Өфөнөң Софья Перовская урамында үҙенең кем, ҡайҙан икәнлеген белмәгән өлкән йәштәге ҡатын табылған, тип яҙа рәсми сығанаҡтар.
Был хаҡта 9 апрелдә эҙәрмәндәр ойошмаһы етәксеһе хәбәр иткән. Ҡатын исемен дә хәтерләмәй, Гөлфирә йәки Гөлнара Урмантаева булыуы ихтимал. Үҙенең һүҙҙәренсә, ул 1949 йылғы.
Ойошмала әйтеүҙәренсә, ҡатындың аяҡ кейеме булмаған, ҡара трико, көрән төҫтәге водолазка кейгән, ҡулында футболкаға төрөлгән икмәк телеме һәм сынаяҡ...
Уны белеүселәр булһа, ошо телефон һандарына шылтыратыу һорала: 8-927-969-89-19, 8-960-807-65-48.