Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 05:02

Малға ни ашатһаң, ите-һөтөндә лә шул булыр

Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан Ишембай мал аҙығы заводы – күптән түгел асылған предприятие, уның барлыҡҡа килгәненә бер йыл самаһы ғына әле. Ауыл хужалығындағы малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ кеүек мөһим тармаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһенә ингән заводтың юғалып ҡалмаҫы билдәле.

Ишембай районы Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан Ишембай мал аҙығы заводы – күптән түгел асылған предприятие, уның барлыҡҡа килгәненә бер йыл самаһы ғына әле. Ауыл хужалығындағы малсылыҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ кеүек мөһим тармаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһенә ингән заводтың юғалып ҡалмаҫы билдәле.


Мал-тыуарҙың, ҡош-ҡорттоң яңынан-яңы тоҡомдары сыға­ры­лып тора. Улар бөтәһенән элек тулы ҡиммәтле рационға, аҙыҡ өҫтәмәләре ҡулланыуға иҫәп тотоп сығарылған, шулай программалаштырылған тиһәң дә була. Юғары продукция бирә торған малға һәм йорт ҡош­тарына ихтыяж беҙҙең заманда бик ҙур, сөнки уларҙы тәрбиә­ләүгә, ашатыуға, дауалауға киткән сығымдар нәҡ юғары продуктлылыҡ аша ҡаплана.

Мал аҙығының сифатлы булыуы бик мөһим, сөнки ит-һөт аша мал йә ҡош-ҡорт ауыҙына эләккән зарарлы матдәләрҙең кешегә эләгеүе ихтимал. Ашаған аҙыҡҡа малдың, ҡоштоң да һаулыҡ торошо, продук­цияһының күләме һәм сифаты ла ныҡ бәйләнгән. Шулай итеп, ауыл хужалығының табышлы эшләүе тотошлай тиерлек малдарҙың нисек туҡландырылыуына буйһонған.
“Ишембай мал аҙығы заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы был яуаплылыҡты аңлап эшләй. Марат Туҡтамышев етәкселе­гендәге коллектив 12 кешенән тора. Һәр береһе үҙ участка­һында эшен белеп, еренә еткереп башҡара. Баш инженер Николай Коннов тулы рационлы мал аҙығы етештереү барышын контролдә тота. Электрик Рәмил Йәһүҙин, механик Рөстәм Ибраһимов ҡо­рамалдарҙың тейе­шенсә эшләүен тәьмин итә.
Заводта ауыл хужалығы предприятиеларында күпләп аҫралған мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт, себеш-бәпкә, балыҡтар өсөн аҙыҡтар етештерелә. Продукция Башҡортостан районда­рындағы ауыл хужалығы предприятиеларына, шәхси хужа­лыҡтарға һатыла, башҡа төбәктәргә лә сығарыла.

Мал аҙығы етештереүселәр күп, әлбиттә, тик һәр береһе ҙур һорау менән ҡулланған продукция етештереүсе булып китә алмай. Тармаҡта абруйлы предприятие булыр өсөн күп талаптарға яуап биреү мөһим. Беренсенән, ҡатнаш аҙыҡтың составында булырға тейешле бөтә компоненттары тейешле күләмдә һалынырға, бөтә параметр­ҙары буйынса ГОСТ талаптарына яуап бирергә тейеш. Икенсенән, предприятие ҙур күләмдә талап ителгән продукция ҡуйыу тураһындағы килешеүҙәрҙе өҙмәйенсә, ваҡытында үтәүҙе тәьмин итергә бурыслы. Ишембай мал аҙығы предприятиеһы, йәш булһа ла, бөтә талаптарға яуап бирергә, етди партнер булараҡ абруйын нығытырға тырыша.
Тағы бер әһәмиәтле шарт – рецепттарҙы камиллаштырыу, әммә зарарлы ҡушымта­лар, үҫеш стимуляторҙары һәм гормондар ҡулланмау. Синтетик ҡушымталар, хайуан сәләмәт­леге өсөн зарарлы, ләкин продукцияны ныҡлы арттырып ебәрә торған өҫтәмәләр күп. Тик, үрҙә әйтелгәнсә, ризыҡ менән кеше организмына күсеү ихти­маллығы арҡаһында улар­ҙы ҡулланмау хәйерле. Предприятие белгестәре аҙыҡ етеш­тереүҙә яңы технологиялар ҡуллана, үҙҙәре яңы рецепттар эшләй. Мәҫәлән, шундай рецепт буйынса етештерелә торған аҡһымлы витаминлы-минераллы концентрат ҙур һорау менән файҙалана. Унда яһалма үҫеш стимуляторҙары һәм гормондар юҡ, тәбиғи компоненттар ярҙа­мында юғары тәьҫирлелеккә өлгәшелә. Ул мал-тыуарға ла, балыҡтарға ла, ҡош-ҡортҡа ла берҙәй файҙалы. Заказсы теләген иҫәпкә алып, составҡа үҙгәрештәр ҙә индерелергә мөмкин. Хаҡтар ҙа башҡа етеш­тереүселәр менән сағыш­тыр­ғанда отошло булыуы менән айырыла.
Етәкселек производствоны киңәйтергә план ҡора. Яҡын киләсәктә айына 500 тонна продукция сығарыуға йүнәлеш тоталар. Һәйбәт продукция үтемле була, ишембайҙарҙың пландары тормошҡа ашыр.
Читайте нас