Хәҙер иһә икенсе проблема. Мәсәғүттә 218 кеше, шул иҫәптән 71 бала йәшәгән 160 йортто һәм ихатаны һыу баҫты. Урындағы спорт мәктәбендә халыҡты ваҡытлыса ҡабул итеү пункты булдырылды. Йылға аръяғы һәм Совет урамдарында электр энергияһын һүндерергә тура килде. Газһыҙ өйҙәр ҙә бар. Хәҙер төп бурысыбыҙ - кешеләргә ярҙам итеү. Уларға ашарға аҙыҡ, эсергә һыу алып килеү. Кискә мөмкин булған урындарҙа ут һәм газ бирелер. Өйҙәрҙән һәм ихаталарҙан һыуҙы һурҙырасаҡбыҙ. Был эшкә дыуандарҙың үҙ көсө генә етмәй, Өфөнән дә машиналар һоранылар.