Быйыл Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров та Мөрәжәғәтнамәһендә ошо йүнәлештә башҡарылған эштәргә, тармаҡтағы ҡаҙаныштарға һәм яңы бурыстарға айырым туҡталғайны.
Яңы мөмкинлектәр булдырыла
“Зәки Вәлиди урамындағы оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торған комплекста йәй IQ-парктың – “Сколково”ның төбәк операторы статусына эйә юғары технологиялар технопаркының беренсе сиратын сафҡа индерәбеҙ. Ул инновациялы бизнес өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡты тәшкил итәсәк. Парк резиденттары “Сколково” ресурстарынан, махсус өҫтөнлөктәрҙән һәм заманса хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген аласаҡ.
Ғилми-белем биреү үҙәген үҫтереүҙә ҡатнашҡан йәш ғалимдарыбыҙ араһынан “Авиация өсөн яңы быуын электр машиналары” проекты лидерҙары – техник фәндәр докторы, Өфө дәүләт авиация техник университетының баш ғилми хеҙмәткәре Вячеслав Евгеньевич Вавиловты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының Инжиниринг үҙәге етәксеһе Дмитрий Сергеевич Матвеевты билдәләп үтергә теләйем. Ул етәкселек иткән инжиниринг үҙәге проекты беҙҙең ғилми-белем биреү үҙәге программаһына инде һәм 300 миллион һум күләмендә федераль грант яуланы. Илебеҙҙә иғлан ителгән Фән һәм технологиялар йылында ғалимдарыбыҙ республиканың ғилми ҡеүәтен нығытыу өсөн тикшеренеү һәләттәрен тағы ла сағыуыраҡ күрһәтер, тип ышанам. Әйҙәгеҙ, уларҙы тәбрикләйек”, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы айырым билдәләгән йәш ғалим Вячеслав Евгеньевич Вавилов Фән-мәғариф үҙәге эшендә ҡатнаша, “Авиация өсөн яңы быуын электр машиналары” проекты лидеры булып тора.
Мәғлүм булыуынса, Новосибирскиҙа 500 киловатт ҡеүәтле электр двигателе менән йыһазландырылған гибрид көс ҡоролмаһын ерҙә һынауҙың беренсе этабы башланғайны. Рәсәйҙә бер нисә ғилми коллективтың тырышлығы менән “Як-40” осоусы лаборатория бортында электр самолеты өсөн беренсе гибридлы двигатель урынлаштырылған. Самолеттың “ҡойроҡ” өлөшөндә урынлашҡан өс двигателдең береһе Өфө дәүләт авиация техник университеты менән П.И. Баранов исемендәге авиация моторҙар эшләү үҙәге институтының берлектә әҙерләгән электр генераторлы турбовал газ-турбиналы двигателгә алмаштырылған.
Осоусы лабораторияның алғы “танау” өлөшөндә Киләсәкле тикшеренеүҙәр фонды заказы буйынса “СуперОкс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етештергән юғары температуралы һәм криоген системаны файҙаланған электр двигателе урынлаштырылған. “Як-40” базаһындағы осоусы лаборатория концепцияһы Чаплыгин исемендәге Себер ғилми-тикшеренеү институты белгестәренә ҡарай.
Өфө дәүләт авиация техник университетының Электротехник комплексы һәм системалары ғилми-тикшеренеү институты электромеханика кафедраһының етәксеһе Вячеслав Вавилов һөйләүенсә, самолет электр двигателе ярҙамында осоу-ултырыу һыҙаты буйынса үткән. Был осоусы аппараттың ерҙә хәрәкәт иткәндә көс ҡоролмаларының, уның системаларының һәм ҡорамалдарының эшкә яраҡлылығын тикшереү өсөн мөһим.
Беренсе этап техник ҡарарҙың дөрөҫлөгөн һәм авиация ҡорамалы менән электр двигателенең бергә яйлы эшләүен күрһәткән. Алынған мәғлүмәттәр тулыһынса электр самолеттарға һәм вертолеттарға двигателдәрҙе эшләү технологияларында һәм электр-энергетик комплекстарҙа үҫеш аласаҡ.
ӨДАТУ профессоры Флүр Исмәғилев етәкселегендәге электр механикаһы кафедраһы ғалимдары һәм студенттары был өлкәлә күптән уңышлы эшләй. Был эш Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән төҙөлгән контракт нигеҙендә 2018 йылдан алып барыла.
ӨДАТУ “Электр самолетына яҡыныраҡ – гибрид электр самолеты – тулыһынса электр самолеты” траекторияһы буйынса авиация өсөн яңы быуын электр машиналары эшләү өлкәһендә төп компетенцияларға эйә. Юғары уҡыу йорто Евразия Фәнни-мәғариф үҙәге сиктәрендә был проектты үтәү өсөн тулыһынса яуап бирә.
– Беренсе аҙымдар – Рәсәй электр осошон әҙерләүҙә ҙур уңыш. Һынауҙар беҙҙең ғалимдарҙың дөрөҫ юлда булыуын күрһәтте. Киләсәк техникаһын һәм технологияларын булдырыуҙа улар менән студенттарҙың эшләүе бик мөһим. Студенттар университетты тамамлағас, эшкә уңышлы урынлашыу өсөн яҡшы гарантия, – тип был ваҡиғаға ҡарата фекере менән уртаҡлашты ӨДАТУ ректоры Сергей Новиков.
Стратегик сессияла мөһим мәсьәләләр
Ысынлап та, йәштәр фәнгә битараф түгел. Һуңғы йылдарҙа республикала фәнде үҫтереүгә иғтибарҙың артыуы ла быға булышлыҡ итәлер. Мәҫәлән, йыл башында Өфөлә “Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге: Башҡортостан Республикаһында фән һәм мәғариф интеграцияһы һорауҙары, йәштәр һәм кампус сәйәсәте, тикшеренеүҙәр һәм эшкәртеүҙәр секторына ярҙам” стратегик сессияһы булды.
Биш көн дауамында республиканың юғары уҡыу йорттары һәм фән ойошмалары вәкилдәре Башҡортостанда фәнде үҫтереү һәм алға ебәреү буйынса үҙенсәлекле стратегия эшләне. Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенә ҡағылған йүнәлештәр буйынса етди эш алып барылды: фән, мәғариф, кампус сәйәсәте, фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү юлдары, йәштәр сәйәсәте һәм мәғлүмәт стратегияһы.
Стратегик сессияның эш һөҙөмтәһе пленар ултырышта әйтелде. Уларҙы Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығының Проект эшмәкәрлеге департаменты етәксеһе Наталья Гвоздева, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, республика университеттары ректорҙары тыңланы.
– Фән донъяны үҙгәртә. 2020 йылдың декабрендә республика ышаныслы еңеүгә өлгәште, әммә тынысланырға иртәрәк, был – ҙур юлдың башы ғына. Әле беҙ, фәнде бөтә донъя процестарына индереп, юлдарҙы синхронлаштырабыҙ. Хеҙмәттәшлектән файҙаланып, еңеүгә өлгәшергә була. Республиканың яҡшы перспективалары бар, Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығының төбәктәр ҡатнашлығындағы сараның көн тәртибендә әйтелгән күп тәҡдимдәр эш проектында сағылыш тапты ла инде. Тәжрибә туплап, беҙгә артабан ҡайҙа барырға икәнен аңларға кәрәк, – тине сенатор Лилиә Ғүмәрова, сессияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп.
Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы вәкиле Наталья Гвоздева бөтә донъяла “ҙур университеттарға” һәм юғары технологияларға иҫәп тотоуҙарын билдәләне.
“Хәҙер университеттар – төбәктәрҙе алға этәреүҙе тәьмин итеүселәр ул. Үҙгәрештәрҙең әүҙем флагмандары булып китәсәк Евразия фәнни-мәғариф үҙәге сессияһында ҡатнашыусылар икеләтә ынтылыш менән эшләргә тейеш. Улар сит ил университеттары оҙайлы ваҡытта үткән осор аша һикерергә тейеш, ә беҙҙә ул 10 йылға кәмерәк. Беҙҙең бурыс ҡыуып етеү түгел, етди халыҡ-ара көнәркәшлек булыуын иҫәпкә алып, алға ынтылыу”, – тип өҫтәне ул.
“Фәнгә һәм мәғарифҡа ярҙам итеү ҡоралдары” йүнәлеше буйынса эксперттар, үҙҙәренең проекттарын яҡлап, йәш ғалимдарыбыҙға тикшеренеү юлында яңы юлдар асасаҡ грант программаларына айырыуса иғтибар итте. “Мәғариф” төркөмө яңы программаларын ғәмәлгә ашырыуға баҫым яһаны. Эксперттар фекеренсә, был белем сифатын яҡшыртасаҡ, һөҙөмтәлә беҙ юғары квалификациялы белгестәр әҙерләйәсәкбеҙ.
“Кампуслы сәйәсәт” төркөмө ҡулайлаштырыуға ҡарашты һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге йүнәлештәре буйынса юғары уҡыу йорттары инфраструктураһын ентекле анализлау аша сығанаҡтарҙы туплауҙы ентекләп ҡараны.
Шулай уҡ мәғлүмәт стратегияһы ла күрһәтелде, ул республика фәнен федераль һәм халыҡ-ара кимәлдә күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.
“Үҙгәрештәр – уртаҡ маҡсат менән берләшкән кешеләрҙең ныҡышмалы хеҙмәте ул. Фән – консерватив мөхит, ул үҙгәрештәргә бик ауыр бирелә, әммә беҙ, йылдам темпта барыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, быйыл уҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе күрербеҙ, тип уйлайым. Беҙҙең университеттарҙа яңы лабораториялар, материалдар барлыҡҡа киләсәк – университеттарға быға тиклем ҡулланылмаған майҙансыҡтарҙы файҙаланыу мөмкинлеген бирәбеҙ”, – тип белдерҙе осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин.
Республика Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов, сессияға йомғаҡ яһап, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм фән ойошмалары вәкилдәре яҡлаған юл картаһы Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең артабанғы эш нигеҙе буласағы хаҡында белдерҙе.
“Беҙҙең төп бурыс – эксперттар ярҙамында, урынына еткереп, Евразия фәнни-мәғариф үҙәге программаһын эшкә ҡушыу. Сессияның бурыстарының береһе – көнәркәшлек алып бара алмаған программаларҙы айырып күрһәтеү, был иһә сығанаҡтарҙы азат итеүгә килтерәсәк, уларҙы икенсе маҡсаттарға йүнәлтәсәкбеҙ”, – тине спикер.