Һәр ғаиләне тылсымлы һандыҡҡа оҡшатырға мөмкин: һәр береһенең башҡалар күҙенә салынмаған сере, яҙмышы бар. Уларҙы хатта, үҙенә күрә бәләкәй генә дәүләт тип атарға ла була. Ҡатмарлы заманда йәшәһәк тә, гөрләтеп донъя көткән һәм тыуған ерҙәренә береккән йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөндөрә. Һыйыр малы үрсетеп, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, ҡошсолоҡ тармаҡтары менән айырыуса уңышлы шөғөлләнгән Салауат районының Таймый ауыл йәштәре айырыуса маҡтауға лайыҡ.
Эйе, йәмле Атау йылғаһы буйында ана шундай уңған кешеләр йәшәй. Улар – Ирина менән Артур Вәлиевтәр, Сөмбөл һәм Алик Борхановтар, Луиза менән Альберт Борхановтар, Света һәм Фуат Замановтар, Лилиә менән Айҙар Замановтар. Әйткәндәй, Лилиә менән Айҙар районыбыҙҙа “Йәш ғаиләләр” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Бөгөн Вәлиевтәрҙең матур ғаиләһе менән таныштырмаҡсыбыҙ. “Тырыш булһаң, ырыҫ килер” тигән тормош ҡануны буйынса йәшәй улар.
Лүзәриә менән Гранит Вәлиевтәрҙең берҙән-бер улы Артур Иҙелбай ауылы һылыуы Ирина менән ғаилә ҡорғас, ошо ауылда нигеҙ ҡороп, ата-әсәләрен тәрбиәләп, ярҙамлашып, гөрләтеп тормош көтә. Гранит ағай менән Лүзәриә апай – ошо ауылда йәшәп, тырышлыҡтары менән абруй ҡаҙанған хеҙмәт алдынғылары. Фиҙакәр хеҙмәттәге уңыштары өсөн улар төрлө миҙалдарға һәм Почет грамоталарына лайыҡ булған. Быйыл Гранит ағайға 82 йәш тула. Улар Лүзәриә апай менән, бәхетле әсәй-атай һәм ҡайны-ҡәйнә, хәстәрлекле өләсәй, олатай булараҡ, донъя усағын һүрелтмәй йәшәй.
Ауылдағы элекке ҡеүәтле хужалыҡтан бөгөн бер нәмә лә ҡалмаған тиерлек. Шунлыҡтан йәштәрҙең күбеһе ҡалаға күсеп китә, кемдер ялланып эшләй, бәғзеләр ситтә бәхетен эҙләргә мәжбүр. Әммә Артур бәхет эҙләп ҡырға китергә ашыҡмай, ә атай нигеҙен һаҡлап, ауылда төпләнә. Ул ауылыбыҙҙан алыҫ булмаған “Газпром трансгаз” ойошмаһында водитель булып эшләй, ә ҡатыны Ирина, береһенән-береһе бәләкәй ҡыҙ һәм улдарын үҫтереп, ихата тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрап, ғаилә ҡаҙнаһына үҙенең тос өлөшөн индерә.
Ирина менән Артур Вәлиевтәр дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙары Айгизә IX класта белем ала, мәктәптәге барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашып, районда ғына түгел, республика күләмендә лә еңеүҙәргә өлгәшә. Икенсе ҡыҙҙары Регина ла уҡыу алдынғыһы, улдары Таһир менән Дамир ҙа апайҙарынан ҡалышмай. Ғаилә әүҙем тормош рәүеше алып бара, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша.
Ирина менән Артур Вәлиевтәр кеүек ошондай матур парҙар төбәгебеҙҙә күберәк булһын, башҡаларға үрнәк күрһәтһен. Юҡҡа ғына “Матур ғаилә – ил күрке” тип әйтмәгәндәр.