Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Ғафури районында “Медиайыйын” журналистар форумы бара. Йәмле “Красноусол” шифаханаһында ойошторолған сара республиканың һәр район һәм ҡалаһынан журналистарҙы йыйҙы. Унда гәзит-журналдар, радио-телевидение һәм интернет баҫмалары вәкилдәре ҡатнаша. Һөйләшеү журналистика, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың киләсәге һәм башҡа мөһим мәсьәләләргә арналды.
Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Телерадиотапшырыуҙар милли ассоциацияһы генераль директоры Александр Широких, Воронеж ҡалаһынан килгән ҡунаҡ, профессор, журналистика факультеты деканы Владимир Тулупов ҡатнашты.
- Быйыл илебеҙҙе мөһим сәйәси саралар көтә. Ул Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡалар. Республикала оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән төрлө дин, милләт вәкилдәрен ыҙғыштырырға теләгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Бындай мөһим саралар алдынан беҙгә берләшергә, бергә эшләргә кәрәк, - тине Урал Килсенбаев.
Милли матбуғатҡа килгәндә, ул баҫмаларға элекке йолаларын, традицияларын да һаҡларға, яңы технологияларға ла ынтылырға кәңәш итте.
- Элек минең ҡайным һәр иртәһен район гәзитен уҡып башлай ине, хәҙер социаль селтәрҙәрҙә районының сәхифәһен ҡарап яңылыҡтарҙы белә. Нисек кенә булмаһын, бөгөнгө баҫмаларға, шул иҫәптән милли телдәрҙә сыҡҡандарға ла, халыҡ менән бергә булырға, яңылыҡтарҙы ҡабул итергә һәм эшләй башларға кәрәк, - тине Урал Килсенбаев.
Пленар ултырышты алып барған Эльвира Айытҡолова спикерҙар алдына бер һорау ҡуйҙы: әлеге шарттарҙа милли баҫмаларға өҫтөнлөктәр булырға тейешме? Александр Широкихтан башҡа барыһы ла был һорауға ыңғай яуап бирҙе. Александр Широких иһә бөтә матбуғат баҫмалары ла дәғүәле шарттарҙа эшләргә тейеш, тигән фекерен әйтте.
Артабан пленар ултырыш аралашыу шарттарында дауам итте. Ойоштороусылар махсус рәүештә пленар ултырышҡа ҙур докладтар әҙерләмәне, шуға күрә ул фекер алышыуға ҡоролдо. Журналистар үҙ проблемалары менән уртаҡлашты.
Артабан Урал Килсенбаев журналистарҙың бер төркөмөнә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзитенең верстка бүлеге мөдире Ирек Ғәлиев та бар ине. Уға Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы тапшырылды.
Пленар ултырыштан һуң иһә йыйында ҡатнашыусылар секция ултырыштарына таралды. Беренсеһендә - матбуғат баҫмалары, икенсеһендә - теле- һәм радио журналистар, өсөнсөһөндә интернет һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләгәндәр уҡыуҙар үтте.