Башҡортостандың ҡала киңлектәрен төҙөкләндереү өлгөләре 2020 йылда Рәсәй Федерацияһы субъекттарында тормошҡа ашырылған төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы практикаларҙың федераль реестрына инде.
Улар - “Бейеүсе торналар” фонтаны урынлашҡан “Имәнкәй” скверы, Өфөнөң “Беренсе май” паркы һәм Нефтекама ҡалаһында Полуденка күле яры буйы. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.
“Беҙ ҙә матурлыҡ эшләргә өйрәндек, ахыры. Был исемлек йыл һайын илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бойороғо менән раҫлана. Унда конкурс буйынса ғына эләгеп була. Был - беҙҙең ҡала һәм райондарҙы төҙөкләндереү буйынса барлыҡ командабыҙҙың эшмәкәрлегенә бик юғары баһа. Эш темптарын үҫтерәсәкбеҙ”, – тине ул.
Радий Хәбиров республиканың һәр районында, ҡалаһында һәм ауылында ошоноң кеүек объекттар күберәк булыуы тураһында хыялланыуын да әйтте.
Фото: vk.com/radiyhabirov