Йәмғиәт
15 Апрель 2021, 16:30

Йәмәғәт ойошмалары эшенә - юғары баһа

Сергей Залетин Рәсәй космонавтика федерацияһының Маҡтау ҡағыҙын һәм “Йыһанға беренсе кеше осҡанға – 60 йыл” миҙалын тапшырҙы.

“Торатау” конгресс-холында ҙур байрам ойошторолдо – Рәсәй Геройы, летчик-космонавт, Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре полковнигы Сергей Залетин йәмәғәт ойошмаларына Рәсәй космонавтика федерацияһының Маҡтау ҡағыҙын һәм “Йыһанға беренсе кеше осҡанға – 60 йыл” тигән миҙалды тапшырҙы.
Сергей Владимирович илебеҙҙең һәр йәһәттән дә бүтәндәргә өлгө күрһәтеүен, бер ҡасан да алдынғылыҡты бирмәүен билдәләне. Йыһанға тәүгеләрҙән булып осош яһау ҙа - шуға асыҡ миҫал.
"Башҡортостанда йәмәғәт ойошмалары әүҙем, өҫтәүенә һәр ваҡыт уның сафтары тулыланып тора, – тине Рәсәй Геройы Сергей Залетин. – Шуға эштәре лә йылдан-йыл көйлө, һөҙөмтәле".
Читайте нас