Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадрҙар менән таныштырыуҙан башланы.
Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булып Умарпаша Ханалиев тәғәйенләнде. Шулай уҡ ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булып та китте.
Радий Хәбиров белдереүенсә, уны был вазифаға бөгөн раҫланылар. Умарпаша Ханалиев оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙә эшләгән. Ул Рәсәй Геройы, бик күп хәрби наградалары бар, генерал-майор. Ул Ҡырғыҙстанда тыуған, ата-әсәһе Дағстан кешеләре. Хеҙмәт юлын ауыл уҡытыусыһы булып башлаған.
– Беҙҙең вәкиллек республикаға инвестициялар индереү йәһәтенән ныҡлы эшләргә тейеш. Был бик яуаплы эш, һеҙҙең компетенцияларығыҙ һәм тормош тәжрибәгеҙ быға өлгәшергә ярҙам итер тип ышанам, –тине республика етәксеһе.
Бөгөн торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Андрей Агапов тәғәйенләнде. Ул быға тиклем "Росимущество"ның төбәк идаралығы етәксеһе ине.
– Андрей Владимировичта кәрәкле бар сифаттар ҙа бар – һөнәри һәм кеше булараҡ та. Был дәүләт комитеты нисек эшләргә тейеш икәнлеген беҙ үҙебеҙсә күрәбеҙ, һеҙ унда энергия өҫтәрһегеҙ һәм эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк итерһегеҙ тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш Иглин районы хакимиәте башлығы раҫланды. Ул – алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Гүзәл Насирова. “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе булып Анна Казак тәғәйенләнде.