Ғаиләлә мөхәббәт утын һүндермәй һаҡлаған, яҡындарына ныҡлы таяныс булған ир менән ҡатындың ғына хистәре саф, хыялдары яҡты, киләсәктәре нурлы була. Һәр яҡтан да уңған һәм тырыш Гөлфинә менән Алыс Аҡмаловтар – шундай өлгөлө ғаиләләрҙең береһе.
1979 йылда Алыс ағай ауылға Гөлфинә Сәлмән ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайта. Һоҡланмаған кеше булмай уның матурлығына. Ҡәйнәһе Сәсәк апай киленен бер күреүҙән үк оҡшата.
Йәштәр татыу итеп донъя көтөп китә. Ҡәйнә киленгә үҙ белгәнен өйрәтә. Гөлинә апай йомшаҡ һүҙле, яғымлы ҡарашлы ҡәйнәһе менән 34 йыл инде бергә татыу йәшәй.
Алыс ағай пенсияға сыҡҡансы Арҡауыл газ берекмәһендә, совхозда эшләй, алдынғы шофер була. Гөлфинә апай 1989 йылдан шәфҡәт туташы, дүрт бала әсәһе. Балаларға белем биреүгә күп көс һала татыу ғаилә. Оло ҡыҙҙары Лариса психолог һөнәренә уҡып сыға. Юлиә иһә, әсәһенең юлын дауам итеп, шәфҡәт туташы булып эшләй. Улдары Айрат – юғары белемле инженер. Кесе ҡыҙҙары Вилена Силәбе мәҙәниәт академияһын тамамлаған. Уларҙың һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар.
Гөлфинә апайҙарҙың йорто бик матур. Йәйен баҡсалары шау сәскәгә күмелә. Пенсия йәшендә булһалар ҙа, баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерәләр. Күңелдәре матур кешеләрҙең донъяһы ла гүзәл. Күршеләре менән татыу, һәр кешегә ярҙамсыл ул Алыс ағай һәм Гөлфинә апай. Ҡул эштәренә оҫталыҡ балаларына ла күскән.
Өс ейәнсәренә, бер ейәненә наҙ-һөйөүҙәрен бүләк итә олатай менән өләсәй. Алыс ағай балаларына өлкәндәргә хөрмәт, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тыуған ергә мөхәббәт тәрбиәләгән кеүек ейәнсәрҙәренә лә шуны өйрәтә.
Ғаиләлә бер-береңде аңлау, яратыу, хөрмәт итеү булмаһа, тормош та дауам итмәҫ ине. Был хистәр әсә һөйөүенән яралған, тиң, саф мөхәббәттең яҡты ҡөҙрәте менән һуғарылған. Был йәһәттән Гөлфинә менән Алыс Аҡмаловтарҙың тормош рәүеше күптәргә өлгө булып тора.