Башҡортостан – Рәсәйҙә йөҙ йәшен үтеүселәр тәңгәлендә алдынғылыҡты бирмәй. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә осрашҡан Йомабикә Кирәева 101 йәшен түңәрәкләгән.
– Оҙон ғүмерле булыу сере тураһында бер һеҙ генә төпсөшмәйһегеҙ, минең янымда булғандарҙың барыһы ла тиерлек шул турала һораша, – тип йылмая сығышы менән Әлшәй районының Тәүәтәй ауылынан булған Йомабикә Мөхәмәтғәле ҡыҙы. – Беләһегеҙме, күңелдә тик йылы хистәр йөрөтөү, бер кемгә лә асыу тотмау һәм һаҡламау, изге уйҙар тураһында уйланыу, тормошоңдо яҡшы эштәргә бағышлау – оҙон ғүмерле булыуға бер аҙым.
Йомабикә инәйҙең йәшлеген ауыр һуғыш йылдары урлаған тиеү ысынбарлыҡҡа тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән бөтә ир-ат алғы һыҙыҡҡа ташланған, ә ауылда ҡарт-ҡоро ла, бала-саға ғына. Ҡатын-ҡыҙ был ваҡытта бар йөктө лә үҙенең иңендә күтәргән. Әйткәндәй, тыуған ауылында тәүге тракторсы була ул. Күршелә Дәүләкән районында тракторсылар курсында уҡыған, техниканы биш бармағылай белгән.
1943 йылда ауылдашы Ахун Кирәев яраланып Тәүәтәйгә ҡайтҡан, йәштәр күп тә үтмәгән сәстәрен сәскә бәйләгән. Йомабикә менән Ахун Кирәевтар 65 йыл бергә ғүмер кисерә, дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра.
Йомабикә Кирәеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, тормош күҙ асып йомған менән бер, шуға күрә лә матур итеп йәшәргә ынтылырға кәрәк, һәр кем яҙымышын үҙе яҙа.