Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 08:45

Хат (Юмореска)

Күҙлектәрен танауҙарына элеп, Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей диванға ултырып алды ла конверт тышына күҙ һалды. Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡыҙҙарының адресын күргәс, йөҙҙәре яҡтырып китте.

Күҙлектәрен танауҙарына элеп, Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей диванға ултырып алды ла конверт тышына күҙ һалды. Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡыҙҙарының адресын күргәс, йөҙҙәре яҡтырып китте. Бибинур әбей, хатты асып:
– Ҡартым, һин тыңлап ҡына ултыр, үҙем уҡыйым, – тип, күҙлеген күҙенә яҡыныраҡ терәп, хатҡа текәлде. Оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң, Кәшфулла бабай ҡулындағы күҙлеген яңынан кейеп, ҡағыҙҙы эре генә ҡиәфәттә уҡый башланы:
“Приветик, предки! От ма, па, привет. Не беспокойтесь в натуре, все по кайфу. Я каждый день перекидываю свои кости на Ленина стрит в Универ. Все о кей. Предки я в настальгии по вашим каймак, бавырсак. Я уже застремалась, тут вообще труба, надоели все городские жмурики. К вам охота. Ну ча, предки, главное, вы не застремайтесь! Собирайте бабки для любимой внучки. Если че – сигнальте. Все о кей! Без болды!

с/п Айгуль”.
Бер нимә аңламаған Кәшфулла бабай ҡарсығына һораулы ҡараш ташланы:
– Һин берәй нәмә аңланыңмы, ҡарсыҡ? – тип һораны. Күҙлеген бер һалып, бер кейгән ҡартына ҡа­рап, унан да нығыраҡ ғәжәп­ләнгән Бибинур әбей ауыҙын асып ҡатып ҡалғайны. Ул, һушына килеп:
– Ә-ә-ә, – тип һуҙып ҡуйҙы.
– Урыҫсаны Михаил знакум менән яҡшы ғына һуҡалайым. Ә бына ейәнсәремдең хатын аңламаным...
– Әллә хат сит телдә яҙылғанмы икән?
– Юҡ. Улай булһа, хәрефтәр латинса булыр ине. Илебеҙ капитализмға боролғас, тел дә үҙгәрҙеме икән?
– Шулайҙыр, ҡартым, шулай­ҙыр, шулай булмаһа, һин аңлар инең.
Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей шулай оҙаҡ ҡына гәпләшеп, хатты ҡат-ҡат уҡып, нимәлер аңларға тырышып ҡаранылар. Күп һүҙҙәрҙе аңламағас, хаттың эстәлегенә төшөнә алманылар. Шул саҡ Бибинур әбей күршеһенең ейәнсәре ҡышҡы каникулға ҡайтҡанын иҫенә төшөрҙө. Ул ҙур асыш яһағандай шатланып:
– Ҡартым, тиҙ генә кейен, күршегә инеп сығайыҡ. Моғайын, уҡый беләлер, ҡала балаһы бит, – тип хәлде аңлатып бирҙе.
– Шулаймы?! – тип Кәшфулла бабай дивандан егеттәрсә һике­реп торҙо ла, көҙгө ҡаршыһына килеп, һаҡал-мыйығын төҙәткеләп, кейенә башланы. Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей, ҡулдарына хат тотоп, ап-аҡ ҡарҙы шығырҙата-шығырҙата күрше йортҡа табан атланы...
Читайте нас