапшырыуға килгән Татьяна Лебедева белдереүенсә, был – коллегалар менән осрашыу, Рәсәй спорты киләсәге тураһында һөйләшер өсөн матур сәбәп.
“Элекке премиялар лауреаты булғандарҙы беҙ күҙәтеп барабыҙ, уларҙың күбеһе төрлө спорт төрҙәре буйынса йыйылма командалар ағзалары булып китте һәм быйыл Токиола үтәсәк Паралимпия уйындарында илебеҙҙе лайыҡлы күрһәтер тип ышанам”, – тине ул.
Билдәле көрәшсе Бувайсар Сайтиев фекеренсә, “Милләт йәшлеге” премияһының мөһимлеге уны үҙенсәлекле балаларға ла биреүҙә.

– Был – башҡа төбәктәр өсөн дә ыңғай миҫал. Башҡортостанда паралимпия спорты бик әүҙем үҫешә һәм бында Рима Баталованың өлөшө ҙур. Был балалар йәшәргә, бирешмәҫкә кәрәк тип, башҡаларға өлгө күрһәтә, – тине Дәүләт Думаһы депутаты.
Бүләкләү тантанаһын асып, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Радий Хәбировтан сәләм әйтте. Уның белдереүенсә, был йәмәғәт пре­мияһы әллә ҡасан федераль кимәлгә сыҡты һәм йыл һайын уның абруйы арта ғына.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәйбәт яңылыҡ еткерҙе. Киләһе йылдан алып “Ауыл тренеры” програм­маһы буйынса тапшырылған ун сертификат республика етәксеһе ҡа­рары буйынса үҫешендә үҙенсәлек­тәре булған балалар менән шөғөл­ләнгән тренерҙарға биреләсәк. Моғайын, ул тап ошо “Милләт йәшлеге” премияһын тапшырыу тантанаһында бирелер.
“Чемпионды тәрбиәләү” номина­цияһында Колачык ғаиләһе еңде. Был ғаиләлә ике ул үҫә: өлкәне Артур һәм бәләкәйе Павел. Артурҙың үҙенең ике улы буй еткерә. Уларҙың барыһы ла сәләмәт тормош алып бара һәм спорт менән шөғөлләнә. Тик Павел тантанала була алмаған, ул Башҡортостан йыйылма коман­даһы менән Рәсәй кимәлендәге йөҙөү буйынса чемпионатында ҡатнаша. Ғаиләне Рәсәй спорт министры урынбаҫары Одес Байсултанов тәбрикләне.
Сираттағы категорияла Альбина Ҡормаева еңде. Ул атыш менән шө­ғөлләнә, саңғыла уҙышыу һәм йөҙөү буйынса спорт мастерлығына кандидат. 2019 йылда йөҙөү буйынса Рәсәй кубогында шәхси беренсе­лектә һәм эстафетала еңеүсе булған.
Дзюдо менән шөғөлләнгән Урал Саҙиҡов “Һаңғырауҙар һәм насар ишеткәндәр” категорияһында баһаланды. “Һаңғырауҙар һәм насар күргәндәр” категорияһында награданы Артем Бондаренко алды. Ул йөҙөү, ҡаяға үрмәләү, саңғы спорты, еңел атлетика менән шөғөлләнә, шахмат һәм шашка турнирҙарында ҡатнаша, һуҡырҙар өсөн өҫтәл теннисын өйрәнә.
“Спорт сиктәрһеҙ” номинация­һында еңгән тағы бер кеше булып терәк-таяныс ағзалары зыян күргән Дарина Ғилуанова танылды. Ул Рәсәй кимәлендәге төрлө чемпио­наттарҙа еңеүҙәр яулаған. ”Паралимпия спорты өмөтө” номинаци­яһында Рәсәйҙең саңғы ярышы һәм биатлон беренселегендә өс тапҡыр көмөш призер Аделина Пестряева еңде. Ул – спорттың ошо төрө буйынса Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһына кандидат та.
“Еңеү сере” номинацияһында бер нисә еңеүсе билдәләнде. Павел Сафонов – республикала һу­ҡырҙар өсөн өҫтәл теннисын үҫтереү проекты инициаторы. Ольга Байра­ҡова – терәк-хәрәкәт ағза­лары зыян күргән һәм интеллектуаль етеш­һеҙлектәре булған спортсыларҙың өҫтәл теннисы буйынса өлкән тренеры. Ул өс спорт мастеры, һигеҙ спорт мас­тер­лығына кандидат тәрбиәләгән.
“Асыҡ ҡараш” номинацияһында награданы инвалидлығы булған кешеләр тураһындағы “Сикләүҙәр юҡ” төбәк интернет-проекты – Рәсәй Журналистар һәм фоторәссамдар союзы ағзаһы Светлана Комкованың ирекмәндәр проекты, “БЮТ” телеканалы һәм “Аргументы и Факты” гәзите алды.
“Йөрәк саҡырыуы буйынса” номинацияһында спорт үҫешенә ҙур йоғонто яһаған меценат һәм бағыусылар – “Һаҡлыҡ банкы” һәм “Аструм” компаниялары еңде. Улар спортсыларға, Башҡортостанда балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә ярҙам итә.
Ҡунаҡтарҙы сағыу сығыштар менән Элвин Грей, Зәйнетдин, Айҙар Ғәлимов, Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле һәм республиканың иң яҡшы балалар коллективтары ҡыуандырҙы.
Читайте нас