Бөгөн – Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө. Ошо күркәм дата уңайынан республикабыҙҙа күптәр милли кейемдә эшкә килде, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты.
Мәҫәлән, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин да милли кейемдә фото төшөп, социаль селтәргә һалған.
"Иң яҡшы этник традицияларҙы һаҡлап, бер-береһенә хөрмәт күрһәтеп, гуманизм һәм рухиәт идеалдарын алға һөрөп, Мәсетле районында 15-тән ашыу милләт вәкилдәре дуҫлыҡта, татыулыҡта ғүмер кисерә, – тип яҙған ул. – Милли костюм – һәр халыҡтың мәҙәниәтендә мөһим элемент. Бөгөнгө күркәм байрам милләт-ара татыулыҡты, халыҡтарҙың бер-береһенә ҡарата хөрмәтен тағы ла нығытһын! Ватаныбыҙҙа һәр саҡ ҡояшлы көндәр булһын!"
Фото: Әнис Әсәҙуллиндың “Бәйләнештә” селтәре.