Ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған, уларҙы быуындан-быуынға аманат итеп ҡалдырған өлгөлө ғаиләләр ауылыбыҙҙа бик күп. Шуларҙың береһе – 63 йыл бергә ғүмер иткән Фауза апай менән Фаил ағай Нафиҡовтар.
Улар икеһе лә йәмле Йүрүҙән буйының Иҙелбай ауылында тыуып үҫкән. 1959 йылдың йәмле йәйендә өйләнешеп, ғаилә ҡоралар.
Фаил ағай ғүмер буйы совхозда тракторсы булып эшләй. Ул заманда эш күп, хеҙмәт ҡулдары етешмәгән осор була. Фауза апай ҙа совхозда төрлө урындарҙа эшләй. Нафиҡовтар сәскәләй биш ҡыҙға һәм бер ир-егеткә ғүмер бүләк итә. Бер-бер артлы тыуған ҡыҙҙары – Фәриҙә, Гөлсинә, Нурия, Рәйлә һәм Зиниә ата-әсәйҙең ҙур ҡыуанысы була. Ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел: йәй булһа, сөгөлдөр баҫыуында, бесәндә ваҡыт үтә, ул арала емеш-еләк йыйып та өлгөрөргә кәрәк.
Нафиҡовтар балаларының һәр береһенә матур белем бирә, хәҙер инде олатай-өләсәй булыу бәхетен татыйҙар. Балалары Фаил ағай менән Фауза апайға ун ейәнсәр, өс ейән бүләк иткән. Йәйен уларҙың өйө тулы бала-саға була. Олатай менән өләсәй өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни?!
Кеше янып йәшәй, янып һөйә, янып эшләй. Нафиҡовтарҙың ғаиләһе лә шундайҙарҙан.