Майҙа Башҡортостан халҡын, ғәҙәти шәмбе, йәкшәмбенән тыш, тағы ла өс өҫтәмә ял көнө көтә. Улар: 1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май – Еңеү көнө, 13 май – Ураҙа байрамы.
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре булып тора. Йома, 30 апрелдә һәм шаршамбы, 12 майҙа эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, йыллыҡ отпуск биргәндә, 1, 9 һәм 13 майҙағы байрам көндәре уның иҫәбенә индерелмәй.