Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 11:45

Ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итәләр

Ҡырмыҫҡалы районында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә кәрәк, урындағы халыҡ ярҙамға мохтаж.

Ҡырмыҫҡалы районында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә кәрәк, урындағы халыҡ ярҙамға мохтаж. Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы ирекмәндәре “Стоп. Затоп” акцияһы сиктәрендә ташҡындан ҡаза күргән ғаиләләргә аҙыҡ-түлек алып килгән, йорттар буйлап йөрөп, кемгә ниндәй ярҙам кәрәклеген һорашҡан.
Мәҫәлән, Бекетов ауылында йәшәгән Нина Лялюшина мейесем емерелде тип хафалана. “Мейес тулыһынса сафтан сыҡты, унһыҙ өйҙө нисек ҡоротоп алырға ла белмәйем”, - тип зарлана 56 йәшлек инәй. Тормош иптәше күптән үлеп ҡалған, ҡыҙҙары кейәүҙә, үҙ донъялары менән йәшәй. Улы хәрби хеҙмәткә алынған. Һыу ташҡан мәлдә ҡатын үҙе генә була. “Йоманан шәмбегә ҡарай төндә һыу килде. Әле баҙ, мунса, һарайҙан һыу китмәгән. Тиҙерәк һыу ҡайтһын ине”, - тип теләй ул.
Нина Лялюшкинаға ирекмән Гөлшат Мөхәмәтшина таҙа һыу һәм аҙыҡ-түлек тапшырҙы. Урындағы хакимиәт мейесен төҙөкләндереүгә кирбес алып килергә һүҙ бирҙе.
Вязовка ауылында йәшәгән күп балалы Рузановтар ғаиләһенең ҡош-ҡорто һыуға батҡан. Әсәй кеше Алина Рузанова белдереүенсә, төнөн һыу күтәрелгәс, тиҙ генә балаларҙы кейендереп, документтарҙы алып оло юлға сығалар. “Тәү сиратта балалар тураһында уйланыҡ, ул мәлдә тауыҡ ҡайғыһы юҡ ине”, - ти Алина.
Ирекмән Леонид Михеев ауылдаштарына ярҙамға иң тәүгеләрҙән булып килеп етә. Ауыр мәлдә ул кәмә менән байтаҡ кешене сығарып өлгөрә. Бөгөн ул Байкал ҡушаматлы эттең ҡурҡышынан кәмәлә дер һелкенеп ҡалтырауы тураһында көлөп һөйләһә лә, ул мәлдә барыһы ла ныҡ ҡурҡа.
“Кемдәрҙе өйөнән сығарырға ярҙамлашҡанымды хәтерләмәйем инде хәҙер. Иң мөһиме кешеләрҙе тиҙ арала хәүефһеҙ урынға сығарыу ине”, - ти Леонид.
Бекетов һәм Вязовка ауылдары халҡы һыуҙың тиҙерәк ярҙарына ҡайтыуын көтә. Баҙҙарҙан һыуҙы һурҙырып, өйҙәрҙе киптерергә кәрәк. Күптәрҙең ҡаралтыларын һыу йыуып алып киткән, баҡсалар һәм йорт хайуандары зыян күргән. Ирекмәндәр иһә ҡаза күргән кешеләргә ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә тырыша.
- Ҡырмыҫҡалы районында һыу әле ярҙарына ҡайтмаған, ә ҡайһы бер ауылдарҙа ул саҡ күтәрелә башланы. Әлеге ике ауылда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөргә кәрәк. Халыҡ һыу һурҙырғыстар, йылытҡыстарға мохтаж. Ихаталарҙа ла сүпте йыйыу, емереклектәрҙе төҙәтеү буйынса эштәр бихисап. Беҙ мөмкин тиклемен эшләргә тырышабыҙ, ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр беҙҙең менән бәйләнешкә инә ала, - ти ирекмән Гөлшат Мөхәмәтшина.
Ҡаза күреүселәр иһә “Беҙҙең хәстәр” ойошмаһының 8-800-201-89-03 бушлай телефонына шылтыратып ярҙам һорай ала.
Читайте нас