Йәмғиәт
12 Апрель 2021, 11:15

Һәләтле балаларға иғтибар арта

12 апрель – Космонавтика көнө уңайынан, Өфө дәүләт авиация-техник университетында байрам саралары үтте.

12 апрель – Космонавтика көнө уңайынан, Өфө дәүләт авиация-техник университетында байрам саралары үтте.
Тантанала ҡатнашыусылар, ә улар университет етәкселеге, уҡытыусылар, студенттар, вуздың хәрби-уҡытыу үҙәге офицерҙары һәм курсанттары, “Космоста беренсе” тигән балалар ижад конкурсы еңеүселәре һәм уларҙың ата-әсәләре, башта Советтар Союзы геройы Юрий Гагариндың бюсына сәскәләр һалды.
Өфө дәүләт авиация-техник университеты ректоры Сергей Новиков митингта ҡатнашыусыларҙы байрам айҡанлы ҡотланы, ихлас теләктәрен еткерҙе. Артабан барыһы ла “Космоста беренсе” тип аталған күргәҙмә менән танышты.
– Конкурсҡа бик күп эштәр килде, – тине Сергей Владимирович. – Киләсәктә лә һәләтле балалар иғтибар үҙәгендә буласаҡ.
Фото: russiaedu.ru
Читайте нас