Йорттар ҙа кешеләр кеүек – ҡартая һәм таушала. Әммә, әҙәм затынан айырмалы, уларҙы ҡабат “йәшәртергә” мөмкин. Йыш түгел, тиҫтәләрсә йылдар үткәс кенә, сөнки был эш ҙур сығымдар талап итә. Бигерәк тә капиталь ремонт яһағанда. Шуға күрә күптән түгел Хөкүмәт кәңәшмәләренең береһендә ошо мәсьәләне ҡарағанда бүленгән аҡсаны подрядсы ойошманың нисек файҙаланыуына төп иғтибар бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп фатирлы торлаҡ йорттарҙы капиталь ремонтлау эшендәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләне, эште яҡшыртыу, тиҙләтеү буйынса аныҡ күрһәтмәләр бирҙе.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Стройресурс” тигән компанияның йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн түбән квалификациялы эш көсө йыйыуы, 11 йорттоң ҡыйығын асып та ҡабат яңыртып ябыуҙы оҙаҡҡа һуҙыуы, артабан ямғырҙар башланыуы һәм фатирҙарҙы һыу баҫыуы тураһында беҙҙең гәзит яҙып сыҡҡайны инде. Шуға ла Радий Фәрит улы Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу буйынса төбәк операторының генераль директоры Павел Сафоновтың сығышы менән ҡәнәғәт булманы һәм шелтәләне.
– Был турала мин алдараҡ ишетеп ҡалһаммы... Ни өсөн миңә ваҡытында әйтелмәне? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе республика етәксеһе ошо һәм “Стандартстрой” компанияларының эшен тейешле контролдә тотмауға ҡарата. – Стәрлетамаҡтағы был хәлдәр – мәғәнәһеҙлек һәм яуапһыҙлыҡ миҫалы. Конкурс сараларын ойоштороу системаһы һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтте. Ҡала һәм райондарҙың төҙөлөш бригадалары унда ҡатнашмай тиерлек. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты тәжрибәле эшселәре һәм кәрәкле техникаһы булған компаниялар башҡарырға тейеш. Йыл һайын капиталь ремонт өсөн өс миллиард һум самаһы аҡса йыйыла, был халыҡтың үҙ аҡсаһы. Йорттарҙы капиталь ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы комплекслы ремонтлау эштәре бер тәртипкә һалынырға тейеш. Тағы бер айҙан был мәсьәлә буйынса һөйләшеү буласаҡ, әҙер тороғоҙ.
Капиталь ремонт. Ул нимәне аңлата?
Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау түбәндәге эштәрҙе үҙ эсенә ала:
– инженерлыҡ һәм техник коммуникацияларҙы алмаштырыу йәки яңыртыу;
– тотоп тороусы конструкцияларҙы алмаштырыу йәки яңыртыу;
– йорттоң ҡайһы бер стеналарын, түбәһен алмаштырыу йәки яңыртыу.
Подъездарҙы йүнәтеү капиталь ремонтҡа инәме? Әгәр ҙә уның тышҡы йөҙө генә матурайтыла икән (баҫҡыс тотҡаларын буяу, стена һәм түшәмен аҡлау, тәҙрәһенә быяла ҡуйыу, яҡтыртҡыстар һәм ишектәрҙе алмаштырыу), был ағымдағы ремонт булып иҫәпләнә. Стенаһын күсереү, инженерлыҡ коммуникацияларын һәм ҡорамалдарын яңыртыу – капиталь ремонт. Һуңғыһына лифтты алмаштырыу ҙа инә.
Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу өсөн аҡса фатир хужаларынан йыйыла һәм, Рәсәй Торлаҡ кодексының 169-сы статьяһына ярашлы, махсус фондта һаҡлана. Капиталь ремонт фатирҙар һаны өстән ашыуыраҡ булған йорттарҙа башҡарыла. Авариялы һәм һүтелергә тейеш тип танылған йорттарҙа капиталь ремонт үткәрелмәй, бындағы хужалар ремонт өсөн иғәнә түләмәй.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 24 декабрендәге “2020-2022 йылдарға Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары буйынса күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға йорттоң ҡатлылығына ҡарап минималь иғәнә күләмен билдәләү тураһында”ғы 763-сө ҡарары буйынса быйылғы 1 ғинуарҙан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорт өсөн капиталь ремонт иғәнәһе квадрат метрына 1,18 һум, алты ҡаттан да бейегерәк булған йорттар өсөн 7,8-әр һум тип билдәләнгән.
Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса республика программаһы 30 йылға иҫәпләнгән. Ул 2014 йылдан алып республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы алып барыла. Программаға 17 меңдән ашыу йорт индерелгән. Уҙған алты йыл эсендә уларҙың 42 процентында ремонт башҡарылған да инде, был йорттарҙың 30 проценты Өфөгә тура килә (Өфө буйынса башҡарылған эш тураһында – аҫтағы аңлатмала). Ҡайһы бер йорттарҙа, ашығыс мохтажлыҡ тыуыу сәбәпле, капиталь ремонт бер нисәшәр тапҡыр эшләнгән.
Республика Хөкүмәтенең был ҡарарынан һуң ике йыл үткәс тә “Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү программаһын булдырыу тәртибе”нә үҙгәрештәр индерелә. Хәҙер документ өсәр йылға иҫәпләнгән ҡыҫҡа ваҡытлы пландарға бүлгеләнгән.
Һәр фатир милексеһе был документтар менән таныша ала. Ҡайһы берәүҙәрҙә һорау ҙа тыуа: “Беҙҙең йортто капиталь ремонтлау программаһының 2029 йылдағы исемлегенә индергәндәр. Ә йорттоң түбәһе (йәки тышҡы йөҙө, инженерлыҡ системалары һәм башҡалар) бөгөн үк ремонт талап итә! Был эште тиҙләтеп булмаҫмы икән?” Башҡортостан Хөкүмәтенең 2016 йылдың 31 октябрендәге 459-сы ҡарарында ремонтты яҡыныраҡ датаға күсереүҙең алгоритмы билдәләнгән. Торлаҡ хужалары ошо маҡсатта түбәндәгеләрҙе эшләргә тейеш:
1) күп ҡатлы йорттағы фатир хужаларының дөйөм йыйылышын уҙғарырға. Бында капиталь ремонт талап иткән эштәрҙең исемлеге һәм ҡайһыһының ашығыс булыуы билдәләнә. Йыйылыштың протоколы Рәсәй Торлаҡ кодексы талаптарына яуап бирергә тейеш. Милекселәр йыйылышының кворумы – йорттағы дөйөм майҙан буйынса йыйылған тауыштың кәмендә өстән ике өлөшө;
2) мөрәжәғәт һәм ҡабул ителгән ҡарар тураһындағы протокол муниципаль берәмек хакимиәтенә ебәрелә;
3) муниципаль берәмек хакимиәтендәге капиталь ремонт мәсьәләләре буйынса комиссия был документтарҙы ҡарай, эште тиҙләтеү йәки кисектереп тороу тураһында ҡарар сығара һәм уның ваҡытын билдәләй;
4) төбәк операторы, комиссияның ҡарарын алғас, үҙ мөмкинлектәрен баһалай, яңы бурыстарҙы иҫкеләре менән дөйөмләштерә һәм эшләнгән проектты Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығына капиталь ремонт программаһының ҡыҫҡа ваҡытлы планына индереү өсөн тапшыра.
Күп ҡатлы йорттарҙағы капиталь ремонттың нисек башҡарылыуы менән риза булмаған дәғүәләр ҙә аҙ түгел һәм быны “Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фондтың (kapremont02.ru) сайтына инеп тә күрергә мөмкин.
Төбәк операторы раҫлауынса, төҙөлөш ойошмаларының подряд килешеүен теүәл үтәүенә контроль планлы рәүештә алып барыла. Былтыр, мәҫәлән, килешеүҙе боҙған өсөн подрядсы ойошмаларға дөйөм суммаһы 5 миллион 431 мең һумлыҡ 88 дәғүә ебәрелгән. Дәғүә менән килешкән төҙөлөш ойошмаларынан 4 миллион 950 мең һум килгән дә инде. Ҡалғандары суд аша ҡайтартыласаҡ. Бынан тыш Төбәк операторы проект-смета документтарын эшләү буйынса килешеүҙе боҙған өсөн дүрт подряд ойошмаһынан 323 мең һумды түләткән.
“Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү буйынса төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған фондтың генераль директоры:
– Былтыр Өфөлә 576 йортта капиталь ремонт үткәрелде, барлығы 644 эш төрө башҡарылды. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, 115 йорттоң түбәһе яңыртып ябылды, 28 йорттоң тышҡы йөҙө ремонтланды, 40 йортта эске инженерлыҡ селтәре алмаштырылды, 277 йорттағы 937 подъезд күркәм хәлгә килтерелде. Былтыр бөтә планлаштырылған эште башҡарып сыҡтыҡ, фәҡәт 16 йорттағы эш кенә үтәлмәне, сөнки уларҙағы фатир хужалары капиталь ремонттан баш тартты йәки төҙөүселәр өсөн эш майҙанын бушатманылар. Шулай уҡ ике йорт авариялы хәлдә тип табылды.
Адреслы исемлектәр төҙөү алымын дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ. Төҙөкләндереү буйынса программаларҙы синхронлаштырыу ҙа маҡсатҡа ярашлы буласаҡ, был ремонт тамамланған подъездың түбәһенән һыу аҡҡан йәки электр тәьминәте системаһын алмаштырған саҡтарҙа сығымдарҙы маҡсатҡа яраҡһыҙ тотоноу осраҡтарын булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк.
Быйыл 380 күп фатирлы йортта 406 эш төрөн башҡарыу планлаштырылған. Шул иҫәптән 91 йорттоң түбәһен алыштыраһы, 69 йорттоң инженерлыҡ системаһын яңыртаһы, 95 йорттағы 260 подъезды ремонтлайһы бар. Бынан тыш, 69 йорттағы 245 лифтты алмаштырыу ҙа ҙур эш булып тора. Подрядсылар йыл башында уҡ ҡыш башҡарырға мөмкин булған бурыстарҙы үтәргә тотондо ла инде, көндәр йылытыу менән эш күбәйә һәм тиҙләтелә бара.