Йәмғиәт
10 Апрель 2021, 18:00

Өмәләр дөйөм уңыштарға ынтылдыра

Башҡортостанда 1 апрелдән 8 майға тиклем биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса Таҙалыҡ көндәре үтә.

Башҡортостанда 1 апрелдән 8 майға тиклем матур йолаға әүерелгән сара - биләмәләрҙе таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса Таҙалыҡ көндәре үтә. Бынан тыш, 10 һәм 24 апрель берҙәм экологик шәмбе тип билдәләнгән.
Оҙайлы ҡыштан һуң беренсе йылы көндәрҙең башланыуы менән ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы таҙартыу буйынса сараларға төрлө ведомстволар, муниципалитеттар хакимиәттәре, төрлө милеккә ҡараған ойошмалар, ижтимағи берекмәләр, студенттар, ирекмәндәр һәм ошо биләмәләрҙә йәшәгәндәр ҡушыла.
"Кешеләр дөйөм эш менән мәшғүл булғанда, улар уртаҡ уңыштарға ынтыла, күп нәмәне бергә эшләй, берләшә һәм һөҙөмтәгә өлгәшә. Бына бөгөн дә кинәнес менән эшләнек, – тип тәьҫораттары менән республиканың торлаҡ һәм коммуналь-хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников бүлеште. – Әйтеүҙәренсә, хеҙмәт берләштерә. Шуға шәмбеләр – тәү сиратта аралашыу ул. Ҡалабыҙҙа, ихатабыҙҙа һәм йортобоҙҙа дөйөм көс менән тәртип урынлаштырыу шәп!"
7-9 апрелдә Башҡортостанда үткәрелгән Таҙалыҡ көндәрендә, 10 апрелдә ойошторолған дөйөм республика шәмбеһендә 173 мең 446 кеше, шул иҫәптән 7 мең 947 ойошма, шулай уҡ 20 мең 211 студент һәм уҡыусы, 5 мең 936 ирекмән ҡатнашты. Барлығы өс мең тонна сүп-сар йыйылған, 1840 берәмек махсус техника йәлеп ителгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Таҙалыҡ көндәре дауам итә һәм улар ҡалаларҙа, райондарҙа график буйынса ойошторола. Алда, 24 апрелдә, барыһын да берҙәм республика шәмбеһе көтә. Шулай итеп, республика киләһе май байрамдарын таҙалыҡта, тәртиптә ҡаршыларға йыйына.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас