Йәмғиәт
16 Апрель 2021, 08:53

Терпе малай (Әкиәт)

Бәләкәс дуҫым, ә һин беләһең­ме, терпе терпе булырҙан алда малай булған, ти. Эйе, эйе, алдаш­майым, хатта балалар баҡсаһына ла йөрөгән, ә исеме Булат булған, ти. Ул уйнарға, алма ашарға, тырнағын кимерергә бик яратҡан. Ә инде ҡул-аяҡтарын йыуырға, иртәле-кисле тештәрен таҙартырға һис кенә лә яратмаған.

Бәләкәс дуҫым, ә һин беләһең­ме, терпе терпе булырҙан алда малай булған, ти. Эйе, эйе, алдаш­майым, хатта балалар баҡсаһына ла йөрөгән, ә исеме Булат булған, ти. Ул уйнарға, алма ашарға, тырнағын кимерергә бик яратҡан. Ә инде ҡул-аяҡтарын йыуырға, иртәле-кисле тештәрен таҙартырға һис кенә лә яратмаған. Әсәһе:


– Улым, тырнаҡтарыңды ашама, әтеү сәнскеле терпегә әйләнерһең, – тигәненә лә ҡолаҡ һалмаған.


Шулай йөрөп ятҡан көндәренең береһендә, малайҙың арҡаһына бер-бер артлы энәләр тиртеп сыға башлай. Башта кейем щеткаһы кеүек йомшаҡ энәсектәр сыҡҡан. Булат быға бик иғтибар итмәгән. Ваҡыт үткән һайын, энә­ләр ҙурыраҡ үҫеп, ҡамасаулай башлаған. Шулай итеп, малай был турала әсәһенә лә әйтеп өлгөрмәгән, терпегә әйләнгән дә ҡуйған, ти.

* * *

Баҡсала селәү ҡаҙырға йәһәтләп йөрөгән Әмир ағастар араһында нимәлер шығыр­ҙауына иғтибар итте. Бер аҙ шыртлаһа ла, ҡыҙыҡһыныуы көслөрәк булып сыҡты. Ул, уҫал кесерткәндәрҙе аяғы менән төбөнән һын­дыра баҫып, эскәрәк үтте. Бәлки, сысҡандыр?.. Юҡ, сысҡан түгел! Ул аяҡ тауышын әллә ҡайҙан ишетеп, күптән ҡасыр ине… Кипкән япраҡтар, сүп-сар араһында тағы нимә булырға мөмкин? Бәлки, терпелер?.. Тик быға тиклем Әмир баҡсаларында бер ваҡытта ла терпе күргәне булманы. Күрмәгәс юҡ инде, булһа, барыбер бер күренер ине бит ул…


Иғтибарлыраҡ ҡараһа, алма ағасы төбөндә ысынлап та терпе балаһы ултыра ине. Ул Әмиргә бөтөнләй иғтибар итмәне. Бәләкәй генә тәпәйҙәре менән ҙур алманы тотоп алған да мырт-мырт кимерә, үҙ алдына нимәлер һөйләнгән кеүек. Әмир иғтибарын шунда йүнәлтте.


Теге тауыш:

– Әсәйемдең һүҙен ниңә генә тыңла­ма­ным икән? Ниңә ашар алдынан ҡулдарымды, йоҡ­лар алдынан аяҡтарымды йыуманым? Ниңә тырнаҡтарымды ашаным?.. Әсәйем: “Тырнаҡ­тарыңды ашама, энәле терпегә әй­лә­нерһең”, – тип әйтте бит. Ә мин ҡолағыма ла элмәнем…


Әмирҙең аптырауынан башы әйләнеп китте. Тауышы ла таныш кеүек. Ул терпегә яҡыныраҡ килеп, сүкәйеп ултырҙы. Терпе, алма ашауынан туҡтап:

– Әмир! – тине лә илап ебәрҙе. Бына шул саҡ инде малай күршеһе Булаттың тауышын танып алды.


– Булат, әллә был сәнскеле терпе һинме?


– Эйе.


– Нимә булды һинең менән?


– Булды инде, булды, бына терпе булдым.


– Нишләп?


– Тырнағыңды ашаһаң, һин дә терпегә әйләнерһең.


– Кит, юҡты һөйләмә!


– Ал ҡулыңды ауыҙыңдан!


Әмир:

– Булат, ә хәҙер нимә эшләйһең инде?


– Белмәйем, – тине лә Булат, ҡысҡырып илап ебәрҙе. – Әгәр мин кире малайға әйләнһәм, бына әпәкәй өҫтө, һәр ваҡыт әсәйемдең һүҙен тыңлап ҡына торасаҡмын. Һин дә, Әмир, әсәйеңде лә, атайыңды ла, ғөмүмән, бөтә өлкәндәрҙең һүҙен тыңла, йәме! Сөнки улар беҙҙе ярата… – тип әйтеп тә өлгөрмәне, көслө ел сығып, терпене тәгәрәтеп-әйләндереп ҡарағат ҡыуаҡлығы артына алып та китте. – Ой, ой, әсәәәй, кесерткән саға! – тип ҡыуаҡлыҡтан Булат йүгереп килеп сыҡты.


Әүәлге Булат! Шатлығымдың иге-сиге булманы.


Был хәлдән һуң беҙ, үҙебеҙҙең урам малайҙары, Булаттың хатаһын ҡабатламаныҡ.


Бына шулай, үҫкәнем, һин дә аҡыллы бала бул, тырнаҡтарыңды ашама, йәме! Әтеү терпегә әйләнерһең…



Читайте нас