Хәтерләүҙәр, кем тураһында булһа ла, был кешенең һинең яҙмышыңа бәйле мәлдәрен күҙ уңынан үткәреү, аҙаҡ ғүмер тауы аша атлап төшөп, уйһыулыҡҡа инеп юғалғансы, әңгәмә алып барыу икән.
Беҙҙең Теләш ауылында һуғышҡа тиклем бәләкәй электр станцияһы эшләгән. Ауылдаштарым, күмәкләшеп бура бурап, локомобиль тип аталған ҡоролма алып ҡайтып, ошо станцияны үҙҙәре төҙөгән һәм ауылға ут үткәргән. Был хаҡта миңә ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләгән ауылдашым һөйләне.
“Ҡырсынташтар”ҙа бергә сыҡтыҡ!”
Сабир ағай “Зәңгәр ҡулсатыр” тип аталған китабына ҡултамға ҡуйғанда:
– Бына, утһыҙ ғына ауылда үҫеп, ошондай зауыҡлы китаптар яҙыуға өлгәштем! – тип шаяртты.
Ә-ә-ә! Бына беҙҙекеләр шәберәк булған, үҙҙәре яҡтылыҡ үткәргән, тип ағайҙы иҫкә төшөрөп, уйымда ғына булһа ла маҡтанып алдым.
Дастуйын кешеләр ваҡ булмай, улар үҙҙәре лә ҙур, шуға күрә уларға күп ғәмәл дә һыйған: дәрт-дарман да, алсаҡ күңел дә, яҡшы хәтер ҙә, белем дә, кешеләрҙе эскерһеҙ яратыу ҙа. Был һәр осраҡта ла тап шулай тип әйтмәйем, әммә түңәрәк йөҙөн ҡояштай ихлас балҡытып, яңғыратып көлөп ебәрергә яратҡан Сабир Нәғим улы Шәриповҡа был тулыһынса тап килә ине.
Әҙәбиәттә һәр кешенең үҙ юлы бар. Кемгә нисек тура килә. Мин университетты тамамлаған йылда, республикала бөтә мәктәптәрҙә лә башҡорт телен уҡытыуҙы индереү сәбәпле, беҙҙең сығарылышты – “сиҙәмгә”, рус, татар ауылдарына башҡорт теле уҡытырға, ә киләһе йылда, баш ҡалабыҙҙа төрлө яңы гәзит-журналдар асылып, беҙҙән һуң килгәндәрҙе редакцияларға эшкә ебәрҙеләр. Әүҙем яҙышыусылар, бәлки, беҙҙә күберәк тә булғандыр әле: Әнисә Аҫылғужина, Лилиә Ҡәйепова, Рәшиҙә Шәмсетдинова... Түгелеп-сәселеп йөрөмәй, шунда уҡ ижадҡа яҡын ерҙә эш башлаһалар, артабан нисек булырын кем белгән...
Шулай берәүҙәрҙе яҙмыш һәр ваҡыт ситкә этә, әммә улар, һис нигә ҡарамайынса, үҙ мөхитенә ылығырға тырыша. Гәзит-журнал редакцияһында эшләп, шул тирәлә ҡайнап йөрөгән, ҡалала йәшәгән кешеләргә әҙәбиәткә инеп китеүе еңелерәктер, тип уйлайым, яҙылған әйберҙәре йылдар буйы өҫтәл тартмаһында ятмай, кеше бит 500 йыл йәшәмәй. Ошоно аңлап, ярҙам ҡулы һуҙған кешеләрҙе, әлбиттә, йылы һүҙ менән хәтергә алғы килә.
Сирек быуат Себер тарафтарында йәшәргә тура килде. Йәй тыуған яҡҡа ҡайтҡанда, яҙыуҙарымды күтәреп, беҙҙән 300 саҡрым йыраҡта ятҡан Өфөгә юлға сығам. Мин, китап сығарам тип хыялланып йөрөгән кеше, хикәйә-повестарымды яҙыусылар ойошмаһына инеп, шунда эшләгән ағайға тапшырып ҡайтып китәм. Киләһе йыл яңы яҙылған әйберҙәремде алып, тағы киләм. Ошо ағай: “Атайыма аҡ эшләпә” тигән повесыңды уҡып сыҡтым, сюжет тигән нәмә юҡ бында”, – тип ҡаршылай һәм оҙата.
“Сюжет” тигән һүҙ белеп алғандар”, – тип уйлайым эстән генә... Гоголдең “Ревизор”ында бармы ул сюжет, әллә “Шинель” хикәйәһендә бармы?! Ә классик әҫәрҙәрҙә?! Хәҙергеләрҙән Саша Соколовтың “Школа для дураков” тигән повесында бармы ул сюжет? Бала саҡ хәтирәләренә таянып яҙылған повеста сюжет, бәлки, ярылып уҡ ятмайҙыр, эске сюжет тигән төшөнсә лә бар бит. Ошондай уйҙар менән йәнә 300 саҡрымды үтәм.
Киләһе йыл тағы киләм, был юлы Сабир Нәғим улына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр. Шул заманда ул Левченко урамында урынлашҡан “Китап” нәшриәтендә эшләй ине. Ул шунда уҡ йыйылманы тағатып уҡый ҙа башлай, уның һүҙҙәренән иңдәремә ҡанаттар үҫеп киткәндәй тойола: “Телең матур. Һүҙ уйната беләһең, – ә ҡулдары ҡулъяҙма өҫтөндә йүгергеләй, шап-шоп һыҙып та ташлай, – бына быныһын бик шәп итеп тотоп алғанһың...”.
Оҫталыҡ та әллә ни булмағандыр инде миндә, ул һыҙмаҡлаған битте алдым да уҡып сыҡтым (әле лә һаҡлана), ысынлап та, был һүҙ тап ошонда торһа, яҡшыраҡ була икән, ә тәүге өҙөк булмаһа ла ярай, мәғәнәһе юғалмай бит...
“Бына китап әҙерләйбеҙ...”. Төрлө йәштәге авторҙарҙың әҫәрҙәре тупланған был китапты төҙөүсе “Ҡырсынташтар” тип атаған. Ысынлап та, исеме есеменә тап килә, ҡырсынташтар бит төрлө-төрлө була...
Белмәйем, башҡалар нисектер, әммә миңә был китап һәм унда Сабир ағай бер әҙәби майҙанға йыйған яҙыусылар ҙа туғандарым кеүек яҡын, ҡәҙерле. Аҙаҡ ошо яҡташтарым менән осрашҡанда: ”Беҙ бит ”Ҡырсынташтар”ҙа бергә сыҡтыҡ!” –тип һүҙ башлап танышыр булдым.
Бынан һуң да шундай йыйынтыҡтар сыҡһа, Сабир ағай мотлаҡ бер хикәйәмде индереп ебәрер булды. Шуға миҫал – 2016 йылда “Китап” нәшриәтендә сыҡҡан “Әҙәби нағыш” исемле йыйынтыҡ. Унда ингән “Китәләр бит!” хикәйә-монологының исеменең үҙ тарихы бар. Гөлназ Ҡотоеваның шиғырынан өҙөктө эпиграф итеп алып, “Ҡырҡынсы сырағым” тип атағайным. Хәҙер аңлайым, һин эпиграф итеп шағирәнең юлдарын алған хәлдә лә, әҫәрҙең исеме үҙеңдеке булырға тейеш. Был минең табыш түгел, тапалған да, шуға күрә Сабир ағай, исемде хикәйәнең һуңғы юлынан алып, “Китәләр бит!” тип ҡуйған. Ул шулай журналда ла баҫылып сыҡты, китапҡа ла инеп китте. Ғәмәлдә был исем теге донъя менән был донъя арауығында һөйләшеү алып барған кешегә тап килә. Ә бит тәүҙә һис тә ҡабул итмәй, хатта үпкәләп тә ҡуйғайным.
Сабир ағайҙың башҡорт теленең сафлығы өсөн көрәшсе булыуын ошо йәшемә етеп саҡ аңланым. Минең текста “поселок” тигән һүҙ бар, Сабир ағай уны “ҡасаба” тип үҙгәртергә ҡушты. Ғүмеремдә тәүгә ишеткән һүҙҙе сәйерһенеп ҡабатлайым. Шунан: “Беҙҙең яҡта улай тип әйтмәйҙәр!” – тим. Ул: “Индер! – ти, – һин индерәһең, һинән күреп, башҡалар ҙа индерә. Шулай тамыр йәйә лә ҡуя ул!” Унан сыҡҡан бик күп һүҙҙәр хәҙер рус телендә түгел, ә үҙебеҙсә яңғырай, өйрәнелгән, күңелгә ятып та тора.
Бына исемгә бәйле йәнә бер ваҡиға. Кисә Яр Саллы ҡалаһының “Квартал” сауҙа үҙәгендә китап магазинында Әмир ағай Әминевтең татар телендә сыҡҡан “Кар кешесе” тигән китабын һатыуҙа күреп, алып ҡайттым.
Йыраҡта ҡалған бер заманда, йылына бер Өфөгә юлланғанда, “Китап” нәшриәтендә Сабир Нәғим улы мине: “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире”, – тип билдәле яҙыусы Әмир Мөхәмәт улы Әминев менән таныштырҙы: “Бына шул журналға яҙаһың! Юғалма!” Ул кешеләр менән кешеләр араһына күпер һалырға оҫта ине. Был күпергә һис ҡасан да туҙан төшмәне. Себер тарафтарынан почта менән килгән нисәмә хикәйәм, Әмир ағайҙың иләге аша үтеп, ошо журналда донъя күргәндер, ә “Бабайһыҙ әбейҙәр урамы” тигән хикәйәләр циклы лауреат исеменә лә лайыҡ булды.
Бына ошо танышыу мәлендә мин “Ағиҙел” журналында баҫылған “Ҡар кешеһе” хикәйәһен һоҡланып уҡып сығыуым хаҡында сәсәй-сәсәй һөйләй башланым. Ысынлап та, бик көслө яҙылған был хикәйә – Әмир Әминевтең ижадында мин яратҡандарҙың береһе.
Шул саҡ Сабир ағай, миңә генә ҡарап: “Ә беләһеңме, ул башҡортса нисек була?” Мин юғалып ҡалдым. “Албаҫты!” тине ул, бармағын күтәреп. Быларҙы ул миңә, бары миңә генә ҡарап әйтте, сөнки үҙе лә яҙышҡан, авторҙар менән дә эшләгән мөхәррир булараҡ, журнал редакцияһына килгән һәр әҫәрҙең,ижадсының төн йоҡоларын ҡалдырып, ҡат-ҡат эшкәртеп шымартҡанын, ижади процесты бик яҡшы белгән һәм һүҙ бәҫен тойған кеше булараҡ, яҡшы аңлай ине.
Шуны уйлап, китапты ҡулға алам. Тышлығында, рус теленән тәржемә ителгән һүҙ урынына, бер һүҙ менән генә “Албаҫты” тип яҙылған булһа, ә? Сауҙа кәштәһендә бер китап та ҡалмаған булыр ине.
Сабир Нәғим улы һалған икенсе күпер яҡташым Ризуан ағай Хажиев менән танышыу булды. “Һин үҙ ҡаҙаныңда ҡайнама, яҙылған әйберҙәреңде лә әллә ҡайҙа йөрөтмә, Хажиевҡа ғына уҡыт, ул хәҙер Мәсәғүттә”.
Ысынлап та, Ризуан ағай “эшем күп, ваҡытым юҡ, фәлән-төгән” тимәне, һәр әйберҙе ентекләп уҡып сыҡты, файҙалы кәңәштәрен әйтте, аҙаҡ “яманды ғына күрәһең” тип уҫал итеп әйтештереп тә алды.
Гәзиттә әҙәбиәттең торошо, башлап яҙыусылар тураһында мәҡәлә баҫылып сыҡҡан, Сабир Нәғим улы унда һәр кемгә ҡарата әйтер һүҙен тапҡан, ә минең исемде билдәләп, “уға, илдәр гиҙгән кешегә, ҙурыраҡ әйберҙәргә тотонһа ла була”, – тигән... Тотондом, яҙҙым. Тик уҡытырға Сабир ағай ғына юҡ, ул үҙенең ғүмер тауы аша төшөп тә киткән...
Киноларҙы һирәк ҡарайым, шуғалыр улар бик оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала. Американдарҙың “Гений” (режиссеры – М. Грандаджа) тигән фильмын, йәғни тормошта булған хәл-ваҡиғаларға таянып яҙылған киноһын яратып ҡараным, унда америка әҙәбиәтенә Хэмингуэйҙы, Френсис Фицджеральдты, Томас Вульфты асҡан мөхәррир Масквелл Перкинс хаҡында һүҙ бара. Ә анығыраҡ итеп әйткәндә, нәшриәткә ҡулъяҙмаларын тартмаларға тултырып килтергән Томас Вульфтың мөхәррир менән әҫәр өҫтөндә эшләүе хаҡында һөйләй. Был бәйләнештән гениаль әҫәрҙәр тыуған.
Автор ижад иткәндә үҙ донъяһы менән йәшәй, эске тойғоларға таяна, күберәк үҙ-үҙенә ышанысы ла бик юҡ йә, киреһенсә, хис-тойғоға ғына бирелеп, йүгәнһеҙ ҙә булып китә, шундай саҡта кәңәш бирерлек аҡыллы мөхәррир кәрәк.
Сабир Нәғим улының “Мин генийҙыр ул!” тип шаяртҡанын ишетеп, көлөмһөрәп ҡуйғайным. Ә хәҙер уның төрлө авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын рәткә килтереүен, “Роман уҡыйбыҙ! Бына ошоно баҫтырырға йыйынабыҙ!” тип алтын тәңкә тапҡан шикелле кинәнеп йөрөүен иҫкә төшөрөп, ысынлап та, ул үҙ эшенең оҫтаһы булған, тип уйлайым.
Әгәр Сабир ағайҙың ижад мәктәбен үтеүселәр үҙҙәрен бер дәфтәргә теркәргә булһа, шунда мине лә индерһендәр ине. Әллә ни танылыу алмаһам да, үҙем ижадтан күп һабаҡ алдым, ул тормошома мәғәнә өҫтәне. Тора-бара ижад тирәһендәге ваҡ мәшәҡәттең дә әллә ни әһәмиәткә эйә түгел икәненә төшөндөм. Әгәр һин үҙеңдә бер донъя асҡанһың икән, был эш һиңә дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәй икән, эшлә, әгәр һиңә ошо сәғәттәр ҡәҙерле икән, һаҡла, бер минутыңды ла бушҡа сарыф итмә.
Һирәк-һаяҡ ваҡытлы матбуғатта күренгән хикәйәләрем – яҡташтарым өсөн ҙур ваҡиға. Уларҙы мәктәптә уҡытыусылар бер-береһенә ҡысҡырып уҡый, ә ҡайһы берҙәре әҫәреңде анализлап мәҡәлә лә баҫтыра, шул гәзит-журналдар, ҡулдан-ҡулға йөрөтөлөп, тетелеп бөтә икән, был – һинең өсөн ҙур бәхет. Интернет селтәре аша төрлө төбәктәрҙән килеп еткән йылы һүҙҙәр ҙә күңелеңде үҫтерә.
Ошо хәҡиҡәтте аңлаған мәлгә килеп еткәнсе, яҙмышымда осрап, ярҙам ҡулы һуҙған, үҙеңә ышанысың аҙ ғына сағында ҡеүәт биреп, әйҙүкләп торған кешегә, Сабир ағайға, ул тыуған йәмле яҙҙа йылы һүҙҙәремде еткергем килде...