Апрель башынан көн дә “Өфө – Күмертау” ҡала яны поезы йөрөй башланы. Пассажирҙар поездың ҙур тиҙлектә йөрөүенә иғтибар итте, һүҙ ҙә юҡ, һәр кемдең ҡыуанысы сикһеҙ.
Өфөнән Күмертау ҡалаһына хәтлем 240 километр. Әйткәндәй, еңел автомобилдә был араны өс сәғәттә үтергә мөмкин, ә маршрут автобусында ул биш сәғәткә лә һуҙыла.
Халыҡ телендәге “Ырымбур трассаһы” иң хәүефлеләрҙән иҫәпләнә. “Орлан” поезы иһә баш ҡаланан Күмертауға ни бары 3 сәғәт тә 30 минутта барып етә. Ул сәғәтенә 120 километр тиҙлектә елдерә.
Билеттың ҡыйбат булмауы ла юлаусылар өсөн уңайлы. Билет алғанда 50 процентҡа тиклем ташлама ла ҡаралған.