Йәмғиәт
11 Апрель 2021, 12:00

Әсәй кеше улына сәнскән...

Был үтә аяныслы хәл Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында булған. Асыҡланыуынса...

Был ыҙғыш-ғауға спиртлы эсемлектәр менән мауығыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
25 йәшлек ир әсәһен туҡмай башлай. Быға яуап итеп, 44 йәшлек ҡатын бысаҡ ала ла улының эсенә сәнсә.
Йәш ир дауаханаға килтерелгән. Мәсетле районы полицияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлде асыҡлай. Ҡатын үҙенең ғәйебен таныған. Ә ир быға тиклем хөкөм ителгән булған.
Спиртлы эсемлектәрҙең ҡоло булыуҙың бер ҡасан да яҡшыға килтермәүе хаҡында һәр саҡ иҫкәртелә. “Йәшел йылан” яҙмыштарҙы селпәрәмә килтермәһен...
Фото: province.ru
Читайте нас