Йәмғиәт
12 Апрель 2021, 12:00

Автомобилеңде үҙгәртеп ҡорһаң, һалым кәмей

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Транспорт һалымы тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индерергә йыйына.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы “Транспорт һалымы тураһында”ғы республика законына үҙгәрештәр индерергә йыйына.
– Закон проекты мотор газы ҡулланып эшләгән автомобилдәр өсөн ташламалы транспорт һалымы түләтеүҙе тағы өс йылға оҙайтыуҙы күҙ уңында тота, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Уларҙың хужалары – физик шәхестәр ҙә, транспорт ойошмалары ла һалымдың 50 процентын ғына түләй.
Ташлама 2021 – 2023 йылдарға билдәләнә. Бының өсөн бер ҡайҙа ла ғариза бирергә кәрәкмәй, һалым органдары уны үҙҙәре хәл итә. Ташлама яһауҙың сәбәбе билдәле: газ бензинға ҡарағанда арзаныраҡ һәм, иң мөһиме, уның тәбиғәт өсөн экологик зарары күпкә аҙыраҡ. Был сара автомобилдәрҙе газға күсереүҙе дәртләндереү ҙә булып торор тип көтәләр.
Фото: bashinform.ru.
Читайте нас