12 апрелдә республика Хөкүмәте йортонда Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслек иткән аҙналыҡ кәңәшмәлә һүҙ ташҡынды бәлә-ҡазаһыҙ үткәреү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ дәүләт мәғлүмәт системаһында мәғлүмәттәрҙе ташыусылар тарафынан тулыландырылыу тураһында барҙы.
Андрей Назаров республикала яҙғы ташҡындың әүҙем стадияһы башланыуы хаҡында белдерҙе һәм бөгөн йылғаларҙа һыу ҡалҡыуы һөҙөмтәһендә йорт эргәһе участкаларының һыу аҫтында ҡалыуы хаҡында әйтте. Шулай уҡ ирегән һыуҙар тарафынан һыу аҫтында ҡалыу осраҡтары теркәлгән. Премьер-министр яҙғы ташҡын эҙемтәләрен аҙайтыу өсөн барлыҡ эштәрҙе атҡарыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ташҡын барышы һәм тормошҡа ашырылған саралар хаҡында һөйләне.
Ул әйткән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, үткән аҙнала Система шылтыратыуҙарын эшкәртеү үҙәге – 112-гә республикала йәшәүселәрҙән йорттарҙы, улар эргәһендәге участкалар биләмәләрен, юлдарҙы һәм баҙ биналарын һыу баҫыу тураһындағы 647 хәбәр килгән. Өфө ҡалаһы, Өфө, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко райондары һәм Салауаттан күберәк шылтыратып хәбәр итеүҙәр теркәлгән.
Был аҙнала дала йылғаларының күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ташҡындың теркәлеүе ихтимал. Шуға Фәрит Ғүмәров биләмәләрендә йылғалар булған хакимиәт башлыҡтарына әҙер булырға саҡырҙы.
Дөйөм алғанда, республикала муниципалитеттарҙың ташҡынға һәм уның эҙемтәләренә ҡаршы эшмәкәрлеге кәрәкле кимәлдә, тип билдәләнде.
Андрей Назаров республикала йәшәгәндәр яҙғы ташҡынды мөмкин тиклем аҙ эҙемтәләр менән үтһен өсөн барлыҡ кимәлдә лә системалы сараларҙың ҡаралырға тейешлеге хаҡында әйтте.
Икенсе һорау торлаҡ-коммуналь хужалыҡ дәүләт мәғлүмәт системаһында мәғлүмәттәрҙе ташыусылар тарафынан тулыландырылыуы тураһында булды. 1 июлдән Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре граждандарҙың торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар биреүҙең яңы механизмын тәьмин итергә тейеш.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, Башҡортостанда ҡаты комуналь ҡалдыҡтар буйынса килешеүҙәрҙең барлыҡ күрһәткестәрен әүҙемләштереү талап ителә. Аҙ фатирлы йорттарға – 42 процент, шәхси һәм төҙөлөшө туҡтатылған йорттарға 28,8 процент килешеү йөкмәтелмәгән.
Муниципалитеттарға торлаҡ йорттарҙың мәғлүмәт базаһын әүҙемләштереү буйынса хаттар ебәрелгән.