Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 03:55

Рәзинә инәй иптәш эҙләй!

Шишмә районында йәшәгән инәйгә бергә йәшәү өсөн ҡатын-ҡыҙ кәрәк.

Редакцияға Шишмә районында йәшәгән үҙен Рәзинә тип таныштырған инәй шылтыратты. Ул үҙенә иптәш булып йәшәрлек, йорт, баҡса эштәрендә ярҙамлашып, бергә ултырып көңгөр-ҡаңғыр сәй эсеү, яңғыҙлыҡты тоймау маҡсатында берәй ҡатын-ҡыҙ булмаҫмы икән тигән үтенесен еткерҙе.

Тормошта төрлө хәлдәр булыуы мөмкин, кемдеңдер йәшәргә урыны юҡтыр, ғаилә мәнәсәбәттәрендә сетерекле хәлдәр ҙә килеп сығыуы ихтимал, шуға күрә, бәлки, һеҙгә тап Рәзинә инәйҙең тәҡдиме ярап ҡалыр, ярҙам итер. Балалары булһа ла мөмкин, тине.

Теләүселәргә үҙе менән һөйләшергә мөмкин, телефоны ошо яҙманың авторында.

Фото: ru.depositphotos.com
Читайте нас