Йәмғиәт
16 Апреля 2021, 09:30

Павловка һыуһаҡлағысынан һыу ебәрәсәктәр

Бөгөн ташҡынға бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг барышында ҡотҡарыусылар Павловка һыуһаҡлағысынан һыу ебәрәсәктәре тураһында хәбәр итте.

Бөгөн ташҡынға бәйле хәл буйынса сираттағы брифинг барышында ҡотҡарыусылар Павловка һыуһаҡлағысынан һыу ебәрәсәктәре тураһында хәбәр итте.
Йылғаларҙа һыу кимәлен контролдә тотор өсөн Павловка һыуһаҡлағысы көсөргәнешле режимға күсерелде. Иҫкәртеү саралары һәм махсус күнекмәләр төбәк-ара комиссия тарафынан күҙәтелә.
Был сара йыл да атҡарыла. Гидроэлектростанция ташҡын ваҡытында күтәрелгән һыуҙы тынысландырырға булышлыҡ итә. Йәйге ҡоро көндәрҙә иһә йылғаларҙағы һыу кимәлен тотороҡландыра, көйләй. Әле Павловка һыуһаҡлағысында Балтик диңгеҙе күрһәткестәренә ярашлы һыу кимәле 131 метрға тиклем етә. Май урталарына был күрһәткес 10 сантиметрға артасаҡ. Ташҡын осоронда гидроэлектростанция 800 миллион кубометр һыуҙы ҡабул итә һәм уны энергияға эшкәртә.
Әммә һыуһаҡлағыстан аҫтараҡ йәшәгән ауылдарҙы һыу баҫыу ихтималлығын арттыра. Шуға һыу буйында йәшәгән халыҡҡа ташҡынға әҙер булырға кәрәк. Белгестәр документтарҙы әҙерләп ҡуйырға, йорт йыһаздарын һәм техниканы хәүефһеҙ урынға сығарырға кәңәш итә. Һыу күтәрелер булһа, халыҡты иҫкәртеү саралары күреләсәк.
Павловка һыу һаҡлағысындағы һыуҙы ебәреү арҡаһында Ҡариҙел йылғаһында һыу күтәреләсәк, Нуриман һәм Иглин райондарында ла йылғалар ярҙарынан сығыуы ихтимал.
Бөгөнгә Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Саҡмағош, Мишкә, Белорет райондары һәм Өфө ҡалаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының иғтибар үҙәгендә.
Һыу баҫыу ихтималлығы юғары булған ауылдар халҡына электр прибҙарын һүндереп торорға кәңәш итәләр.
Читайте нас