Иртәгәһенә беҙҙең аяҡ осонда Сорокин менән Кукушкин икеһе бергә үлеп ятҡан. Көн буйы ашамаған ҡайһы берәүҙәр, эштән ҡайтҡас, аштарының ҡуйыһын тәмәкегә алмаштырып, үҙҙәрен үлемгә дусар итте. Мин был лагерҙа бер ҙә өс тапҡыр ашағанды хәтерләмәйем. Иртәнсәк баланда, ағас онтағы ҡушып, балыҡ һөйәге ононан бешерелгән 300 грамм икмәк бирәләр. Хәл элеккегә ҡарағанда яҡшыраҡ та кеүек: лагерҙан сыҡҡанда арыуыраҡ һаҡсыға тура килһәң йә бәләкәйерәк төркөмгә эләкһәң, утын киҫергә, күмер ташырға кухняға эшкә барһаң, өҫтәмә ашарға табып була, тик бик һаҡлыҡ менән.
Бер ваҡыт биш кеше ашхана өсөн утын киҫергә эләктек. Икәү күмер ташый, беҙ икәү бысабыҙ. “Сибиряк” Муллағол беҙ киҫкән утынды ашханаға ташый. Ул иләкәй генә бер кеше ине. Кухняға әҙерәк утын индереп, бик күңелле йөрөй. Минең менән эшләгән егет ике консерва эләктергән. “Кисә алып ҡайтҡайным”, – ти, ашарға тәҡдим итә. Мин әйтәм: “Күрһәтмә, иптәш, икебеҙҙе лә һәләк итербеҙ”. Беҙҙең билдә иҫке-моҫҡо һауыт, котелок, сумка, тоҡсай йөрөй торғайны. Ул ике консерваны тиҙ генә сумкаһына һалып ҡуйҙы. Оҙаҡ та үтмәй, бер ашнаҡсы сығып, бик күп һөйәк ырғытты. Беҙ ҡомһоҙланып йыйырға тотондоҡ, тик йыя алманыҡ, сөнки бер немец этен ебәрҙе лә, беҙҙе ҡыуып, ризыҡты өҙҙө. Бер ашағы килгәс, тыйылып буламы ни инде, теге консерваны асып ашарға ла өлгөрмәнек, ашнаҡсылар ҡайҙандыр күреп ҡалған да, йүгерешеп килеп, консерваны алып китте.
Был хәлде Мусин тигән берәүебеҙ һаҡсыға ошаҡланы, үҙен һаҡлап ҡалыр өсөндөр инде. Һаҡсы беҙҙе күмер ташыусылар янына алып китте.
Исмаһам, ҡарлы ерҙән дә түгел, гел бысраҡ урындан барабыҙ, хәл ҡалманы. Тибеп осорһонмо, приклад менән һуғып йыҡһынмы. Хәл бөттө, баш әйләнә, йөрәк тулай. Етмәһә, беҙ лагерға ҡайтҡас, полицайға, беҙҙе кухня тирәһенә ебәрмәҫкә, тип әйтеп ҡуйған.
Иртәгәһенә бик йыраҡҡа, бер ҙур һарайға алып барҙылар. Беҙгә кистән ашарға бирмәнеләр, барып еткәнсе хәлдән тайҙыҡ. Аяҡта ағас ботинка (колодка), уны һөйрәп йөрөү – үҙе бер үлем. Был һарайҙа пресланған бесән төгөн бер урындан икенсе урынға күсертәләр. Төшкө аш юҡ, көн буйы эшләйһең дә эшләйһең.
Беҙ портта ла эшләйбеҙ. Бер ваҡыт норвег халҡы сельдь балығын ҡапсыҡлап портҡа ташлаған. Беҙ ҡапсыҡты тишеп алдыҡ та, балыҡты ашап булышабыҙ. Сей балыҡ бер ҙә күңелгә ятмай, берәрләп кенә алып ашайбыҙ. Быны белеп ҡалған фашистар таяҡтары менән беҙҙең баш осонда уйнай башланы. Мине ҡапыл берәү килеп бәреп йыҡты. Ни менән һуҡҡандыр – белмәйем, сүгәләп барып төштөм. Ул ғына түгел, баштан йылы ғына булып ҡан аға башланы. Мин әллә ҡурҡыуҙан, әллә хәлһеҙлектән, ултырған килеш йоҡо килгән кеүек ойоп барам. Иптәштәрем, ҡултыҡлап алып барып, сафҡа ҡуйҙы. Лагерға ҡайтыу яғына булғас, хәлдән килгәнсә атларға керештем. Әгәр ҙә ятып ҡалһаң, атып үлтерәләр.
Беҙ, дүрт кеше, бер ғаилә кеүек йәшәйбеҙ. Миәкә районының Ишле ауылынан Фәйзулла Лотфуллин һәм Вәли, Баязит ауылынан Әмир һәм мин бергә бешереп ашайбыҙ. Әгәр берәй ерҙән бәрәңге ҡабығы табып алып ҡайтһаҡ, бик ҙур ризыҡ һанала. Тимер мейескә сират тейһә, Вәли ағай бешерә. Ҡайһы ваҡыт яңы тотҡан балыҡ та эләгеп ҡуя. Беҙҙең төркөмдә Әмирҙән дә сосорағы юҡ ине. Бер көн ике балыҡ алып ҡайтҡан, нисек итеп алып кергәндер. Ошо ике балыҡ менән беҙҙең “ғаилә” ике көн туҡ булды.
Бер мәл ҡар көрәттеләр. Кухня эргәһендә бик күп бәрәңге ҡабығы түгелгән. Беҙ был ҡабыҡты йыя башланыҡ. Ни күрәйек, бер немец һалдаты сыҡты ла бәрәңге ҡабығы өҫтөнә тәһәрәтләй башланы. Ниндәй ҡәбәхәтлек, вәхшилек!
Беҙҙең ауылда һолоно ат ашай торғайны, ә беҙгә ат та ашамаҫлыҡ һолоно улаҡтарҙан ашарға тура килде. Ваҡыты-ваҡыты менән кеҫәлә алып ҡайтып, ҡыҙҙырып, услап ашай торғайныҡ. Ат һарайына эшкә алып киттеләр, тик был көндә бында кеҫәгә һалырлыҡ һоло юҡ ине. Һарайҙың тирә-яғына канау ҡаҙырға ҡуштылар. Яҙғы көндәрҙең матур, йәмле ваҡыты. Беҙ, һарайға инеп, улаҡ төбөндә һәм уның ҡырҙарында һарғайып бөткән һоло бөртөктәрен йыябыҙ. Бер кеҫәгә яҡын йыйҙыҡ. Көнбағыш кеүек ярып ашап ҡарайым, бер файҙаһы ла юҡ һымаҡ. Эргәлә торған иптәшем: “Ниңә уны бөртөкләп ашайһың, услап ал да аша”, – тине. Мин дә шулай ауыҙ тултырып ашап ҡарағайным, ашарлыҡ түгел, һаҫыҡ, кире төкөрҙөм, саҡ ҡоҫманым...
Беҙ, Башҡортостандан бер нисә егет: Вәли, Фәйзулла Лотфуллин, Әмир (фамилияһын оноттом), Әнәстән Нурғәле Ғайсин, Лешка бар ине, Абдул – ашнаҡсы ярҙамсыһы, Ишембайҙан Мозамат, Ҡарағайлынан Кашаф.
Беҙгә ҡапыл бер яңылыҡ әйттеләр: тағы ла ҡайҙалыр оҙаталар. Әйтерһең, иреккә сығаралар, йөрәк сыҙамай. Сафҡа теҙә башланылар, ҡабаттан лагерға индермәһәләр ярар ине, тип ҡот осоп тора. Кешеләр сығып бөткәс, лагерға кире инеп ҡараным, тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырғандар. Түшәм, стеналар ыҫланған, ҡап-ҡара иҙән әҙәм күргеһеҙ, мал һарайынан да алама.
Ҡыш буйы тышҡа сығармайынса, ишектәрҙе бикле тотоп, һәр ваҡыт эстә мейес яҡҡанға һәм бик тығыҙ булғанға шундай хәлгә килгән. Шул тиклем урын етешмәй ине, хатта тәһәрәтләнеү өсөн биҙрә бирһәләр, ҡуйырға урын юҡ, өрлөккә элеп ҡуябыҙ. Ҡайһы ваҡыт, торам тигәнсе, ул түгелеп китә, биҙрә тулы бысраҡ кеше өҫтөнә ҡойола. Беҙ был лагерҙан ләғнәт уҡып сығып киттек, беҙҙе ҡайҙа алып баралар икән – уныһын белмәйбеҙ.
Бер йылға яҡын һыу аҫтындағы шамбы балығылай донъя күрмәй ятҡас, һуғыштың барғанын да, бармағанын да белмәйбеҙ. Машинаға ултырып сығып киткәс, әллә һуғыш туҡталып, беҙҙе тыуған илгә оҙаталармы икән, тип ҡуябыҙ. Күңелдә әллә ниндәй тойғолар...
Бер мәл машинанан төшөрөп теҙҙеләр. Нәҙек кенә күҙлек кейгән, йыуан, тәпәш, ирендәре һалынып торған, йәмһеҙ, ҡотһоҙ немец – лагерь башлығы – полицай килеп сыҡты. Ул гел күҙенең ағы менән ҡарап йөрөй. “Грязная команда, йыуындырырға кәрәк”, – тигәс, беҙҙе мунсаға ебәрҙеләр. Йыуынып сыҡҡас, тәндәр еңеләйгәндәй булды, һуңынан лагерға алып киттеләр.
Әлеге күҙенең ағы менән ҡараған полицай килеп сыҡты, ҡулында ҡамсы. Беҙҙе берәмләп лагерға индерәләр, котелок, сумканы алып ташлайҙар. Был полицайҙың ауыҙында йүнле һүҙе юҡ, “сволочь” та “сволочь” тип ҡамсыһын болғап ҡына йөрөй.
Ике ҡатлы һике теҙелгән. Беҙ ишек төбөндәрәк өҫкө һикегә эләктек. Ҡайһы бер иптәштәр менән һөйләшеп тә алдыҡ, мәгәр һуғыш тураһында бер ни белгән кеше юҡ. Ашау-эсеү яғы арыуыраҡ, уның ҡарауы, полицайҙың ҡамсыһы ла бик таҙа, эсенә ҡом тултырған шикелле, килтереп һуҡһа, һуштан яҙып тәгәрәйһең.
Иртәгәһенә беҙҙе эшкә алып сығып киттеләр. Лагерҙы сыҡҡас, бер барак янына алып килделәр. Беҙҙең төркөм бик ҙурҙан түгел. Бер немец ашнаҡсыһы, бәләкәй генә кухняға индереп, аш бирҙе. Ул аш әллә ике, әллә өс көн ултырған, ҡатыҡлы аш кеүек әсеп бөткәйне. Әммә беҙ, астан интеккән кешеләр, уны ашаныҡ. Һуңынан машинаға ултыртып алып сығып киттеләр. Хәҙер күмәкбеҙ. Теге аштан минең ашҡаҙан тулай башланы. Урманға килеп еттек, ә минең эш насар. Бер-ике аҙым барам да ултырам, барам да ултырам. Шулайтып эсте таҙартып бөттөм, ахырыһы, тик барырға хәл юҡ. Беҙ бында ағас ташыйбыҙ, аҙым һайын бер һаҡсы.
Был көн үтте, иртәгәһенә тағы шул уҡ урынға ағас киҫергә машина менән алып киттеләр. Ағас киҫкәндән һуң беҙгә тау башынан тау аҫтына кирбес ташырға ҡуштылар. Ике кирбес тотабыҙ ҙа, тауҙан төшәбеҙ, ә тау башына менергә хәл юҡ. Уйлаштыҡ-уйлаштыҡ та, урындан күсмәйенсә, тау аҫтынан тау башына тиклем теҙелеп баҫып, ҡулдан-ҡулға кирбес ырғытабыҙ. Әгәр кирбес ергә төшһә, таяҡ тотҡан немец эргәлә генә, хәҙер һуғып йығырға тора. Устарҙан ҡандар сыҡҡансы кирбес ташыттылар.
Бында ла эш бик насар була башланы, һаҡсылар береһенән-береһе алама. Бер көн бер егетте юҡ ғәйеп өсөн ҡамсы менән һуҡтырҙылар. Ҡулын артҡа шаҡарып, аяғын, башын эскәмйәгә бәйләп ҡуйҙылар. Барак эсендә, бөтә халыҡ алдында, һуҡтырҙылар, ете-һигеҙ ҡамсы һуҡҡансы бик ныҡ ҡысҡырҙы ла, унан һуң ыңғырашып ятып, һушынан яҙҙы. Быға бик ныҡ асыу килде, тик бәләнән һис кенә лә ҡотолорлоҡ түгел. Ике егетебеҙ – Лопухов менән Егоров лагерҙан ҡасып та ҡараны. Өс-дүрт көн үткәс, тотоп алып килделәр. Бөтәбеҙгә лә билдәле булыуынса, Скандинавия тауҙары бик бейек һәм ҡатмарлы, көслө ағымлы йылғалар һәм күлдәр күп. Әгәр партизандар отрядына барып юлыҡмаһаң, аҙыҡ табыуы бик ҡыйын. Был икәүҙе бер норвегта ашап ултырғанда тотҡандар. Лагерға алып ҡайтҡас, аҙна-ун көн тирәһе язаланылар. Бер көн беҙ эштән ҡайтыуға лагерь тулы немецтар, һәр ҡайһыһында – автомат, ҡул пулеметы ла бар. Беҙҙе сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратып алынған ергә илтеп теҙҙеләр. Үҙҙәре беҙҙән бер нисә аҙым алғараҡ барып баҫты ла ике ҡул пулеметын беҙгә ҡаратып урынлаштырҙы. Ҡулдарын артҡа шаҡарып бәйләп, Лопухов менән Егоровты алып сыҡтылар. Икеһен бер бағанаға бәйләп аттылар. Был 1942 йылдың август айҙарында булған хәл.
Бынан һуң һаҡ көсәйтелде, бер кешегә әллә ике һаҡсы тура килә. Ашауҙы тағы ла нығыраҡ ҡыҫа башланылар. Сентябрь тирәһендә беҙҙе тағы икенсе лагерға күсерҙеләр. Яҡын иптәштәремдән шулай айырылдым. Башҡортостандан Зөбәй менән бергә эләктек. Бик тәүәккәл һәм дыуамал был егет Баҡалы районынан ине.
Лагерь бик ҙурҙан түгел, лагерҙа старший Петька – урта буйлы, арыу уҡ таҙа, ҡыҙыл йөҙлө, беҙҙең өсөн ҡурҡыныс кешеләрҙән түгел. Немецтар ҙа бында йомшағыраҡ мөғәмәлә итә. Тик, үкенескә ҡаршы, лагерҙағы тәржемәсене юғалттыҡ. Ул немец һалдаттарының һөйләшеүенән ишеткән мәғлүмәттәр буйынса һуғыштың нисек һәм ҡайҙа барыуы тураһында аңлата торғайны. Немец телендә бик таҙа һәм оҫта һөйләшә, шунлыҡтан кем икәнен тикшерә башланылар. Мине үлтерерҙәр, тип ҡурҡып, тәржемәсебеҙ бер төндә ҡасырға ҡарар итте. Был ваҡиға 1943 йылдың баштарында булды. Лагерҙың бер яғы бик бейек тау, урманлыҡ, шул сәбәпле был егет тауға күтәрелә алмайынса тотолған. Ҡайҙа алып киткәндәрҙер, беҙ уны ҡабат күрмәнек. Беҙҙең йәшәгән урын фанерҙан эшләнгән палатка һымаҡ ине. Күп тә үтмәй, 1943 йылда, беҙҙе был лагерҙан “Шульт” лагерына килтерҙеләр. Был лагерҙа элекке иптәштәремде – Баязит ауылынан Әмирҙе, Йомағужа районынан Сынтимер Хоҙайбирҙинде, Бүздәк районының Ҡоҙай ауылынан Әнүәр Күсемовты, Мырҙаш ауылынан Ғосман Насировты, Мишкә районынан Дмитрий Кочетновты, Йомағужа ауылынан Егор Семенович Коврегинды осраттым.
Норвегияла декабрҙән февраль аҙағына тиклем ҡояш бөтөнләй күренмәй. Ә йәйгеһен 20 июлдән 20 авгусҡа тиклем төн булмай. Шул сәбәптән беҙ төн буйы ултырып портсигар, балдаҡ, ҡош һындары яһайбыҙ. Эшләгән әйберҙәрҙе немец һалдаттарына йәки норвегтарға икмәккә, тәмәкегә һәм башҡа төрлө ризыҡҡа алмаштырабыҙ.
Бер шулай төн буйы кемуҙарҙан төрлө әйбер яһап ултырғанда, Кәримов: “Ағайҙар, беҙ бынан ҡайта алырбыҙмы-юҡмы, әллә ниндәй ҡурҡыныс төштәр керә”, – тип йөрәккә шом һалып ҡуйҙы.
Беҙҙе бик ныҡ ҡыҫа башланылар. Лагерҙың дүрт мөйөшөнә таған, ҡул пулеметы менән ун бәйләм граната һәм яндырыусы шешәләр ултыртып ҡуйҙылар. Лагерҙа белемле кешеләр ҙә бар ине. Был йыртҡыстар ҡулынан нисек тә ҡотолоу сараһын табып, бер нисә кешене булһа ла ҡотҡарып, беҙ күргәндәрҙе ҡайтып һөйләр өсөн ҡасыу ойошторорға булдыҡ. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, һаҡсыларға һөжүм итеп, лагерҙан ҡасырға, мөмкин тиклем ҡорал менән партизандар отрядына барып ҡушылырға тейеш инек.
Беҙҙең был уйҙар тормошҡа ашманы, ә шулай ҙа лагерь старостаһы Зөбәй менән Кәримовты сығарып ебәрергә хәл иттек. Болотло һәм ямғырлы ҡараңғы төндән файҙаланып, сәнскеле тимерсыбыҡ аҫтын бер аҙ ҡаҙҙыҡ. Шунан сәнскеле тимерсыбыҡты ағас менән күтәреп, был ике егетте сығарып ебәрҙек. Улар сыҡҡан ваҡытта лагерҙағы бөтә кеше ҡысҡырышып, шау-шыу ҡуптарып, немецтарҙың иғтибарын үҙебеҙгә йәлеп иттек. Төн тыныс үтте. Иртәгәһенә беҙҙе эшкә сығарманылар. Лагерға сығарып теҙҙеләр ҙә, бик ҙур офицерҙар килеп тикшерә башланы. Ике кешене сығарып ебәргән өсөн беҙҙе ниндәй яза көтәлер, белмәйбеҙ. Бындай осраҡта һәр ун кешенең береһен атырға хөкөм сығаралар. “Ҡайһыбыҙ эләгер икән” тигән уй барыбыҙҙа ла...