Мин Сулпан Рауил ҡыҙы Санкина булам. Баймаҡ районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Әбделкәрим ауылында тыуып үҫтем.
11-се класты Әбделкәрим урта мәктәбендә тамамлап, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Әлеге көндә төрки телдәр йүнәлешен һайлап, магистратурала уҡыйым. Алла бирһә, магистратура менән туҡтап ҡалмай, аспирантураға уҡырға инермен тигән хыялдамын. Тап ошо уҡыу йортон һайлауыма бик шатмын, үҙемде күп яҡтан астым.
Яратҡан шөғөлөм – китап уҡыу. Бигерәк тә Т. Ғарипова, М. Кәрим, А. Баймөхәмәтов, Н. Мусин әҫәрҙәре күңелемдә уйылып ҡалған. Туған телемде, халҡымдың йыр-моңон, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәм, ғорурланам.
Киләсәктә сәйәхәт итергә, төрлө илдә булырға теләйем.
Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ. Беҙҙең электрон адрес: bashkortostan.gazeta@mail.ru 1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра. 2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙәйәсәк.