Ҡар иреп, ерҙәр асылды. Апрелгә хас булмаған йылы көндәр янғын хәүефен арттырҙы. Ошо сәбәптәрҙе иҫәпкә алып, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы бөгөндән янғын хәүефе миҙгеле башланыуы тураһында ҡарар сығарҙы.
Башҡортостандың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгенә, урман хужалыҡтары етәкселәренә, “Урмансылыҡтар менән идара итеү” дәүләт ҡаҙна учреждениялары бүлектәре начальниктарына һәм башҡа яуаплы ойошмаларға урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүҙе ойошторорға бойоролдо: улар урмандарҙа янғын хәүефен күҙәтергә; халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға һәм башҡа хәүефһеҙлек сараларын күрергә тейеш.
Әлеге мәлдә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Әүжән урман хужалығында янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерләнә. Бында уҡыуҙар үтә. Урман янғынын тиҙ һәм ваҡытында табыу, ведомстволарҙың үҙ-ара көйлө эш алып барыуын тәьмин итеү, техника ҡыйын үткән таулы урында янғынды һүндереү кеүек бурыстарҙы атҡарып сыҡҡан белгестәр уҡыу ваҡытында.
Был мәлдә урманда тыйыла:
Шырпы тоҡандырыу, тәмәке тартыу; Тиҙ тоҡана торған әйберҙәр ҡалдырып китеү; Шешәләр, быяла ярсыҡтары ҡалдырып китеү; Янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән осраҡта, штрафтар ҡаралған (КоАП РФ 8.32 ст.)
Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн киҫәтеү йәки административ яуаплылыҡҡа тарттырыу: Граждандарға 1 500 һумдан 3000 һумға тиклем; Вазифа биләгәндәргә 10 000 һумдан 20 000 һумға тиклем; Юридик шәхестәргә 50 000 һумдан 200 000 һумға тиклем. Усаҡ яғыу, ҡоро үләнгә ут төртөү, урманға яҡын ерҙәрҙә янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгән өсөн дә административ штраф һалына: Граждандарға 3 000 һумдан 4 000 һумға тиклем; Вазифа биләгәндәргә 15 000 һумдан 25 000 һумға тиклем; Юридик шәхестәргә 150 000 һумдан 250 000 һумға тиклем. Янғын осрағын күрһәгеҙ, урман һағына (8-800-100-94-00) йәки төбәк Урман хужалығы министрлығына - 8 (347) 218-14-14 - шылтыратыуығыҙ һорала.