Йәмғиәт
13 Апрель 2021, 17:00

Йылытыу миҙгеле тамамланды

Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостанда урыны менән аномаль йылы булыу сәбәпле, бер-ике көндә ҡар иреп бөттө. Фатирҙарҙа ла түҙеп торғоһоҙ эҫе була башланы.
Ошоно иҫәптә тотоп, бөгөн, 13 апрелдә, Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды. Был туралағы ҡарарға баш ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков ҡул ҡуйҙы.
“Һауа торошоноң даими йылы тороуына бәйле, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы торлаҡ-коммуналь һәм социаль өлкә объекттарында 2020-2021 йылғы йылытыу миҙгеле тамамланыуы тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы” тиелә мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
Ҡулланыусыларҙы үҙәк йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларға бөгөндән торлаҡ-коммуналь тармаҡ объекттарында йылытыу миҙгелен тамамларға ҡушылды. Ә 23 апрелдән йылы менән тәьмин итеүсе ойошмалар социаль өлкә объекттарына ла йылы биреүҙе туҡтатасаҡ.
Фото: pressaufa.ru
Читайте нас