Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 15:00

“Индираны оҙатып ҡалдым...”

Билдәле блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев был юлы әлегәсә йөрьәт итмәгән ҡарарға килгән...

Билдәле блогер, яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтең үҙен төрлө йүнәлештәрҙә һынап ҡарағанын, ҡаршылыҡтарҙан, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағанын беләбеҙ. Барлыҡ ҡаҙаныштарын ул иң яҡын кешеләренә - һөйөклө ҡатыны Индираға һәм бәләкәс ҡыҙҙарына арнағаны ла мәғлүм.
Кисә иһә Рөстәм социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шундай яҙма ҡалдырған: баҡһаң, был юлы ул ҡатынының бер үҙен ялға оҙатҡан, ә ғаилә мәшәҡәттәрен, бәләкәстәрҙе ҡарауҙы үҙ өҫтөнә алған.
“Бөгөн Индира беренсе тапҡыр ялға китте, беҙһеҙ генә. Ә мин ике ҡыҙыбыҙ менән өйҙә ҡалдым. Ниһайәт, ул донъя мәшәҡәттәренән арынып, балаларҙан, минән ял итеп ҡайтыр, быға бик шатмын. Әлегәсә бит үҙем генә төрлө ерҙәргә йөрөнөм. Әлбиттә, беҙ һағынасаҡбыҙ, әммә бурыстарҙы ла үтәйәсәкбеҙ. Бындай тәжрибә үҙем өсөн дә ҡыҙыҡ”, - тип яҙған Рөстәм шәхси сәхифәһендә.
Рөстәмдең яңылыусылары уның ниәтен хуплаған, ғаилә нигеҙе ныҡлығын ял иткән, талсыҡмаған бәхетле әсәй тәьмин итә, тип яҙыусылар күп. Бер-береһен яратҡан, хөрмәт иткән кешеләр шулай эшләргә тейеш, тип өҫтәүселәр ҙә бар.
Индираның ҡайҙа юлланғанын иһә Рөстәм яҙмаған. Ҡыҙыҡһыныусыларға: “Сит илгә түгел”, - тип кенә яуап биргән.
Индираға - хәйерле юл, ә Рөстәмгә иһә уны көткәндә ҡыҙҙары менән көндәрен күңелле, тыныс үткәреүен теләп ҡалабыҙ.
Фото Р. Нәбиевтең шәхси архивынан.
Читайте нас