Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 15:15

Ирекмәнлек тәжрибәһе баһаланды

Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йәһәтенән сираттағы онлайн дебаттар ойошторолдо.

Өфөлә Рәсәй Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреү йәһәтенән сираттағы онлайн дебаттар ойошторолдо.
Биш кандидат төбәктә ирекмәндәр эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, сара zoom-конференция форматында үтте.
Федераль кимәлдәге депутат булырға “Заря” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары Алексей Смагин, Кумертау ҡалаһы Советы депутаты Евгений Оськин, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, йәмәғәт эшмәкәре, спортсы Оксана Савченко, “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге әүҙемсеһе Раил Әҙиәтуллин һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, “Йәмәғәт күҙәтеү комиссияһы”ның төбәк бүлексәһе етәксеһе Олег Галин теләк белдергән.
Дебаттар “Партия ирекмәндәре: ярҙам иттек, ярҙам итәсәкбеҙ” тигән темаға арналды. Әңгәмә барышында кандидаттар ирекмәнлекте үҫтереү, был хәрәкәткә ярҙам итеү ысулдарын тәҡдим итте. Мәҫәлән, Алексей Смагин ирекмәндәр үткәргән сараларға финанс ярҙамы күрһәтә алған бизнесмендарҙы ылыҡтырырға саҡырҙы, мәғлүмәт асыҡлығы, был хаҡта күберәк хәбәрҙәр таратыу мөһим, тине.
Асарбаҡтар темаһын Олег Галин күтәрҙе. Ул төбәктәге бындай граждандарҙың иҫәбен алырға тәҡдим итте. Һүҙ яңғыҙ ололар, ышанысһыҙ туғандары булған өлкән йәштәгеләр хаҡында бара. Уның фекеренсә, адреслы ярҙам күрһәтеү өсөн ошондай реестр бик кәрәк.
Оксана Савченко, ирекмәнлек - тәү сиратта үҙ теләгең менән кешеләргә ярҙам итеү, тип билдәләне. Был хаҡта күберәк яҙырға, сараларҙы яҡтыртырға кәрәк: башҡалар ҙа ылыҡһын, ирекмәндәр рәтен тулыландырһын өсөн.
Үҙенең ирекмәнлек тәжрибәһе тураһында Раил Әҙиәтуллин да һөйләне. Ул, тап ирекмәндәр пандемия ваҡытында халыҡҡа оло ярҙам күрһәтте, тине. “Мин партияның төбәк башҡарма комитетындағы колл-үҙәктә шылтыратыуҙар ҡабул иттем, биш меңен эшкәрттем. Ғаризалар буйынса аҙыҡ-түлек алып барҙым, уларҙың һаны 150-гә етә. Әле лә ирекмәндәр сафындамын”, - тине ул.
Евгений Оськин, ирекмәндәр штабтары асып, “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҙур ярҙам күрһәтте, тип билдәләне. Ул да пандемия осоронда ирекмәндәр рәтендә булған.
Мәғлүм булыуынса, республикала Рәсәй Дәүләт Думаһына һәм Өфө ҡалаһы Советына депутатлыҡҡа кандидаттар һайлау буйынса алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Бының өсөн сайтта теркәлергә йәки Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса урынлашҡан төбәк ойоштороу комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документтар беренсе ҡатта, 10-сы бүлмәлә ҡабул ителә. Комиссия иртәнге 9.00 - 18.00 сәғәттәрҙә эшләй, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә - тәнәфес. Ял һәм байрам көндәрендә документтар ҡабул ителмәй.
Онлайн-дебаттар 6 апрелдән 15 майға тиклем үтәсәк.
Алдан тауыш биреү 24 майҙан 30 майға тиклем электрон формала ойошторола. Бының өсөн “Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлеү мотлаҡ. Һөҙөмтәләр 1 июндә иғлан ителәсәк.
Фото: "Берҙәм Рәсәй" сайты.
Читайте нас