Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 06:02

Йәйге балалар лагерҙары эшләйәсәк

Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадрҙар менән таныштырыуҙан башланы.

Был аҙнала Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы кадрҙар менән таныштырыуҙан башланы.


Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булып Умарпаша Ханалиев тәғәйенләнде. Шулай уҡ ул Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары булып та китте.
Умарпаша Ханалиев оҙаҡ йылдар хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙә эшләгән. Ул – Рәсәй Геройы, бик күп хәрби наградалары бар, генерал-майор. Ҡырғыҙстанда тыуған, ата-әсәһе тыумышы менән Дағстандан. Хеҙмәт юлын ауылда уҡытыусы булып башлаған.
– Беҙҙең вәкиллек республикаға инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән ныҡлы эшләргә тейеш. Һеҙҙең компетенцияларығыҙ һәм тормош тәжрибәгеҙ быға өлгәшергә ярҙам итер тип ышанам, – тине республика етәксеһе.
Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Андрей Агапов тәғәйенләнде. Ул быға тиклем “Росимущество”ның төбәк идаралығы етәксеһе ине.
Бынан тыш, Гүзәл Насирова Иглин районы хакимиәте башлығы итеп раҫланды. “Роспотребнадзор”ҙың төбәк идаралығы етәксеһе булып Анна Казак тәғәйенләнде.
Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 76 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек башланды.

– Беҙҙә бөгөнгә һуғышта ҡат­нашҡан 493 ветеран иҫәпләнә. Һәм 189 һуғыш инвалиды. Былтыр ошо ваҡыттағы һандарҙы ҡараһаҡ, уларҙың бик ныҡ кәмеүе күренә. Уларға иҫән саҡтарында тейешле иғтибар күрһәтергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе әҙерлек эштәрен бөгөндән башларға ҡушты. Хәҙерҙән обелисктар, һуғышта ҡатнашҡандар һәм ветерандар ерләнгән урындар төҙөкләндерелергә тейеш.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Өфөлә Еңеү парады үтәсәк. Шулай уҡ коронавирусҡа бәйле хәлдәр тотороҡло булһа, Радий Хәбиров “Үлемһеҙ полк” та үтәсәк тип ышаныс белдерҙе.
Быға тиклем 2 майҙа Башҡорт­останда Хәтер һәм иҫкә алыу көнө билдәләнә ине. Был көндө республиканың зыяраттары тәртипкә килтерелде, биләмәләр йыйыштырылды. Быйыл әлеге көн күсереләсәк. Асыҡланыуынса, 2021 йылдың 2 майында православие динендәге кешеләр Пасха байрамын билдәлә­йәсәк, шуға күрә Хәтер һәм иҫкә алыу көнөн 3 майға күсерергә ҡарар иттеләр.
Йола буйынса, оператив кәңәш­мәләге һөйләшеүҙең ҙур ғына өлөшө коронавирус проблемаһына ҡағылды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белде­реүенсә, әле республикала 33601 кеше коронавирус йоҡторған. Көн һайын яңы йоҡторған сирлеләр һаны үҙгәрешһеҙ – кисә лә 102 кешегә ошо диагноз ҡуйылған. 194 кеше дауаханала ята, ете кешенең хәле ауыр. Дауаханаларҙа коронавирусты дауалау өсөн барлығы 1968 урын бар.
Көн һайын һауыҡҡандар һаны сирләй башлағандарҙан күберәк, һуңғы тәүлектә 162 кеше йүнәлгән.

Коронавирустан ҡотолоу юлы – вакцинация. Әле ул әүҙем дауам итә. Башҡортостанға 263 мең доза вакцина килгән, шул иҫәптән ялдарҙа 3200 доза “ЭпиВакКорона” вакцинаһын алғандар.


10 апрелгә ҡарата республиканың автомобиль юлдары буйынса СКПДИ системаһына 21723 етешһеҙлек индерелгән, уларҙың 7654-е бөтөрөлгән. Был тиҙ арала йүнәтеүҙе талап иткән соҡорҙарҙы һалҡын йәки ҡойоп яһалған асфальт бетоны менән ремонтлағандар.
Быйыл етешһеҙлектәрҙе һанлаштырыуҙы 15 майға тиклем тамамлауҙы талап итәләр. Сроктың оҙайтылыуының сәбәбе бар: былтыр март һәм апрелдә һанлаштырған ҡайһы бер юл участкаларында, ҡар тулыһынса иреп бөткәс, яңы соҡорҙар барлығы асыҡланған. Шуға күрә быйыл был эште юлдар тулыһынса асылып бөткәс башҡарырға тәҡдим итәләр. Ә соҡорҙарҙы ямау эшен бер юлы алып барырға, 15 майға тиклем асыҡланғандарын шулай уҡ 15 июнгә тиклем тамамларға кәрәк.
Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов доклад менән сығыш яһап, эшмәкәрлектәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Ул белдереүенсә, быйыл корпорация компанияны үҙгәртеп ҡорған һәм проект менеджерҙары институтын индергән. Ярты йыл эсендә дөйөм хаҡы 38,3 миллиард һумлыҡ 51 инвестиция проекты ҡабул ителгән.
Инвестиция проекттарын оҙатыу бүлеге (проект менеджерҙары) төбәктә инвесторҙың уңайлы шарттарҙа эшләү мәсьәләһен хәл итә. Инвестиция майҙансыҡтарын булдырыу бүлеге мөлкәт милекселәре менән эшләй, бында дәүләт тә, шәхси кешеләр ҙә инә. Инвестиция майҙансыҡтары берҙәм формаға килтерелгән, 360 форматында (күҙәтеү видеоһы) демонстрация ғәмәле индерелгән.
Финанс-иҡтисади бүлек бизнес-пландар әҙерләй, Хөкүмәт кимәлендәге “Инвестиция сәғәте”нә сығарылған проекттарҙың финанс нигеҙен анализлай. Бүлек түләүле һәм бушлай нигеҙҙә эшләй. Мәҫәлән, юл буйы сервисы проекттары буйынса 13 бизнес-план бушлай эшләнгән.

Төҙөлөш бүлеге яңынан тупланған, унда тар белгестәр алынған. Улар инвесторҙарға объекттарҙы төҙөүҙә сифатлы ярҙам күрһәтә.
Үҫеш корпорацияһында мөмкин булған инвесторҙар исемлеге булдырылған, унда мең самаһы бизнес субъекты ингән. Улар республика ғына түгел, бар ил буйлап урынлашҡан. Уларға майҙансыҡтар характеристикаһы, урынлашыу шарттары, ярҙам саралары һәм башҡа тулы мәғлүмәт менән тәҡдимдәр ебәрелә. Шулай уҡ “Алға, Башҡортостан” дайджесы сығарыла, ул барлыҡ власть стурктуралары, ҡунаҡханалар, махсус форум һәм күргәҙмәләрҙә таратыла.
Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы тейешенсә ойошторолманы. Быйыл иһә 27 марттан алып йәш быуындың ялын ойоштороу һәм уларҙы һауыҡтырыу буйынса ойошмалар үҙ эшен яңырта. Был турала республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссия муниципалитеттарҙа был эштең нисек ҡуйылғанын тикшергән һәм быйылға хаҡтарҙы раҫлаған. Ҡала ситендәге лагерҙа ул көнөнә 902,4 һум һәм мәктәп яны лагерында 120,3 һум тәшкил итәсәк.
– Ошоларҙан сығып, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү өсөн консолидацияланған бюджет ике миллирд һум самаһы тәшкил итәсәк, – тине министр. – Яҙғы каникул ваҡытында 317 мәктәп яны һәм һигеҙ ҡала ситендәге лагерь эшләне. Был осорҙа 21194 бала ял итте. Унда #КаникулыДетиБашкортостана тип аталған проектты тормошҡа ашыра башланыҡ.
Илеш районындағы “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында яҙғы каникул мәлендә “Урал батыр тоҡомдары” тип аталған спорт-һауыҡтырыу сменаһы эшләгән. Был лагерҙың майҙансығы спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған, артабан унда спорттың бер нисә төрө буйынса күнекмә йыйындары үткәреү планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта йәйге ялға әүҙем әҙерлек алып барыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ковид талаптарын иҫәптә тотоп, йәйгеһен 2385 ҡала ситендәге, мәктәп яны һәм хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. Шулай уҡ аҙ сығымлы 3486 ял сараһы үткәреү планлаштырыла. 2021 йылда 319 мең баланы ял иттереү күҙаллана.
Республика реестрында 12 апрелгә ҡарата рөхсәт ителгән 1161 лагерь иҫәпләнә. Ковидҡа бәйле тәртип буйынса, хәҙер ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙы 70 процентҡа тултырырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ балаларҙы Башҡортостандан ситтәге лагерҙарға ла ебәреү мөмкин.
– Нисек кенә булмаһын, төп бурыс – балаларҙы мөмкин булғанса хәүефһеҙ шарттарҙа ял иттереү. Был мәсьәлә барлыҡ яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың, муниципалитет башлыҡтарының даими контролендә, – тине Айбулат Хажин.
Башҡортостанда йәйге урман янғындары миҙгеленә әҙерлек тулы кимәлдә бара. Был йәһәттән көрәш өсөн 10 мең кеше һәм 2700 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, былтыр белгестәр 3726 гектр майҙанда 165 урман янғынын теркәгән. Уларҙың 136-һы бер тәүлектән әҙерәк ваҡыт эсендә һүндерелгән.
Урмандағы янғындарҙы контролдә тотоу өсөн космостан “ИСДМ-Рослесхоз” һәм “СЕНТИНЕЛ-2” күҙәтеү системалары йәлеп ителәсәк, бынан тыш, авиация һәм ерҙән күҙәтеү патрулдәре ойоштороласаҡ.
Финанслауға килгәндә, быйыл янғынға ҡаршы саралар өсөн федераль бюджеттан 19,2 миллион һум аҡса бүленгән. Тағы 36,9 миллион һумды республика “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса алды. Был аҡса урман янғынын һүндереү өсөн техника алыуға йүнәлтеләсәк.

Республикала хәүефле миҙгел апрелдең икенсе-өсөнсө декадаһында башланасаҡ. Иң ауыр айҙар булып май, июнь һәм сентябрь торасаҡ ти белгестәр. Муниципалитет башлыҡтарына был йәһәттән иҫкәртеү эштәрен башларға ҡушылды. Һунарсылар, туристар менән дә аңлатыу эштәре үткәреү зарур.
Читайте нас