Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 05:48

Бәйге тамам, алда – яңы үрҙәр

“Айыҡ ауыл” конкурсының еңеүселәре билдәләнде.

Хәмерҙең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Шул уҡ ваҡытта эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәһендәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмауына инандыҡ. Бының сере ябай: йәшәү рәүешен, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән тора.


Тап ошо хәҡиҡәтте республикала уңышлы үткәрелеп килгән “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе иҫбатлай ҙа. 8 апрелдә баш ҡалала, “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда ойошторолған иң ҙур һәм социаль-ижтимағи йәһәттән әһәмиәтле бәйгегә йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде.


Сара “Камил айыҡ ауыл моделе” стратегик сессияһы менән башланып китте. Һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы, Баш­ҡарма комитеты, баһалама төркөмө ағза­лары, район­дар­ҙағы башҡорт ҡоролтайҙары, район, ауыл билә­мәһе хакимиәттәре вәкилдәре, бәйге­нең әүҙемселәре ҡатнашты. Шунда уҡ конкурста ҡатнашҡан, финалға сыҡҡан ауыл-ҡасабаларҙың тормошон һүрәтләгән, шулай уҡ министр­лыҡ­тарҙың һәм ведомстволарҙың күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.


Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәр­гән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһы­ныу һәм дәрт-дарман, хуплау уят­ты. Бәйгенең маҡсаты бер: кеше­ләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәт­легенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Атап әйткәндә, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.


Былтыр иһә Башҡортостан Хөкүмәтенең июлдәге ҡарарына ярашлы, августа эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара орган­дарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында сираттағы “Айыҡ ауыл” конкурсы старт алды, ул бер нисә ай дауам итте.


Был юлы бәйге тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп иткән: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы мәғлүмәт­тәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән. Унан тыш, 2019 йыл­дағы бәйгене йомғаҡлау танта­на­һында республика Башлығы Радий Хәбиров приз фондын ун тап­ҡырға арттырыу тураһында белдергәйне.


Һәр төбәктә айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған саралар, алкоголле эсемлектәр һатыусыларға ҡаршы рейдтар ойошторолған. Халыҡ араһында алкоголле эсемлектәрҙе һәм тәмәкене ҡулланыуға, таратыуға ҡаршы, спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти аңлатыу эштәре алып барылған, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелгән, һаулыҡ һаҡлау темаларына төрлө саралар ойошторолған.
Шулай уҡ былтыр сентябрҙә, декабрҙә “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы сиктәрендә халыҡҡа психотерапевт, нарколог һәм психолог кеүек белгестәрҙең һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолдо, республика халҡы психиатр-нарколог, психотерапевт һәм психологтарҙан башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультация алды. Унан тыш, республиканың мәшғүллек үҙәктәре лә бәйге сиктәрендә халыҡты эшкә урынлаштырыу буйынса аныҡ эштәр башҡарҙы. Ошо йәһәттән йөҙҙәрсә гражданға консультация үткәрелгән, тиҫтәләрсә кеше эшкә урынлаштырылған, мәғлүмәти ярҙам алған.
Бәйге барышында комиссия ауыл-ҡасабаларҙа йыл дауамында алып барылған эштәрҙе лә баһалаған. Төп баһалау шарттары – тыуым һәм үлем күрһәткестәре, иҫәптә торған, имен булмаған ғаиләләр һаны, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һәм башҡалар.
Әлбиттә, баһалама ағзаларына финалға сыҡҡан 54 ауыл араһынан ун ике еңеүсене һайлап алыу еңелдән булмағандыр, сөнки ҡатнашыусыларҙың башҡарған эштәре, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешеләрҙең ышаныс-инаныуҙары, маҡсаттары һәм тотош ауылды берләштерерлек көс-дәртен баһалай башлаһаң, хайран ҡалырлыҡ!
Конкурс еңеүселәрен тәбрикләргә республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Һис шикһеҙ, был “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенә иң юғары кимәлдә иғтибар бирелгәнен, уның лайыҡлы һәм һөҙөмтәле үтеүен билдәләй.
– Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ иҫерткес эсемлектәр ҡулланмаған. Эскелек – заман күренеше, суррогат кеүек нәмәләр ҙә һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән. Әле бынан бер нисә йыл элек сифатһыҙ алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары тураһында миңә ялыуҙар килә башлағас, ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә, ҡаты саралар күрергә тура килде. Әммә эскелек мәсьәләһен көс менән генә хәл итеү мөмкин түгел, кешеләрҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә ыңғай ҡараш булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта йәмәғәтселек әүҙемлеге күтәрелгәнен күҙәтәбеҙ. Был проект ошо әүҙемлекте дәртләндереүгә, кешеләрҙе берләштереүгә, йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Кешеләрҙең матур, татыу йәшәгеһе килә, беҙҙең республикала бының өсөн барлыҡ шарттар бар. Был бәйгене Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторһа ла, унда Башҡортостандың барлыҡ күп милләтле халҡы ихлас ҡатнаша, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы еңеүселәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының 300-гә тиклем халыҡ йәшәгән “Бәләкәй ауылдар” номинация­һында беренсе урынға – Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы (биш миллион һумлыҡ сертификат); икенсе урынға – Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы (өс миллион һум), өсөнсө урынға Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылы (ике миллион һум) сыҡты.

300 – 600 кеше йәшәгән “Уртаса ауылдар” номинацияһында беренсе урынға – Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы (биш миллион һумлыҡ сертификат); икенсе урынға – Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы (өс миллион һум), өсөнсө урынға Бөрйән районының Брәтәк ауылы (ике миллион һум) сыҡты.
600 – 1000 кеше йәшәгән “Ҙур ауылдар” номинацияһында беренсе урынға – Күгәрсен районының Исем ауылы (биш миллион һумлыҡ сертификат); икенсе урынға – Бөрө районының Баҡтыбай ауылы (өс миллион һум), өсөнсө урынға Әбйәлил районындағы Таштимер ауылы (ике миллион һум) сыҡты.
1000 кешенән күберәк халыҡ йәшәгән “Эре ауылдар” номинацияһында беренсе урынға – Учалы районының Илсе ауылы (биш миллион һумлыҡ сертификат); икенсе урынға – Өфө районының Шамонин ауылы (өс миллион һум), өсөнсө урынға Тәтешле районының Шулған ауылы (ике миллион һум) сыҡты.
Бынан тыш, интернет селтәрендә әүҙемлек күрһәткән, бәйгене төрлө яҡлап яҡтыртып барған, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 30 әүҙемсегә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Уларҙы тәбрикләүҙә Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко ла ҡатнашты.
– Бындай конкурсты әлегәсә күргән юҡ ине. Оҡшаш проект Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ. Әгәр минән демографик һәм сәләмәт тормош рәүешен булдырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт нисек тормошҡа ашырыла тип һораһалар, “Башҡортостанға килегеҙ һәм нисек эшләргә икәнлеген күрегеҙ!” тип яуап бирәм, – тине Алексей Вячеславович.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы республиканың танылған сәхнә әһелдәренең сығышы менән үрелеп барҙы.

Читайте нас