“Торатау” конгресс-холында Башҡортостан ир-аттарының I форумы ойошторолдо. Шул иғтибарға лайыҡ, ирҙәр ҡоро республикабыҙҙа ғына түгел, хатта илебеҙҙә лә быға хәтлем үткәрелмәгән.
– Республикабыҙҙың ауылдары буйлап күп һәм йыш йөрөргә тура килә, бына шунда ҡайһы бер етешһеҙлектәр күҙгә салына ла инде, – тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – Ир-атты берләштереү зарур, уларҙы ниндәйҙер изге эштәргә йәлеп итергә кәрәк. Мәҫәлән, күп урында зыяраттар кәртәләнмәгән, ҡыйлыҡтар тирәһендә тәртип булдырыу мөһим. Ҡолаған ҡоймаларҙе кем күтәреп бәйләр, кеше йәшәмәгән иҫке йорттарҙы ҡасан йүнәтербеҙ? Ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә тәртип булдырыуҙа атайҙар алдынғы булһын ине.
Зариф Зәкир улы билдәләүенсә, баланы тәрбиәләүҙә атайҙы берәү ҙә алмаштыра алмай, был юҫыҡта ул төп урынды биләй. Һөйләшеүҙә ошо мәсьәлә беренсе урынға сығасаҡ. Әле фойела тиккә генә эшҡыуарҙарҙың күргәҙмәһе ойошторолманы. Барыһы ла тырыштар менән танышһын, уңғандарҙан өлгө алһын!
Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сарала ҡатнашыусыларға республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.