Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 12:50

Дүртөйлө – иң уңайлы ҡалалар иҫәбендә

Урындағы халыҡ таҙа подъездарҙан, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтарынан бик ҡәнәғәт.

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә, уның нигеҙендә байтаҡ эш башҡарыла.
Дүртөйлө районы хакимиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Дүртөйлө иң уңайлы ҡалалар рейтингында өсөнсө урынды биләй. Урындағы халыҡ таҙа подъездарҙан, хәүефһеҙ балалар майҙансыҡтарынан бик ҡәнәғәт.
“Беҙҙең республика йәшәү өсөн уңайлы мөхит тыуҙырылған ҡалалар һаны буйынса Волга буйы федераль округында тәүге өс төбәк иҫәбендә. Рәсәй күләмендә Башҡортостан – 17-се урында”, – тине Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Гәрәев әйтеүенсә, былтыр ҡалала күп фатирлы 14 йортто берләштергән ихаталар төҙөкләндерелгән. Реконструкциянан һуң Матросов исемендәге парк асылған. Унда спорт майҙансыҡтары, балалар ҡаласыҡтары һәм ял зоналары барлыҡҡа килгән. Мәҙәниәт йорто эргәһендә лә сағыу балалар майҙансығы асылған.
“Быйыл Дүртөйлөнөң Беренсе май урамындағы 13-сө һәм 14-се йорттарҙың ихатаһын ремонтлайбыҙ. Әле элекке һыра заводы биләмәһендә, Ленин исемендәге майҙанды һәм улар араһындағы йәйәүлеләр юлында төҙөкләндереү эштәре бара. Унда парк, урам сәхнәһе, амфитеатр, спорт зоналары булдырыла. Фуд-корт, оҫтаханалар, бейеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар асыла. Ленин урамы ла яңырҙы: Матросов урамынан алып Горшков урамына тиклем йәйәүлеләр өсөн ял урыны барлыҡҡа килде”, – тине хакимиәт башлығы.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/86460
Читайте нас