Йәмғиәт
12 Апрель 2021, 09:00

Хәтер һәм иҫкә алыу көнө күсерелә

Билдәләнгән көнө байрамға тура килеү арҡаһында, быйыл был көн күсерелә.

Быға тиклем 2 майҙа Башҡортостанда Хәтер һәм иҫкә алыу көнө билдәләнә ине. Был көндө республиканың зыяраттары тәртипкә килтерелде, биләмәләр йыйыштырылды.
Быйыл әлеге көн күсереләсәк. Был турала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Асыҡланыуынса, 2021 йылдың 2 майында православ динендәге кешеләр Пасха байрамын билдәләйәсәк.
– Беҙ үҙебеҙ өсөн бурыстар алғайныҡ: зыяраттарҙы таҙартыу, транспорт ойоштороу. Дини конфессиялар вәкилдәрен килеп, кешеләр менән аралашырға саҡырырға ла мөмкин. “Ашығыс ярҙам” бригадалары ла дежур итергә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Быйыл 2 май байрам көнөнә тура килгәнлектән, Хәтер һәм иҫкә алыу көнөн 3 майға күсерергә ҡарар иттеләр.
Фото: bash.news
Читайте нас