Йәмғиәт
12 Апрель 2021, 13:30

#Алғавкосмос флешмобында ҡатнаштылар

600-ҙән ашыу кеше “Йондоҙ” һәм “Поехали!” тигән яҙма рәүешендә теҙелде.

Бөгөн өфөләр Космонавтика көнөнөң 60 йыллығы айҡанлы #Алғавкосмос флешмобында ҡатнашты.
Өфө планетарийы алдындағы майҙанда 600-ҙән ашыу кеше “Йондоҙ” һәм “Поехали!” тигән яҙма рәүешендә теҙелде. Сарала ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҡала планетарийына билеттар таратылды.
Бынан тыш, ҡала әүҙемселәре Өфөнөң йыһанға бәйле урындарында акциялар ойошторҙо. Социаль селтәргә, #Денькосмонавтики һәм #Алғавкосмос хештегтары ҡуйып, Кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуының 60 йыллығы айҡанлы мәғлүмәт ҡуйған кешеләргә тәмлекәстәр һәм сувенирҙар тапшырылды. Байрам саралары шулай уҡ Гагарин урамындағы “Гагариндың портреты” тигән граффити эргәһендә, “Йондоҙло”, “Космос”, “Планета” сауҙа комплекстары алдында үтте. Өфө дәүләт авиация техник университетының туғыҙынсы уҡыу корпусы эргәһендә ҡуйылған Гагарин бюсы янында ла “йыһан” сувенирҙарын тараттылар.
“Был көн бөтә донъя тарихына инде һәм беҙҙең өсөн ысын байрамға әүерелде. Улым менән рәхәтләнеп акцияла ҡатнаштыҡ. Быуындар бәйләнеше һәм мөһим көндө онотмау өсөн бындай саралар бик кәрәк”, – тине флешмобта ҡатнашҡан Гөлнара Иванова.
Фото: vk.com
Читайте нас