Ғәҙәттә, өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп тора, уларҙы ныҡ ярата. Йәш саҡтарында үҙ балаларына ваҡыты етмәгән әсәләр бар һөйөүен, күңел йылыһын ейәндәренә бирә. Әммә был донъяның кеме генә юҡ, тигәндәй, кешеләр ҙә төрлө шул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаһының балаһын күрә алмағандар ҙа осрай. Ошондай өләсәйҙәрҙең береһе үҙ тарихын бәйән итте.
“Ике ейәнем бар. Уларға өс һәм биш йәш. Балалар өсөн иң матур, һөймәлекле мәл дә бит, тик уларҙы яратмайым. Барыһы ла киленем арҡаһында. Уны яратмағас, балаларын да яҡын күрә алмайым.
Берҙән-бер улым уны танышырға килтергән саҡта уҡ әллә ни оҡшамағайны ул миңә. Рәмилдең иһә иҫе киткәйне, ауыҙына ғына ҡарап, янында бейеп кенә тора. Нимә ҡуша, шуны үтәй. Ныҡ ғашиҡ икәндәрен күрҙем, ҡаршы тороуҙан фәтүә булмаҫын да шунда уҡ аңланым. Шуға бик теләмәһәм дә, фатихамды бирҙем һәм улар өйләнеште.
Тәүге күреүҙән оҡшамаған киленемде аҙаҡ та ярата алманым. Ғәлиә менән мөнәсәбәттәр артыҡ бешмәне. Талашып, һүҙгә килешеп йөрөмәнек, әлбиттә. Тик һалҡын ғына аралаша инек. Уның артыҡ әрһеҙ, артыҡ әүҙем булыуы күңелемә ятманы. Һәр саҡ ҡәнәғәт, һәр саҡ йылмая, әйтерһең, тирә-яҡтағы проблемаларҙы, ауырлыҡтарҙы күрмәй. Ә улым уның йырын йырлай. Бер-бер артлы ике малай ҙа табып биргәс, күтәреп тигәндәй йөрөтә башланы. Ҙур итеп өй һалды, үҙенә айырым машина алып бирҙе, ҡиммәтле бүләктәр менән шаштыра.
Ә бер ваҡиға мине Ғәлиәне күрә алмаҫ хәлгә килтерҙе. Ул ирем, йәғни үҙенең ҡайныһы менән машинала эш буйынса ҡалаға киткәйне. Киленемдең ғәйебе менән аварияға эләккәндәр. Үҙенә бер ни ҙә булманы, ә янында ултырған ирем саҡ иҫән ҡалды, бер ҡулын ҡырҡтылар. Шул ҡатын арҡаһында ирем инвалид булып ҡалғас, тамам күрә алмай башланым үҙен. Эйе, улым менән ирем уны ғәфү итте, артабан бер ни булмағандай йәшәйҙәр, ә мин кисерә алмайым.
Ейәндәремдең икеһе лә әсәһенә оҡшаған. Беҙҙең яҡҡа тартмағандар кеүек. Уның кеүек ҡап-ҡара тәнле, шаталаҡтар. Әллә беҙҙекеләр түгелме икән? Ошо уй һуңғы ваҡытта тынғы бирмәй. Бәлки, ысынлап, балаларҙы йөрөп тапҡандыр ҙа, минең ҡан тартмайҙыр уларға? Рәмилгә әллә нисә тапҡыр, “шым ғына ДНК эшләтәйек”, тинем. Яҡын да килмәй, ҡатынына ышана. Тағы был мәсьәләне күтәрһәм, минең менән араны өҙәсәге тураһында ла киҫәтте, араларына ҡыҫылмаҫҡа ҡушты.
Мине әллә ниндәй аждаһа тип уйламағыҙ. Ул балаларҙы һөйгөм килә, аңым менән бер ғәйептәре лә юҡлығын аңлайым. Тик үҙем менән бер ни ҙә эшләй алмайым. Психологка барһам, файҙаһы булмаҫмы икән? Бәлки, берәй аҡыллы китаптар уҡып ҡарарға кәрәктер. Әхирәттәрем ейән-ейәнсәрҙәре тип үлеп барғанда, минең битараф ултырғым килмәй бит...”
(Мәләүез районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).