Йәмғиәт
9 Апрель 2021, 13:47

Яҙмышы Ҡариҙелдән айырылғыһыҙ

Ул гәзиттең “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында ла ҡатнашты.

Балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәткән Гөлнара Солтанова менән осраҡлы ғына таныштым, Ҡариҙел районына барғанда тап иттем уны. Шул саҡта уҡ уның ихласлығы, тырышлығы, егәрлелеге һоҡландырғайны. Ҡасандыр Ҡариҙелгә килен булып төшкән ҡатын ошо ергә берегеп, был төбәкте оҡшатып, ихлас тормош көтә, өс бала әсәһе.


Ул төньяҡ башҡорттарының кейемен, тарихын, ырыуҙарын өйрәнә, бер нисә ғаилә өсөн шәжәрә төҙөгән. Район һабантуйҙарында 15 йылға яҡын алып барыусы булған, милли байрамдар ойоштороуҙа ҡатнаша. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы урындағы терминология хеҙмәтенең секретары ла булған, әле лә тәржемә буйынса эшмәкәрлек алып бара. “Башҡортостан” гәзитенең Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы ойошторған “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында ла ҡатнашырға баҙнат иткән ҡыйыу йөрәкле конкурсантыбыҙ Гөлнара СОЛТАНОВА менән һеҙҙе яҡындан таныштырыу маҡсатында әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы, Ҡариҙел ере һеҙҙе нисек үҙенә йәлеп итте? Баймаҡтан бигерәк алыҫ бит...

– Эйе, үҙем Баймаҡ ҡыҙымын. Татлыбай ауылында үҫеп, Сибай ҡалаһындағы интернат-мәктәпте, унан һуң педагогия училищеһын тамамланым. Һуңғы тапҡыр беҙҙе, 1994 йылғы сығарылыш студенттарын, йүнәлтмә менән эшкә ебәрҙеләр. Шул саҡта Ҡариҙел районына килеп эләктем дә инде.
Был ер мине үҙенекеләй итеп ҡабул иткәндән һуң 26 йылдан ашыу ғүмер үтеп тә китте, Аллаға шөкөр. Үҙ сиратымда мин дә район өсөн йән атып йәшәнем, яндым, көйҙөм, шатландым, ғорурландым. Әле лә иҫ киткес матур тәбиғәтле Ҡариҙел районының күркәм Абыҙ ауылында йәшәйем, мәктәптә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам.


– Тыуған ереңде лә, телеңде лә, килен булып төшкән төбәкте лә яратыуың һоҡландыра. Был тиклем илһамды ҡайҙан алаһың?

– Иң тәүҙә башҡорт теленә һө­йөү тәрбиәләгән әсәйем Мәрзиә Исмә­ғил ҡыҙы менән атайым мәрхүм Рәхмәтулла Латиф улы Латиповтарға тәрән рәхмәтлемен. Өйөбөҙҙә Мәжит Ғафури, Рәшит Ниғмәти, Дауыт Юлтый, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Мостай Кәрим, Яныбай Хамматов, Һәҙиә Дәүләтшина кеүек классик яҙыусы­ларҙың китаптары күп булды. Ә баш­ҡорт телендәге баҫмалар беҙгә өйөм-өйөм килер ине.
Төрлө спектаклдәргә, әҙәби уҡыу­ҙарға барыу беҙҙең ғаиләлә ғәҙәти күренеш булараҡ ҡабул ителде. Төрлө яҙыусыларҙан автограф алыу матур йолаға әйләнде. Бер мәл олуғ шағирыбыҙ Рәми Ғари­повтың ҡыҙы Гөлнараны күтәреп төшкән фотоһы баҫылғайны гәзиттә. Мин уны атайыма оҡшата инем. Гөлнара урынына үҙемде ҡуйып ҡарап, исемем дә шулай булғанға ғорурлана торғайным.


– Ә остаздарың араһында кемдәрҙе билдәләр инең?

– Ысынлап та, яратҡан шәхестәребеҙҙең ижадына һөйөү тәрбиәләүҙә тәрән эҙ ҡалдырған педагогтарым – Баймаҡ районының Татлыбай урта мәктәбендәге беренсе уҡытыусым Зәкиә апай Вәлиуллинаға, өлкән кластарҙағы башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрзәнә Искәндәр ҡыҙы Йәнтүринаға ифрат рәхмәтлемен. Остаздарым минең табаҡ-табаҡ яҙылған иншаларымды әле лә хәтерләйҙер.
Аҙаҡ инде Сибай ҡалаһындағы мәктәп-интернаттағы уҡытыусым Миңлеямал Әшрәф ҡыҙы Миңле­баева ла башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы ғына. Өфөгә барып, башҡорт теле буйын­са республика олимпиадаларында ҡатнашыуым – барлыҡ уҡытыу­сыларымдың хеҙмәт емеше ул.
Элек “Башҡортостан пионеры”­ның (хәҙерге “Йәншишмә” гәзите) йәш хәбәрсеһе булдым. Ул осор­ҙағы әүҙем пионерҙар хәҙер инде билдәле шәхестәр булып китте – Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡото­ева, Гөлнара Хәлфетдинова, Рита Өмөтбаева. Ысынлап та, уларҙың ижады дәртләндерә, илһамлан­ды­ра ине шул. Зөһрә Ҡотлогил­динанан, Рәмил Йәнбәковтан, Венер Исхаҡовтан алған хаттар бер мине генә күккә сөймәгәндер.

Сибай педучилищеһына уҡырға ингәс, билдәле шәхестәр Зөһрә Фәйзуллина, Рәйес Түләков һәм Рәсимә Ураҡсиналар мәктәбен үтеү минең өсөн оло мәртәбә булды.
Башҡорт дәүләт универ­сите­тындағы уҡытыусыларымдың ба­ры­һы ла ғүмеремдә ҡыҙыл маяҡтай булып торҙо. Бигерәк тә диплом етәк­сем Гөлфирә Гәрәй ҡыҙы Ниғ­мәтованың әҙәбиәткә ҡарашымды нығытыуҙағы тырышлығы бихисап.
– Ҡариҙелдең тәбиғәте матур булһа ла, һауа шарттары ҡырыҫ, ҡыштары түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ. Ҡояшлы Баймаҡта үҫкән ҡыҙҙы былар ҡурҡытманымы?

– 1994 йылда мине, йәш уҡытыу­сыны, Балмаҙы мәктәбе директоры Зилә Камил ҡыҙы Нәзметдинова башҡорт теле уҡытыусыһы итеп эш­кә алды. Ул йылдарҙа, хеҙмәт юлымды саҡ башлап торған сағымда, Светлана Валинур ҡыҙы Шакированың, Мәрйәм Ғәйнелйән ҡыҙы Суфиярованың (икеһе лә мәрхүм булып ҡалды), Зөлфинә Ваяс ҡыҙы Сафинаның, Рәфиә Шәрәфетдин ҡыҙы Әхмәтйә­нова­ның, Фидаил Ғаян улы Сафиндың кәңәштәре минең өсөн мәңгелек һабаҡ булды.
Әле лә шул саҡтағы гөрләп эш­лә­гән мәлдәрҙе һағынып иҫкә алам. Ул осорҙа райондың башҡорт теле уҡытыусылары, хәҙер педагогия хеҙмәте ветерандары Мәрйәм Ғиндуллинаның (Яңы Бәрҙәш), Фәүзиә Мырҙабаеваның (Абдулла), Әнисә Ғиниәтуллинаның (Бағаҙы), Зәминә Мөхәмәтйәнованың (Ҡариҙел) эшмәкәрлектәре шул тиклем юғары баһаға эйә ине.
Уларға ҡарап һәр саҡ һоҡ­лан­дым. Ошо остаздарҙың эшен Зи­лиә Ғиндуллина, Тәфҡиә Хәзиева, Зөһрә Әйүпова, Рәфинә Шәйехова, Лилиә Солтанова, Рәйсә Солтанова, Эльмира Дәүләтйәнова, Миләүшә Мусина, Венера Миңлебаева, Рәйлә Хәбибйәнова лайыҡлы дауам итте.


– Һинең ҡәләм тирбәлткән ижад кешеһе лә икәнлегеңде беләбеҙ...

– Ысынлап та, әүҙем яҙышҡан мәлдәр булды. Бер мәл райо­ныбыҙҙа “Хазина” исемле гәзитте ойоштороп, ошо педагогтарҙың уңыштарын, талантлы уҡыусылар­ҙы һүрәтләгән саҡтар ҙа күҙ алдымдан китмәй. Вячеслав Пету­ниндың, Зөлфирә Зарипованың, Заһит Мурсиевтың, Гүзәлиә Ти­мер­шинаның, Елена Кузне­цо­ва­ның, Азат Мәҡсүтовтың ярҙамын оноторлоҡ түгел, редакция коллек­тивы хаҡында йылы иҫтәлектәр һаҡлайым. Ысынлап та, бер-бере­беҙҙе ярты һүҙҙән аңлап эшләнек. Мин әле лә улар менән хеҙмәт­тәш­лек итеп торам. Журналист ене ҡа­ғылған осорҙа яҙмыш ҡушыуы буйынса Сибай ҡалаһындағы “Атайсал” гәзитендә лә эшләргә насип булды. Шул саҡта төбәк ҡала гәзитендә журналистар Гөлдәр Ҡадаева, Гөлдәр Яҡшығолова менән бергә эшләнек. Атайсалдар күңелемә телебеҙҙең күркәмлеген инандырыусы гәрәбәләй орлоҡтар сәсте.
– Һеҙ мәҙәниәт өлкәһендә лә үҙ кеше. Был һәләт, маһирлыҡ ҡайҙа һәм ҡасан килде?

– Эйе, мәҙәниәттә лә үҙемде һынап ҡараным. Ҡариҙел райо­ны­ның элекке хакимиәт башлығы Илдар Вил улы Ғарифуллиндың баш­ҡорт теленә, халҡыбыҙ тарихына, бөгөнгөһөнә ҡараштарын һәр саҡ хөрмәтләп телгә алам. Нәҡ уның башланғысы менән районыбыҙҙа Шәжәрә, төрлө халыҡ байрамдары күкрәп сәскә атты, районыбыҙҙан яҙыусылар үҫеп сыҡты. Мәҙәниәт бүлегендә эшләгән ваҡыттарҙы ла оноторлоҡ түгел. Рөстәм Булатов, Мирза Хөсәйенов, Әлфиҙә Солтаншина, Фәдис Әхәтов, Ләүзә Ғәлиева, Илүзә Хөсәйенова, Эльвира Ғәбдинурова, Марат Мәҡсү­тов, Филүс Шәңгәрәев һәм башҡа хеҙмәттәштәрем менән башҡарған проекттар бихисап булды. Рәфилә Мөнирова менән иһә башҡорт бейеүҙәрен таратыуға күп көс һалдыҡ.


– Ә ниндәй сәбәптәр мәктәпкә ҡайтырға мәжбүр итте?

– Тормош иптәшем Дамир Риза улы менән Абыҙ ауылында яңы йорт һалып сыҡтыҡ. Өйөбөҙ эргә­һендә барлыҡ уңайлыҡтары булған өр-яңы мәктәп төҙөлдө. Ә Ҡариҙел йылғаһы аша район үҙәгенә эшкә йөрөүе еңел түгел ине, шуға ла мәктәпкә кире эшкә ҡайттым.
Бында ла тәжрибәле, ярҙамсыл коллегаларым, тырыш уҡыусы­ларым бар. Башҡорт тарихы йылында иң элек бына ошо башҡорт теле уҡытыусылары, редакция, мәҙәниәт өлкәһендәге коллегаларым менән бергә яңы маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыу өҫтөндә ныҡлап эшләйбеҙ. Хәҙер беҙҙең уҡыусылар араһында ла ысын телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр күпләп үҫеп килә.


– Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы, һеҙ телдең киләсәген нимәлә күрә­һегеҙ? Уны һаҡлау өсөн тәү сиратта ниндәй саралар күрелергә тейеш?

– Тарихты белмәйенсә, туған телде лә белеп булмай, ә телде белмәйенсә, тарихты ла төшөнөү мөмкин түгел. Ике төшөнсә бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. Беҙ ошо бәйләнеште уҡыусылар, ата-әсәләр аңына төшөндөрөргә бурыслыбыҙ. “Беҙ бергә”, “Ырыуҙар ҡоро”, “Атайсал” кеүек проекттарҙы үҙебеҙҙә лә тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эш алып барабыҙ. Әлбиттә, уның ыңғай һөҙөмтәһе булыр, тип өмөт итәбеҙ.


– Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы, бар ергә лә өлгөрөүегеҙ, ысынлап та, һоҡланыу хисе тыуҙыра. Бөгөн башҡорт теле уҡытыу­сылары иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Ошо еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Әңгәмәгеҙ һәм гә­зитебеҙҙең конкурсында ҡат­наш­ҡанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә.

Читайте нас