Шулайҙыр. Юғиһә генерал-лейтенант дәрәжәһе алып та, СССР Хәрби-һауа көстәре баш командующийының беренсе урынбаҫары вазифаһына үрләп тә, аҙ ғына мөмкинлек булыу менән аэродромға самолеттар янына сапмаҫ ине. Шуны тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин: летчик Корольков ниндәй генә тарафтарҙа – Көнсығыш Европа илдәрендә булһынмы, Урта Азияламы – хәрби самолетын күккә күтәрмәһен, уның күҙ алдына Урал аръяғының алтын далалары, Ағиҙел башы, Белорет янындағы Сермән, Әхмәр ауылдарында ҡалған балалыҡ дуҫтары килеп баҫалыр, сөнки ниндәй генә дәрәжәләр һәм аралар ҙа кешене тыуған төйәгенән һәм асылынан айыра алмай.
“Бөтә яҡтарҙан да тиҙҙән Мәскәүгә XXVII съезд делегаттары йыйыла башлар инде, – тип яҙғайны бер хатында генерал. – Мине лә Львов өлкәһенән һайланылар. Унда Башҡортостандан килгән яҡташтарымды осратырмын, тип өмөтләнәм. Бәлки, минең һөйөклө Белоретымдан да вәкил булыр әле”.
Донъя беҙ уйлағанса ғына бармай. Телефон аша ара-тирә хәбәрләшһәк тә, генерал менән осрашып күрешеү насип булманы. Беҙ хатлашҡан саҡта инде Борис Федоровичтың ҡыҙы үҫеп етеп, хәрби осоусыла тормошта ине. Улының да, ул мәлдә мәктәпкә генә йөрөүенә ҡарамаҫтан, осоусы булырға йыйынғаны билдәле. Шундай уңған кешенең балалары ла тормошта үҙҙәренең лайыҡлы урынын тапмай булмаҫ.
“Марсель Әҡсәнович, һеҙгә үтенесем дә бар. – Былар ҙа генерал хатынан юлдар. – Мин бала сағымда башҡортса һәйбәт белә инем бит. Сермән, Әхмәрҙәге дуҫтарым тураһында әйткәйнем инде. Венгрияла хеҙмәт иткәндә ҡайһы бер һүҙҙәр хәтеремә төштө. Мадъярҙарҙа башҡортсаға тартым һүҙҙәр күп икән. Һүҙлек йәки “разговорник” ебәрһәгеҙ, рәхмәтле булыр инем.
Яҡташығыҙ һәм Башҡортостандың һәр саҡ тоғро улы булып ҡалам”.
Б.Ф. Корольков, белеүемсә, авиацияла байтаҡ йылдар хеҙмәт итте. Генерал-полковник булараҡ отставкаға сыҡты, Белорет ҡалаһында Хәрби дан музейы ойошторорға йөрөгән кешеләр мөрәжәғәт иткәс, Корольков тураһында белгән-ишеткәндәремде шунда яҙып бирҙем. Мәскәүгә барған кешеләр аша генералға ул һораған һүҙлектәрҙе һәм бер аҙ күстәнәс тә ебәрҙем.
Бына шундай тарих. Башҡортостан еренән талпынып күккә ашҡан бөркөттәр, әлбиттә, Борис Федорович Корольков ҡына түгел. Беҙ Тыуған иленә, халҡына тоғро хеҙмәт иткән һәр кем менән ғорурланырға хаҡлыбыҙ һәм уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға бурыслыбыҙ. Ватан тарихы уның лайыҡлы шәхестәренең яҙмышы менән дә яҙыла.
Бер мәл Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылынан хат килеп төштө. Булмаһа, әлеге хаттан өҙөк килтерәйем:
“Атайым, Басир Йәһүҙин, 1878 йылда Әбйәлил районының Әбделғәзе ауылында тыуған. Һөйләүенә ҡарағанда, ул Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Октябрь революцияһынан һуң Ҡыҙыл армияға яҙыла. Унан аҙаҡ ауылда яңы тормош төҙөүҙә һәм уны нығытыуҙа башлап йөрөүселәрҙең береһе була. Граждандар һуғышы осоронда ауылыбыҙ аша үткән Василий Блюхер армияһына ҡушылып китә...”– тип яҙғайны хатында Нурикамал апай Басирова.
Хаттың был юлдары ғына, бәлки, иғтибарҙы йәлеп итмәгән дә булыр ине. Күренекле партизандар армияһы походында ҡатнашыусылар Башҡортостандан бик күп булған бит, ләкин әлеге хатта шундай юлдар ҙа бар ине: “Яҙыусы Роберт Палдең “Легенды будут потом” тигән роман-хроникаһында Блюхерҙың ординарецы тураһында яҙылған. Былар барыһы ла атайымдың һөйләгәндәренә, хатта уның тышҡы ҡиәфәтенә лә тап килә”.
Һүҙҙең алыҫ тарих һәм бөгөнгө быуын кешеләре өсөн бигүк таныш булмаған шәхестәр тураһында барыуын иҫәпкә алып, Блюхер хаҡында ике-өс һүҙ әйтергә кәрәктер. Василий Константинович Блюхер – Граждандар һуғышы батыры, легендар ғәскәр башлығы, илдә иң тәүгеләр рәтендә Советтар Союзы маршалы исемен алған, беренсе булып Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән, армияларға командалыҡ иткән. 1918 йылдың йәйендә партизандар ғәскәре башында Көньяҡ Уралды байҡап үткән. Ҡырҡ һигеҙ йәшендә, нахаҡҡа ғәйепләнеп, атып үлтерелгән.
Нурикамал апай фаразлағанса, атаһы, Басир ағай, мәшһүр ғәскәр башлығы менән арҡаҙаш булып сыҡһа, әллә ниндәй хәтирәләрҙе уятырлыҡ хәл бит был! Һәр хәлдә, фәһем алырлыҡ яҙмыш менән танышыу хәтерҙе байыта ғына. Өҫтәүенә, конвертҡа һалынған иҫке бер фотоһүрәт тә ҡыҙыҡһыныуҙы көсәйтеп ебәрҙе. Артындағы яҙыуына ҡарағанда, 1916 йылда Варшава ҡалаһында төшөрөлгән фотонан түңәрәк йөҙлө, төптән ныҡ кәүҙәле, ҡарсыға ҡарашлы кеше ҡарай. Күкрәгендәге ике Георгий тәреһе менән өс миҙалы уның батыр ир булыуын күрһәтә, ләкин Нурикамал апайҙың фараз итеүе генә был кешенең легендар ғәскәр башлығының ординарецы булыуын раҫлаймы? Блюхер янында Басир Йәһүҙингә оҡшаған башҡа кешеләрҙең хеҙмәт итеүе лә ихтимал бит әле...
...Әбделғәзе ауылы умарта күсе кеүек гөж килә. Берәүҙәр ҡыҙыҡ күреп, икенселәр хафаланып, ауыл советы йортона ашыға. Кисә Ҡаҙмашҡа барған берәү “Ике һыйыры, бер аты булғандарҙың барыһын да кулак итеп Себер һөрәләр икән!” тигән хәбәр алып ҡайтҡайны...
Ҡояш инде тау аръяғына инеп юғала тигәндә генә, Совет йортонан таныш булмаған өс кеше сыҡты. Йорт алдына өҫтәл сығарып ҡуйҙылар.
– Бер екке, йәнә бер менге ат тотҡаны, шәхси хужалығы менән самаһыҙ мауыҡҡаны өсөн, гражданин Йәһүҙин Басир Йәһүҙә улын синфи дошман – кулак тип иғлан итергә, мөлкәтен тартып алып, ғаиләһе менән Себергә һөрөргә!
– Басир ағай ниндәй кулак буһын? Ялған!
Волостан килгән ят кеше ҡағыҙ уҡығанда тын да алмай торған халыҡ тағы ла бер килке гөжләп алды.
– Һуң, Басир үҙе ништәп шымып тора? Әйтһен һүҙен! Нахаҡ ғәйеп, тиһен!
– Давай, Басир ағай, самделе, аңдатып бир мирға, ысынды һөйҙәйме шулар?
Басирҙы һаҡ аҫтына алырға ла өлгөргәндәр икән. Уны милиционер Совет өйөнән алып сыҡты ла, үҙе бер аҙым сигенеп, артына баҫты. Басирҙың ҡалын кәүҙәһе кесерәйеп ҡалған кеүек, таҡыр итеп ҡырылған башын, әйтерһең, муйыны күтәрә алмай. Ул әле өнһөҙ аптырашып торған халыҡҡа, ситтәрәк торған егеүле аттарға ҡарап, өҫтәлгә табан бер аҙым яһаны.
– Ағай-эне... – Басирҙың тауышы сәйер ҡарлығып сыҡты. – Ағай-эне, беләгеҙ, кулак түгел мин. Ике атым бар, эйе. Уларҙың ҡайҙан килгәнен дә беләгеҙ. Дөкәмитем бар ине, юғалды. Ну доказать итеп буманы. Ебәрәләр. Ғәйептәп ҡалмағыҙ. Ерҙә ғәҙелдек буһа, барыбер әйҙәнеп ҡайтырмын...
Ике синыф бер-береһе менән аяуһыҙ алышҡан саҡта кинәт кенә тыуған ауылынан һөрөлгән Басир Йәһүҙин кем һуң ул? Граждандар һуғышының данлы геройы Василий Блюхер менән уларҙы нимә бәйләй? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, миңә байтаҡ китап һәм архив материалдарын аҡтарырға, Басир ағайҙың балалары һәм уны белгән кешеләр менән хатлашырға тура килде. Эҙләнә-һораша торғас, шул асыҡланды: Беренсе донъя һуғышы ваҡытында буласаҡ маршал менән Басир Йәһүҙин бер дивизияла хеҙмәт иткән икән.
...Инҡилап осоронда батшаға биргән антынан ваз кискән һалдаттар фронттан үҙ яҡтарына таралыша. Басир ҙа, винтовкаһын тотоп, һалдат биштәрен иңбашына һалып, Әбделғәзегә ҡайтып төшә. Нисәмә йыл окоптарҙа сереп ятҡандан һуң ауыл егетенә теше-тырнағы менән ергә йәбешергә кәрәк булған да бит, ләкин революция дауылы уны ла үҙ өйөрмәһе эсенә алып инеп китә.
Василий Константинович Блюхер менән ағалы-энеле Кашириндар армияһының Белорет ҡалаһынан башланып, аҡтар тылы буйлап үткән мең саҡрымлыҡ мәшһүр походы ваҡытында партизандар армияһына һәр урында халыҡ ҡушыла бара. Блюхер батыр һәм бик һыналған кешеләрҙе генә үҙенә яҡынайта торғайны, тип яҙа рейд ваҡытында Троицк отрядының штаб начальнигы булған Виктор Сергеевич Русяев үҙ иҫтәлектәрендә. Василий Константиновичтың Басирҙы меңдәрсә кеше араһынан тиҙ генә күреп ҡалыуы һәм, уның элек үҙе хеҙмәт иткән дивизиянан булыуын белгәс, ординарец итеп тәғәйенләүе тураһында ла яҙа ул.
Өлкән командир янындағы ординарецтың вазифаһы яуаплы, эше еңел түгел. Ул тәүлектең һәр мәлендә командиры янында булырға, уның теләһә ниндәй бойороҡтарын үтәргә әҙер торорға тейеш.
Әйтеүҙәренсә, оло кәүҙәле, һуғышта ҡурҡыу белмәҫ командир булһа ла, Василий Константинович шәхси тормошонда бик тыйнаҡ, үтә талымһыҙ, хатта оялсан кеше булған. Басир уны ваҡытында ашатырға, ял иттерергә, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙән һаҡларға тырышҡан. Ә һуғыш ваҡытында ул командирынан бер тотам да ҡалмаған, кәрәкһә, уны кәүҙәһе менән ышыҡларға әҙер торған.
Бер эпизод быны тулыһынса раҫлай. Был хәҙерге Ғафури районына ҡараған Еҙем-Ҡаран ауылы янындағы һуғышта булған. Блюхер һәм уны оҙатып барыусы бер төркөм һыбайлылар, 17-се Урал полкы урынлашҡан позицияларҙы үтеп, ауыл янына яҡынлаша. Баш командующийҙың ординарецы, тығыҙ кәүҙәле, ҡара һаҡаллы Йәһүҙин, ҡапҡаны асыр өсөн, алға сабып китә. Ошо мәлдә һул яҡтағы урман ситенән пулемет ата башлай. Йәһүҙиндең аты, кешнәп, ергә ауа. Бәхеткә, Басирға пуля теймәй. Главком да, бүтәндәр ҙә аттарын кире бороп өлгөрә. Йәһүҙин улар артынан шыуыша һәм үҙ позицияларында ҡалдырылған өс пулеметтың береһенән дошман пулеметына ҡаршы ут аса. 17-се полктан ярҙам килеп еткәнсе, ординарец дошман менән көрәш алып бара.
“Молодец, Йәһүҙин, ҡаушап ҡалманың!” – Василий Константинович ординарецын һуңынан шулай тип маҡтай.
Главкомды артабан яҙмыш икенсе фронттарға ташлай, ә Басир Әбделғәзегә әйләнеп ҡайта, ләкин командир менән уның ординарецы араһында Басир Йәһүҙиндең артабанғы яҙмышына йоғонто яһаясаҡ бер хәл була. “Бориска! – ти Василий Константинович ординарецына, ул Басирҙы шулай тип йөрөткән булған. – Һиңә ауылыңа ҡайтырға кәрәк. Минең менән ил гиҙеп йөрөү ярамаҫ!”
Айырылышҡанда главком Басирға ике ат тоттора. Уларҙы үҙенең ординарецына бүләк итеүе тураһында ҡағыҙ ҙа яҙып бирә.
Басир ауылына ҡайта. Былай ҙа фәҡир ауыл бөтөнләй етемһерәгән. Түбәләренә әрем үҫкән ҡыйыҡһыҙ өйҙәр, йәшләй ҡарсыҡҡа әйләнгән ҡатындар, алабута ашап күбенгән бала-саға... Ярлы-ябаға элек нисек булһа, бөгөн дә шулай байҙар тупһаһы төбөндә тилмерә. Кулактар, бөтә һәйбәт һөрөнтө ерҙәрҙе, сабынлыҡтарҙы баҫып алып, байып ята. Йәһүҙин ауылдағы бөлгөнлөк һәм битарафлыҡ менән килешеп йәшәй алмай. Ҡайтыуының икенсе көнөндә үк ауыл активын йыя, таяна алырҙай кешеләрҙе барлай һәм кулактарҙың башбаштаҡлығына ҡаршы көрәш башлай. Байҙарҙың мөлкәтен тартып алыуҙа булһынмы, мәктәп астырыуҙамы, Басир Блюхер исеменән эш итә. Күрше Ҡаҙмаш, Амангилде, Рыҫҡужа, Үтәгән ауылдарында ла йыш була ул, ундағы актив менән бәйләнеш урынлаштыра.
Басир Йәһүҙиндең ауыл Советын етәкләүе, Әбделғәзеләге тәүге артелдең рәйесе булыуы тураһында ла мәғлүмәттәр бар. “Әй бәһлеүән кеше ине ләһә Басир! Бәһлеүән генә түгел, заманында әүҙем ойоштороусы ла. Хәтерләүемсә, Басир Йәһүҙин япон һуғышында ла, герман һуғышында ла ҡатнашҡан, – тип яҙғайны миңә Ҡаҙмаштан Шакирйән Әһелов олатай. – Силсәүит булып йөрөгәнен асыҡ хәтерләйем. Бик хәстәрлекле кеше ине. Аслыҡ саҡ. Ул, волостан ярҙам юллап алып, ярлы-ябаға ғаиләләре өсөн ашхана астырҙы”.
Ҡыҫҡаһы, замандаштары, ауылдаштары Басир Йәһүҙин тураһында бик йылы иҫтәлектәр һаҡлай. Тынғыһыҙ йөрәкле, бар көсөн яңы тормош ҡороу өсөн биргән был кеше хаҡында Асҡар ауылында йәшәгән Мотаһар Билалов, Нуретдин Мусин, Зәйнетдин Рәхмәтуллин һәм башҡалар ҙа яҙып ебәргәйне. Ул ил алдында ҙур хеҙмәт күрһәткән, Граждандар һуғышы йылдарында мәшһүр полководецтың өҙәңгеләше булған, аҙаҡ кемдеңдер хөсөтө буйынса ҡыйырһытылһа ла, үҙе көрәшкән изге идеалдарҙың ҡаҡшамаҫлығына бер генә мәлгә лә шикләнмәгән, әммә сәбәпһеҙ-ниһеҙ онотолоп торған кешенең исемен бөгөнгө һәм киләсәк быуындарға ҡайтарыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн уларға ихлас рәхмәт.
Блюхер ординарецының артабанғы яҙмышы нисек булған һуң? Главкомдан бүләк итеп алған ике атҡа бирелгән ҡағыҙҙы Басир юғалта. “Ике ат тота, кулак” тип нахаҡҡа ғәйепләү башланғас, уны кире ҡағырға ҡулында документы булмай. Волость етәкселеге ике һуғыш ветераны, партизан, ауыл Советы һәм артель рәйесе өҫтөнән яҙылған ғәйбәттәрҙе ниңәлер тикшереп тормай. Шуныһы ҡыуандыра: Себер Йәһүҙиндәрҙең ғаиләһен үгәйһетмәй. Басир улдары менән леспромхозда, унан шахтала эшләй. Тырыш, оҫта ҡуллы кеше бында ла һынатмай. Ул арала Йәһүҙиндең эше буйынса өҫтәмә тикшереү үткәрелә, ғәйеп алып ташлана. Уға тыуған ауылына ҡайтырға рөхсәт бирелә, ләкин Бөйөк Ватан һуғышының башланып китеүе быға ҡамасаулай. Һуғыш йылдарында ла Басир Йәһүҙин үҙенең исеменә тап төшөрмәй эшләй.
1946 йылда ул Әбделғәзегә әйләнеп ҡайта. Тағы ла тимерселек эшенә тотона. Дәртләнеп донъя көтә башлай. Әрнеүҙәр онотола башлаған һымаҡ була. Үкенескә ҡаршы, йәшәлгән йылдар, баштан үткәндәр эҙһеҙ үтмәй икән. Басир Йәһүҙин 1954 йылда донъя ҡуя.
Данлыҡлы полководец Василий Константинович Блюхерға бер нисә йыл юлдаш булған ябай бер кешенең яҙмышы тураһында шуларҙы ғына әйтеп була, ләкин был шәхес, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың онотолмаҫ тарихына үҙенең юлын яҙған кеше.
Бына мин өс яҙмыш, өс тарих тураһында хәлемдән килгәнсә бәйән итергә тырыштым. Ҡасандыр булып үткән ваҡиғалар берәүҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятһа, икенселәр уларҙы күңеле менән ҡабул итмәүе лә ихтимал, һәр кемдең үҙ мәйелендә. “Тарих хакимлыҡ һымаҡ уҡ: кешеләргә һәйбәт саҡта улар рәхәтлекте үҙҙәренең ҡаҙанышы тип уйлай, хәлдәре насарайһа, улар тарихтың зарурлығын тоя һәм уның изгелектәрен баһалай башлай”. Быны Василий Осипович Ключевский әйткән. Тимәк, тарих менән һис ҡасанда ла текә мөнәсәбәттә булырға ярамай. Әлеге һеҙгә һөйләгәндәрем менән шуға ишара яһарға теләгәйнем.